Аҡ йорт (тау саңғыһы комплексы)
Аҡ йорт (рус. Ак йорт (горнолыжный комплекс) — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан тау саңғыһы комплексы[1].
Тарихы
«Аҡ йорт» тау саңғыһы комплексы үҙ эшмәкәрлеген 2002 йылдың 2 февралендә башлай[2]. Ул шул уҡ исемдәге элекке тарихи поместье районында төҙөлгән, шуға ла ошо атама яңы спорт-күңел асыу үҙәгенә бирелгән.
Тау саңғыһы комплексын (рус.)баш. төҙөү шәхси инвесторҙар тарафынан финанслана[1].
Урынлашыуы
«Аҡ йорт» тау саңғыһы комплексы ҡала эсендә, Өфөнөң көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Менделеев урамы, 160 адресы буйынса урынлашҡан. Тау битләүе Өфө йылғаһының һул ярында ята[2].
Тау саңғыһы компексына ҡала үҙәгенән автомобилдә килеү 15-20 минут тәшкил итә, йәмәғәт транспортында 30 минуттан артмай[3].
Янда ғына «Аҡ йорт» йәмәғәт транспорты туҡталышы бар. Уның аша 6-сы, 9-сы һәм 110с маршруттар автобустары, 207-се, 232-се, 235-се һәм 262к маршрут таксиҙары, 16-сы маршрут троллейбусы йөрөй[3].
Инфраструктураһы
«Аҡ йорт» тау саңғыһы комплексы тау саңғыһында, сноубордта (рус.)баш. йәки тюбингта шыуыу өсөн тәғәйенләнгән[1].
Сноубордсыларға һәм тау саңғысыларына төрлө ҡатмарлылыҡтағы 3 трасса тәҡдим ителә, ике тау саңғыһы трассаһының оҙонлоғо 450 метр тәшкил итә, өсөнсө трассаның оҙонлоғо 100 метрҙан артмай. Шулай уҡ айырым күтәргесе менән шыуырға өйрәнеү битләүе, ике фрирайд зонаһы һәм экстремалдар өсөн сноупарк бар[2].
Трассаларҙың бейеклек айырмаһы 75-80 метр тәшкил итә. Уларҙа тулы хәүефһеҙлек тәьмин ителә, киҫкен боролоштар һәм текә участкалар юҡ[2].
Трассалар заманса күтәргестәр менән йыһазландырылған, уларҙың үткәреү һәләте сәғәтенә 1500-ҙән ашыу кеше тәшкил итә[3].
Комплекс территорияһында һаҡлау камералары менән йылы кейенергә бүлмәләр, прокат пункты, шулай уҡ «Высота» рестораны һәм тауға ҡараған битләүҙәге кафе эшләй[1].
200-ҙән ашыу урынлыҡ автомобилдәр өсөн бушлай туҡталҡа бар[2].
Эш режимы
«Аҡ йорт» тау саңғыһы комплексы йыл әйләнәһенә эшләй, эш көндәрендә — 10.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә 10.00 сәғәттән 23.00 сәғәткә тиклем эшләй[2].
Комплекста шыуыу миҙгеле ноябрҙә башлана һәм март уртаһында тамамлана[1].
Йәйге ваҡытта килеүселәргә йәйәү йөрөү, пейнтбол (рус.)баш., комплекс территорияһында урынлашҡан зоопаркка барыу, балаларға уйын майҙансыҡтары тәҡдим ителә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 О комплексе. Горнолыжный комплекс Ак йорт. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Горнолыжный комплекс Ак-Йорт. Туристический путеводитель по Республике Башкортостан (3 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Горнолыжный курорт «Ак Йорт». Сайт «Туристер» (21 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- Горнолыжный комплекс Ак йорт. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)
- Туристический путеводитель по Республике Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)
- Сайт «Туристер» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)