Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы
Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21 ғинуар 1949 йыл) — зоотехник-ғалим. 1992—1995 һәм 2001—2012 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2007).
Биографияһы
Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы Аҡсурина 1949 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында тыуа.
1967—1969 йылдарҙа Саҡмағош районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
1974 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1978 йылда Мәскәү ветеринария академияһында уҡып сыға.
1974 йылдан алып Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында өҙөклөк менән эшләй: 1990—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан — лаборатория мөдире, 1995 йылдың ноябренән — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1997 йылдан башлап төп ғилми хеҙмәткәр вазифаһы буйынса эшләй.
1975—1977 йылдарҙа Әлшәй районындағы Аксён ауыл хужалығы техникумында уҡыта. 1978—81 йылдарҙа Татарстандың Минзәлә совхоз‑техникумында эшләй.
1985—1990 йылдарҙа Дәүләкән районы «Коммунар» колхозы рәйесе булып хеҙмәт итә. 1992—1995 һәм 2001—2012 йылдарҙа Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытыу эшен алып бара.
2001 йылда «биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2007 йылда Фирүзә Аҡсуринаға профессор вазифаһы бирелә.
Аҡсуринаның ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығының малдарын үрсетеү, ит йүнәлешле һыйыр малы булдырыу һәм башҡа мәсьәләләргә бағышланған.
Ул 100‑ҙән артыҡ ғилми эш авторы була.
Ғилми хеҙмәттәре
- Повышение эффективности производства говядины в мясном и молочном скотоводстве в условиях Республики Башкортостан. Өфө, 2003
- Управление производством в мясоперерабатывающих предприятиях АПК в рыночных условиях. Өфө, 2007 (авторҙ.)
Һылтанмалар
- Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2024)