Аҡъяр һыуһаҡлағысы
Аҡъяр һыуһаҡлағысы | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Күлдән аҡҡан йылғалар | Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы) |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы) |
Дәүләт | |
Аҡъяр һыуһаҡлағысы (Аҡъяр һыуһаҡлағысы — Аҡъяр ауылы исеменән) — Башҡортостандың Урал аръяғында иң ҙур һыуһаҡлағыс. Күләме — 49,4 млн м³. Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.эргәһендә урынлашҡан. Ташлы йылғаһын быуыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 2002 йылда файҙаланыуға тапшырыла.
Тәғәйенләнеүе
Комплекслы:
- Ташлы йылғаһының яҙғы ағыуын көйләү өсөн;
- Аҡъяр ауылын ташҡындан һаҡлау өсөн;
- рекреацион: ял базаһы, шифахана, палаткалар ҡаласығы, һунарсы һәм балыҡсы өйө;
- балыҡ үрсетеү: табан балыҡ, ҡорман, алабуға, суртан, сабаҡ;
- һуғарыу;
- һыу менән тәьмин итеү (һыу менән тәьмин итеүҙең гарантиялы сығанағын булдырыу).
Туризм, балыҡсылыҡ үҫешкән
Һыуһаҡлағыстың төп параметрҙары
- Майҙан йөҙө (НПУ) — 743 гектар;
- Күләме:
- тулы — 49,40 млнм³;
- файҙаһыҙ күләме — 0,207 млнм³;
- Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо — 9,40 км;
- Һыу тәрәнлеге:
- максималь — 16,00 м;
- уртаса — 6,60;
- Файҙаһыҙ күләменең ылымыҡланыу ваҡыты — 20 йыл;
- Иҫәпләнгән баҫымы — 15 м;
- Тупраҡ быуа:
- иҫәпләнгән бейеклеге — 17,80 м;
- һырт билдәһе — 330,30 м (БС);
- һырт буйлап оҙонлоғо — 2 282,00 м.;
- һырты буйынса киңлеге — 10,00 м;
Объектты төҙөү һәм уны эксплуатациялау — «Башмелиоводхоз».
Аҡъяр һыуһаҡлағысының грунттағы плотинаһында ҡоролмаларҙа ла, шулай уҡ нигеҙендә лә фильтрация контроленең төп элементы булып пьезометрҙар тора, улар күҙәтеү скважиналарынан пьезометр селтәрен барлыҡҡа килтерә.
Башҡалар
2004 йылда бында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов була[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ БАШИНФОРМ.ru. Президент Башкортостана уделяет большое внимание проблемамиспользования водных ресурсов 2012 йылдың 10 июль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Кутлияров Дамир Наилевич. Оценка состояния и комплексное обустройство водосбора р. Таналык Республики Башкортостан : диссертация … кандидата технических наук : 06.01.02 / Кутлияров Дамир Наилевич; [Место защиты: Моск. гос. ун-т природообустройства].- Уфа, 2009.- 176 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-5/1652
Һылтанмалар
- [1]
- [2] 2013 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- [3](недоступная ссылка)
- [4] 2011 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
- РАСПОРЯЖЕНИЕ Кабинета Министров РБ от 03.06.2002 № 493-р «О ВВОДЕ В ЭКСПЛУАТАЦИЮ АКЪЯРСКОГО ВОДОХРАНИЛИЩА В ХАЙБУЛЛИНСКОМ РАЙОНЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»