Аҡ төлкө

Аҡ төлкө[1] (лат. Alopex lagopus) — эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

Ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама

Төк япмаһының төҫө буйынса аҡ төлкө күк (йәйен һәм ҡышын күкһел һоро) һәм аҡ (йәйен һорғолт ҡуңыр, ҡышын аҡ) була. Йөнө ҡуйы һәм йомшаҡ.[2][3] Кәүҙә оҙонлоғо 50—75 см, ҡойроғо 25—42 см, ауырлығы 7,5 кг тиклем. Кәүҙәһе оҙон, башы йомро, мороно ҡыҫҡа. Ҡолағы ҡыҫҡа, түңәрәк. Аяғы ҡыҫҡа, бармаҡта йөрөүсе. Ҡойроғо ҡабарынҡы. Моногам. Енси яҡтан 9—10 айҙа өлгөрә. 3—12 (21‑гә тиклем) көсөгө була. 8—10 йыл йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә, ҡышын башлыса төндә, әүҙем.

Йәшәйеше

Евразия, Төньяҡ Америка тундраһы һәм урман‑тундраһында, Төньяҡ Боҙло океан утрауҙарында таралған. Ҡышын хайуандарҙың күпселек өлөшө урман‑тундраға һәм тайгаға күсә.

undefined

Ҡалҡыу урындарҙа тәрән өңдәрҙә йәшәй. Ҡиммәтле тиреле йәнлек. Башҡортостанда аҡ төлкө үрсетеү менән Иглин йәнлекселек хужалығында һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа шөғөлләнәләр.

Туҡланыуы

Нигеҙҙә, кимереүселәр, шулай уҡ ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, балыҡ, умыртҡаһыҙҙар, емтек, емеш‑еләк, үлән менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

  1. Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. 5391 назв. Млекопитающие. — М.: Русский язык (издательство), 1984. — С. 94. — 352 с. — 10 000 экз.
  2. Alopex lagopus. North American Mammals. Smithsonian National Museum of Natural History. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  3. Arctic Fox // Canids: Foxes, Wolves, Jackals and Dogs / Claudio Sillero-Zubiri, Michael Hoffmann and David W. Macdonald. — IUCN, 2004. — С. 117. — 430 с. — ISBN 2-8317-0786-2.

Сығанаҡтар

Һылтанмалар