Аҡ Дрин

Аҡ Дрин[1] (сер. Бели Дрим, алб. Drini i Bardhë) — көньяҡ-көнсығыш Европалағы йылға.

Сербия биләмәһа буйлап аға. Оҙонлоғо 175 км. Косоволағы Печ ҡалаһының төньяғынан башлана. Тамағы — Аҡ һәм Ҡара Дриндың Дрин йылғаһына ҡушылған урыны — Албанияның төньяҡ өлөшөндәге Кукес ҡалаһында.

Бассейнының майҙаны 4964 кm², уртаса һыу сығымы 56 m³/сек. Көҙгө-ҡышҡы ташҡын мәлендә йылғаларҙа һыу кимәле байтаҡҡа күтәрелә. Аҡ Дрин пароходтар йөрөү өсөн яраҡһыҙ.

Аҡ Дрин каньоны 1986 йылдан дәүләт һаҡлауы аҫтында.

Иҫкәрмәләр

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 44.