Аҡ күл (Ульяновск өлкәһе)
Урынлашыуы
Аҡ күл Ульяновскиҙан 260 км алыҫлыҡта , , Ульяновск өлкәһенең Николаевский районында[2] урынлашҡан. Курорты Мәскәү — һамар — Өфө — Силәбе автомагистраленән 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Автомобиль юлына параллель рәүештә тимер юл үтә.
Тасуирлама
Аҡ күлдең һыуы таҙа, аҙ минераллашҡан, шунлыҡтан ул үҙ исемен алған да инде. Күл оҙонса формала. Төбөндәге ләме башлыса күл ылымыҡтары ҡалдыҡтарынан, ылыҫлы үҫемлектәрҙең ылыҫынан һәм һеркәһенән тора. Яры түбән, тигеҙ, ҡайһы бер урындары һаҙлыҡлы. Күл ағар һыуһыҙ һәм атмосфера һәм грунт һыуҙары иҫәбенә туҡлана. Ҡыш еткәс боҙ ҡалынлығы 0,5-0,6 м тәшкил итә.
Күл ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки бында боҙлоҡ дәүеренең флораһы вәкилдәре һаҡланып ҡалған. Яр буйҙарында ҡарағай, саған, йүкә, кәрлә ҡайын, мүк һәм лишайниктарҙы осратырға мөмкин.
Академик Б. А. Келлер, 1911 йылда күлгә килгәнендә, уны Финляндияның өлөшө тип атаған. Куйбышев медицина институты профессорҙары Н. П. Климовицкий һәм В. Н. Шиклеев бындағы һауа Кисловодск ҡалаһы һауаһына ҡарағанда юғары аэрондар менән 2,3 тапҡырға байыраҡ тип табалар.
Аҡ күл тәбиғәтенең үҙенсәлеге уны тәбиғәт һәйкәле тип атарға мөмкинлек бирә.
Тарих
1930 йылда бында пионер лагерҙары, ял йорттары төҙөлә башлай. 1980 йылдар аҙағында — 1990-йылдар башында бында өс ял йорто, шифахана, ял базаһы һәм 12 пионер лагеры, автокемпинг төҙөлә. Йәйге миҙгелдә 30 меңгә тиклем кеше ял итә. Аҡ күл районы үпкә ауырыулы һәм йөрәк-ҡан системалары сирле балаларҙы дауалау урыны булып тора. 1990 йылда бында геология ойошмалары тарафынан минераль һыуҙар һәм шифалы батҡаҡ булыу ихтималлығы билдәләнә. Әлеге ваҡытта күлдең яр буйҙары, улар 70 гектарға яҡын тәшкил итә, шифахана-курорт зонаһы итеп үҙләштерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лист карты %22%20OR%20%22N38-106 %22 N-38-106 Кузнецк. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1976 г.
- ↑ 1 2 3 4 Белое озеро. mpr73.ru. Проверено 13 апреля 2016.
- ↑ 1 2 Губайдуллов Р. З. Антропогенная трансформация Белого озера в научных наблюдениях и исследованиях периода XIX - XX веков // Природа Симбирского Поволжья. Сборник научных трудов XXII межрегиональной научно-практической конференции «Естественнонаучные исследования в Симбирском – Ульяновском крае». — Ульяновск, 2020. — С. 5—12.