А.П. Чехов (һәйкәл)

А. П. Чехов бюсы (рус. Бюст А. П. Чехова) — яҙыусы Антон Павлович Чеховтың скульптура портреты, 1903 йылда скульптор Мария Диллон тарафынан ижад ителгән. Объекттың номенклатура атамаһы: А.П. Чехов[1].

Тарихы

1903 йылда, А. П. Чеховтың әҙәби эшмәкәрлегенең 25 йыллығы билдәләнгәндә, Фәндәр академияһы йәш, әммә инде билдәле скульптор Мария Диллонға яҙыусының бюсын эшләргә ҡуша[1].

Мария Диллон бюст өҫтөндә Ялтала, Чеховтың йортонда эшләй[1]. Бюстың ике варианты эшләнә: береһе — Таганрог өсөн, яҙыусының тыуған ҡалаһына бүләк итеп, икенсеһе — Санкт-Петербургтағы Пушкин йорто вестибюле өсөн[1].

Ике бюст та Парижда билдәле Эжен Бло (Eugene Blot) оҫтаханаһында ҡойола[1].

1905 йылда Мария Диллон эшләгән Чеховтың гипс бюсы Париж салонында күрһәтелә[1].

Һаҡланған урыны

Хәҙерге ваҡытта бюстың Таганрогтағы экземпляры Таганрог сәнғәт музейында күрһәтелә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Киричек М. С. Музей под открытым небом. — ISBN 978-5-903458-30-0.

Тема буйынса өҫтәмә