Ҡул ҡуйыусылар — аҡыллы контракттың, электрон ҡултамғалар ҡулланып, шарттарҙы ҡабул итеүсе йәки уларҙан баш тартыусы яҡтары. Тура аналог — Bitcoin селтәрендә аҡса ебәреүсенең блоктар сынйырына транзакция индереүен раҫлаған ҡултамғаһы.
Договор предметы. Аҡыллы конракт эш иткән мөхиттең эсендәге объект ҡына договор предметы була ала, йә аҡыллы контракт договор предметына кеше ҡатнашлығынан тыш туранан-тура үтә алырға тейеш.
Шарттар. Аҡыллы контракттың шарттары аҡыллы контракт эш иткән мөхиттә программалаштырыла алған тулы математик һүрәтләүгә эйә булырға тейеш. Нәҡ шарттарҙа договор предметы пункттарының үтәлеш логикаһы тасуирлана.