Алағузлы
Алагузлы | |
---|---|
башҡ. Алағузлы | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 15 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Липовые горы |
· Координаталар | 53°36′41″ с. ш. 57°04′42″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Малый Шишеняк |
· Урынлашыуы | возле урочища Малый Шишеняк |
· Бейеклеге | 374,4 м |
· Координаталар | 53°43′18″ с. ш. 57°02′29″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Каспийское море |
Ил | ![]() |
Регион | Башкортостан |
Район | Ишимбайский район |
РДҺР | 10010200712211100018767 |
![]() ![]() |
Алағузлы (рус. Алагузлы) — Башҡортостан Республикаһы[1] ([2]) Ишембай районындағы бәләкәй йылға , Кесе Шешәнәк йылғаһының уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо 15 км[3], картала ҡушылдыҡтары күрһәтелгән[4].
Кәбәс ауылынан төньяҡ — көнсығыштараҡ 11 км алыҫлыҡта, Алатау һыртында башлана[4]. Йылға буйлап, Ишембай районы Ҡоҙаш ауылынан йәйләүгә бара торған юл һуҙыла. Йылға көньяҡтан төньяҡҡа табан аға. Кесе Шешәнәк йылғаһына ҡоя. Кесе Шешәнәккә ҡойған ерҙән алыҫ түгел уң яҡтан Алағузлыға Айыутапҡан һәм Әселе йылғалары ҡоя. Бында йәйләү һәм Бүлтә ыҙаны урынлашҡан[4]. .
Ҡушылдыҡтары
Бөтә ҡушылдыҡтар ҙа уң яҡтан килеп ҡоя: йылға башланған ерҙә ике атамаһыҙ ҡушылдығы бар[4], иң ҙурҙары — Әселе һәм Айыутапҡан.
Ландшафт
Ҡайын, уҫаҡ, йүкә ҡатнаш урман һоро урман тупраҡлы ерҙә үҫә.
Атамаһы
Атамаһы башҡ. ала — ала (пестрая) һәм үгүз — йылға, -лы аффиксы ҡушылып яһалған (Ишимбайская энциклопедия, 2015, С.65)
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы — Ағиҙел, Стәрлетамаҡтан алып Охлебинин ҡасабаһы янындағы йылға күләмен үлсәү урынына тиклем, Эҫем йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712211100018767
- Гидрологияк тикшерелеү коды (ГИ) — 111101876
- Бассейн коды — 10.01.02.007
- ГИ буйынса том номеры — 11
- ГИ буйынса сығарылыш— 1
Әҙәбиәт
- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 65. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Иҫкәрмә
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ Совета Министров Башкирской АССР от 03.07.1989 № 134 «О ВОДООХРАННЫХ ЗОНАХ (ПОЛОСАХ) РЕК, ОЗЕР, ВОДОХРАНИЛИЩ И ДРУГИХ ВОДНЫХ ОБЪЕКТОВ В БАШКИРСКОЙ АССР» 2013 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Нормативные правовые акты Российской Федерации :: :: Нормативные правовые акты субъектов Российской Федерации 2013 йылдың 17 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 Государственный водный реестр РФ: Алагузлы . Архивировано 20 сентябрь 2012 года.
- ↑ 1 2 3 4 Лист карты N-40-79 Тукан. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
Һылтанмалар
- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).
Был тамамланмаған мәҡәлә Башҡортостан географияһы буйынса. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |