А.С. Пушкин тулы буйы менән (скульптура)

А. С. ПушкинАлександр Михайлович Опекушиндың 1875 йылғы моделе буйынса Ҡаслы ысулы менән суйындан ҡойолған скульптураһы. Объекттың номенклатура атамаһы: А.С. Пушкин в рост[1].

Тарихы

А. С. Пушкин скульптураһы XX быуат уртаһында Ҡаслы суйын ҡойоу заводында тиражлау өсөн һайлап алынған конкурс эше була. Совет сәнғәт кәсептәре продукцияһының күрһәтмә өлгөһө сифатында сит илгә экспортлау өсөн тәғәйенләнә, шуға бәйле предметта «Сделано в СССР» тигән яҙыулы келәймә тора[2].

Тасуирламаһы

Шағир бөтә кәүҙәһе менән һүрәтләнгән. Ул, һул аяғын бер аҙ алға сығарып, баҫып тора. Уң ҡулы жилет аҫтында, һул ҡулы, эшләпә тотоп, арҡаһында. Шағирҙың башы эйелгән. Ул панталон, ике бортлы жилет, төймәләнмәгән сюртук һәм каррик кейгән, ә муйынына бант тағылған. Һын «А. С. Пушкину» тигән уйып яҙылған квадрат баҫҡыслы аҫлыҡҡа ҡуйылған.

Материалдар һәм техника

Әҫәр суйындан ҡойоу ысулы менән эшләнгән. Был скульптураның юғары ныҡлығын һәм оҙон ғүмерлелеген тәьмин итә. Суйын шулай уҡ юғары детализацияны тәьмин итә.

Һаҡланған урыны

Исемлектә скульптура күргәҙмәгә ҡуйылған музейҙар, шулай уҡ уның ҡойолған йылы күрһәтелгән:

Иҫкәрмәләр

  1. А.С.Пушкин. Госкаталог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2025.
  2. Статуэтка «А. С. Пушкин». Каслинский завод. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2025.
  3. Скульптура. Пушкин А.С. (репродукция памятника в г. Москве) м/р. Госкаталог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2025.

Тема буйынса өҫтәмә