Аҡъял батыр

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡъял батыр
Аҡъял батыр сәмреғош ояһында аждаһа менән алыша
Аҡъял батыр сәмреғош ояһында аждаһа менән алыша
Мифология Башҡорт халыҡ әкиәттәре
Исеменең аңлатмаһы "аҡ" һүҙе — яҡшылыҡ, изгелек символы булһа, "ял" компоненты был образдың мифик йылҡы менән бәйле булыуын күрһәтә
Заты ир-ат
Шөғөлө батырлыҡ, тоғролоҡ, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе
Бәйле персонаждар Тау батыр, Урман батыр
Билдәләре оҙон ап-аҡ сәсле, ғәҙел һәм иҫ киткес көслө егет
Башҡа мәҙәниәттә тик башҡорт әкиәттәре геройы

Аҡъял батырбашҡорт халыҡ әкиәттәрендә генә осраған үҙенсәлекле образ. Әкиәттәрҙә Аҡъял батыр оҙон ап-аҡ сәсле, ғәҙел һәм иҫ киткес көслө тип һүрәтләнә. Ул тылсымлы көскә эйә булған батыр, ғәҙәттә, һыуҙы үҙ контролендә тотҡан дейеүҙе еңеп, халыҡты ҡотҡара, йәғни һыуҙы ирекле ҡулланыу мөмкинлеген ҡайтара. Шулай уҡ уның хаҡында батшаға аҡыл өйрәтеүе, батша яза биргән ете егетте үлемдән аралауы тураһында ла һөйләнә.

Аҡъял батыр образының тамырҙары боронғо мифологияға барып тоташа. Исемендәге "аҡ" һүҙе — яҡшылыҡ, изгелек символы булһа, "ял" компоненты был образдың мифик йылҡы менән бәйле булыуын күрһәтә. Башҡорт халҡының йолаларында һәм ышаныуҙарында ат айырыуса ҙур урын биләй. Мәҫәлән, Боғаҙаҡ күленән таң атҡанда, аҡ ялбыр яллы ат килеп сыға, һәм кеше күренмәһә, был ат алтын сәсле егеткә әйләнә, тиҙәр. Әгәр кеше килеп сыҡһа, ул күлгә ҡайтып китә.

Шулай уҡ башҡорт мифологияһында Аҡбуҙат тураһында легендаларҙа ла аҡ төҫлө ат культы сағыла. Аҡбуҙаттың рухы йә аҡ төҫтәге ат, йә аҡ һыбайлы рәүешендә кешеләргә күренә.

"Аҡъял" исеме төрки телдәргә хас "аҡ" һәм "ял" һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, һәм был исем аша башҡорттарҙың боронғо мифик ҡараштары, ат менән бәйле ышаныуҙары сағылыш таба.[1]

Әкиәттә Аҡъял исемле батырҙың тыуыуы, үҫеүе, донъя гиҙеп төрлө һынауҙар үтеүе, ғәҙеллек өсөн көрәше һүрәтләнә. Фәҡирлектә тыуған Аҡъял батыр бәләкәйҙән көслө, батыр булып үҫә. Ул ил күрергә тип юлға сыға һәм юлда Тау батыр, Урман батыр кеүек иптәштәр таба. Улар менән бергә төрлө мауыҡтырғыс мажаралар кисерә.

Аҡъял батыр тәүҙә кешеләрҙе һыуһыҙ интектергән Иргәйел ҡартты еңә, батша ҡыҙын ҡотҡарып, батшалыҡҡа лайыҡлы кейәү була. Һуңынан батырлыҡ ярыштарында еңеп, тағы ике батшалыҡта ла ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Әммә уның юлдаштары хыянат итеп, уны ер аҫтында ҡалдыра. Батыр сәмреғош ярҙамында яҡты донъяға кире сыға, үҙенең тоғро булмаған иптәштәрен ғәфү итә, ә үҙе илгә ҡайтып, ябай халыҡ өсөн ғәҙеллек һәм бәхет юлында хеҙмәт итә.

Аҡъял батыр әкиәтендә башҡорт халыҡ ижадына хас булған мотивтар — батырлыҡ, тоғролоҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш, маҡтаулы һәм мауыҡтырғыс герой образы күрһәтелә. Образдар араһында ханбикә, батша ҡыҙҙары, дейеү, аждаһа кеүек мифик заттар ҙа бар. Әкиәт йыш ҡына сәмреғош, ер аҫты донъяһы кеүек тылсымлы элементтар менән байытылған.

  1. Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.. — Өфө: Ғилем, 2006. — 16 с. — ISBN 5-7501-0299-8.
  • САМРАУ, миф. персонаж. Региональный интерактивный энциклопедический портал "Башкортостан".
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр.— Өфө: Китап, 1990.