Бажат

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бажат
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Мятлик луговой.
Типовой вид рода.
Общий вид растения
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Poa L.

Төр өлгөһө
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  41074
NCBI  4544
EOL  108031
GRIN  g:9612
IPNI  18760

Бажат (лат. Poa) —— ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Яҡынса 500 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик тауҙарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Бушаҡ кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ (бер йыллыҡ бажат башҡа) үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 20—150 см тиклем. Япрағы яҫы йәки буй бөкләнгән, осло, ғәҙәттә төкһөҙ, ябыҡ еңсә һәм осло йәки тупаҫ яры телсәле. Башағы 2—8 сәскәле, өлгөргәндә бүленеүсән; башаҡ тәңкәләре ҡыяҡ, осло, аҫҡы сәскә тәңкәләре ҡылсыҡһыҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ киль менәнн, 3 йәки 5 һеңерсәле, нигеҙенә ҡарай буй һәм ян‑яҡ һеңерсәләре буйлап төклө. Башағы һирәк, тармаҡлы һеперткелә. Май—июлдә сәскә ата.

Емеше — яланғас бөртөксә, июнь—августа өлгөрә. Аралы бажат, бер йыллыҡ бажат, һаҙ бажаты, ябай бажат башлыса дымлы болонда, һыу ятҡылыҡтары ярында үҫә, болон бажат — болонда, тар япраҡлы бажат — ҡоро болонда, урман бажаты — респ. бөтә терр‑яһы урмандарында һәм ҡаяларында, бүлбеле бажат, дала бажаты һ. б. далала үҫеүсе бажат башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Күренекле бажат субальп төрө Башҡортостан Республикаһының иң бейек тауҙарында табылған. Болон бажаты, бүлбеле бажат — мал аҙығы үҫемлектәре. Составында тритерпеноидтар, флавоноидтар һ. б. булған бер йыллыҡ бажат. (ҡайһы ваҡыт баҡсаларҙы ҡыйлай) һәм болон бажаты халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Болондарҙа, ҡыуаҡтар араһында, һыу ярҙары буйында, юл ҡырҙарында үҫә. 5—100 см бейеклектәге күп йыллыҡ үҫемлек. Япраҡтары тар — ҡыяҡ һамаҡ. Сәскә төркөмө — йәйенке һеперткеле, башаҡтары ваҡ, йомортҡа һамаҡ йәки эллиптик, 2-5 сәскәле. Емеше — оҙонса бөртөксә. Май-августта сәскә ата. Июнь-сентябрьҙә емештәре өлгөрә. Орлоҡтан үрсей. Мал аҙығы үләне (1 га-ҙанан 25—28 ц бесән алына). Бажат культуралы көтөүлөк һәм газон үләне булараҡ файҙаланыла. Һыуыҡҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙам үҫемлек.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мятлик // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Ырыу 167. Мятлик — Poa L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 366—426. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.
  • Цвелёв Н. Н. Ырыу 88. Мятлик — Poa L. // Злаки СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров. — Л.: Наука, 1976. — С. 433—478. — 788 с. — 2900 экз.


  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».