Аҡбалыҡ
Аҡбалыҡ(Stenodus leucichthys) — алабалыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ[1][2] (лат. Stenodus leucichthys).
Каспий диңгеҙе бассейнында йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см, ауырлығы 20 кг тиклем. Ҡабырғалары аҡ, көмөш төҫлө, тимгелдәре юҡ, тәңкәләре эре. Ауыҙы ҙур, яңаҡ һөйәктәрендә, төрәне һәм телендә ваҡ ҡына тештәре бар. Үткенсе балыҡ. Енси яҡтан 5—7 йылда өлгөрә. Ғүмерендә 1—2 тапҡыр сентябрҙән ноябргәсә ыуылдырыҡ сәсә (2—3 йыл аша). Үрсеү өсөн Волга, Кама йылғалары, ҡайһы ваҡыт Урал йылғаһы инә. Үрсемлелеге — 250 меңдән ашыу һыу төбөнә сәселгән насар йәбешеүсән ыуылдырыҡ. Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң оло балыҡтар диңгеҙгә ҡайта. Сельдь, диңгеҙ сабағы селбәрәләре, атерина һәм ташбаштар м—н туҡлана. Ыуылдырыҡ сәсергә юлланғанда ашамай. Ҡиммәтле кәсеп балығы. 20 б. 50—се йылдар аҙағына тиклем Өфө йылғаһы үрсеү урындарының береһе була, әммә ыуылдырыҡ сәсеү өсөн миграция юлдарын ябыу (Волгала гидроузел төҙөү), балыҡтың респ. ихтиофаунаһынан юғалыуына килтерә. Башҡортостанда А. яһалма үрсетеү менән 1908—57 йй. Өфө дәүләт балыҡсылыҡ заводы шөғөлләнә. РФ—тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 71. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
- ↑ Усачева В. В. Славянская ихтиологическая терминология. Принципы и способы номинации. Обратный словарь. — М.: «Индрик», 2003. — С. 330—331, 336. — ISBN 5-85759-221-6.
Сығанаҡтар
- Аҡбалыҡ(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
- Никольский Г. В. Частная ихтиология. 3—е изд., испр. и доп. М., 1971.
- Белорыбица // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: белорыбица, нельма 2021 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған.
- Беляева Е. С. Stenodus leucichthys leucichthys