Аҡморон (тау)
Аҡморон — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы тау. Оло Ҡоҙаш йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Абсолют бейеклеге — 707,4 м. Һырттары текә, көнсығыш яғы йылға менән сикләнгән. Көнбайыш һыртынан Әселе (Ишембай районы) йылғаһы (Алағузлы йылғаһының ҡушылдығы) башлана.
Составы
Алевролиттар, рифей һәүерташы (сланец), ҡомташ ултырмаларынан тора.
Топонимикаһы
Башҡортса — аҡ һәм «морон» — сығып торған урын һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.
Әҙәбиәт
- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 64. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|