Аһал вилайәте
Аһал вилайәте (рус. Ахалский велаят, төркм. Ahal welaýaty) — Төркмәнстандың көньяғындағы административ берәмек - вилайәт. Башта административ үҙәге Ашхабад булған, әммә һуңғараҡ ул айырым административ берәмеккә сығарыла, ә үҙәге итеп Әнеү ҡалаһын билдәләйҙәр.
Тарихы
Аһал вилайәте 1992 йылдың 14 декабрендә элекке Ашхабад өлкәһе биләмәһендә ойошторола[1].
Географияһы
Вилайәт майҙаны — 97 160 км². Ул Төркмәнстандың үҙәк өлөшөнөң көньяғында урынлашҡан, Копетдаг тауы итәгендә Иран һәм Афғанстан менән сиктәш.
Аһал вилайәте Аһал-Тәкә оазисында булған 1881 йылғы Гөк-Тепе яуы, шулай уҡ Бәһерден (төркм. Bäherden) мәмерйәһендәге йылы һыулы Коу-Ата күле менән танылған[2].
Халҡы
Аһал вилайәтендә 2005 йылда — 939 700 кеше йәшәгән ()[3].2000 йылда Аһал вилайәтендә Төркмәнстандың 14% халҡы йәшәгән [4].
Иҡтисады
Аһал вилайәтенең иҡтисады аграр-индустриаль характерға эйә. Уның үҫешенә төбәктең дәүләт баш ҡалаһы янында булыуы ҙур йоғонто яһай. Дөйөм Төбәк иҡтисад өлөшө тулайым регион продуктының 23%- тан артығын тәшкил итә. 2000 йылда Аһал вилайәтенә Төрөкмәнстандың барлыҡ эш урындарының 11% - ы, ауыл хужалығы продукцияһының 23% - ы, шулай уҡ илдә сәнәғәт етештереүенең дөйөм күләменең 31% - ы тура килә. [4].
Регион газ сығарыу күләме буйынса илдә лидер булып тора (43,8 %). Уның территорияһында бер нисә эре газ ятҡылыҡтары бар.
Аһал вилайәтенең ауыл хужалығы төбәктең буйынан-буйына көнбайыштан көнсығышҡа йүнәлгән Ҡараҡом каналынан һуғарыла . Икенсе һыу сығанағы - Теджен йылғаһы, ул көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ике ҙур һыуһаҡлағыс аша Теджен ҡалаһынан көньяҡҡа табан уҙа. Рухабат этрабында «Рухубелент» ҙур агросәнәғәт комплексы булдырылған, уның үҙ баҫыуҙары, теплица хужалыҡтары, шулай уҡ йәшелсә һәм еләк-емеш эшкәртеү буйынса производство ҡеүәттәре бар.
Башҡа тармаҡтар ҙа — текстиль, мамыҡ эшкәртеү сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы үҫешә.
Шулай уҡ ҡара
Иҫкәрмәләр
- ↑ Межгосударственный совет по геодезии, картографии, кадастру, и дистанционному зондированию земли государств — участников СНГ. Изменения географических названий Туркменистана. // Изменения географических названий государств — участников СНГ : Электронный бюллетень. — Т. 10. — С. 4.
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2010. Архивировано из оригинала 10 июнь 2011 года. 2011 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған. По пустыням Казахстана и Туркмении
- ↑ Статистический ежегодник Туркменистана. 2000—2004. Национальный институт государственной статистики и информации Туркменистана. Ашхабад, 2005 год.
- ↑ 1 2 Социально-экономическая ситуация в Туркменистане в 2000 году. Национальный институт государственной статистики и информации Туркменистана. Ашхабад, 2001 год, с. 129—130 (русский).
Һылтанмалар
- ТУРИЗМ АХАЛСКОГО ВЕЛАЯТА (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- Ахалский велаят. Архивировано из оригинала 21 март 2013 года. 2013 йылдың 21 март көнөндә архивланған. Информация на сайте Государственного комитета Туркменистана по статистике.
- Ахалский велаят 2010 йылдың 29 июль көнөндә архивланған. Данные на официальном сайте Академии науке Туркменистана.
- О Ахалском велаяте. Архивировано из оригинала 13 сентябрь 2008 года. 2008 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.