Ҡылыҡһырлама
Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ҡолаҡһыҙ йомро башлы бәләкәй ябалаҡ. Кеше яҡын килһә, кәүҙәһен турайтып, бәүелә башлай, һырты аҡ таплы ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы буй-буй көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған аҡ төҫтә, һупайҙынан бәләкәйерәк булыуы, ҡарараҡ төҫө менән айырыла.
Тауышы
Нескә генә һыҙғыра: «тйү-тйүү» йәки киҫкен генә тауыш бирә: «ҡыуыйт».
Йәшәү рәүеше
"Урал батыр"ҡобайырынан өҙөк
Урал тынламаҡ булған,
Һуңғы ҡат һынамаҡ булған
«Намыҫ тапар ир булһа,
Өмөтө булмаҫ көнөнән;
Ил быуынын һанаған
Көнөн айырмаҫ төнөнән:
Йыртҡыс булған йәндәргә
Ҡара төнө көн булыр,
Күҙе ҡалғыр байғошто
Төндә аулап, шат булыр.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм әҙәбиәттә байғош тураһында мәҡәлдә, әйтемдәр
- Тырыш тәкә һуйыр, байғош йүкә һуйыр.
- Байғош оң ояһын хоҙай ҡора.
- Мин байғоштоң, әйтһәм дә, баһаһы юҡ, һүҙемдең ҡәҙере китеп өнөм осҡан. М. Аҡмулла
== Архитектурала һәм әҙәбиәттә байғош образы ==
Беҙҙең э.т. V быуаттан бирле Элладаның (Греция) баш ҡалаһы Аҫинаның башняһы символы[1].
Санскрит һүҙлегендәге атамаһы башҡортса "өкө" атамаһына яҡын килә: [2]
Байғош өкө - Ябалаҡтың бер төрө (Р.:домовой сыч).Өкө ябалағы-(Р.:сова)-ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған, буй-буй ҡара таптары булғанерән һоро төҫтәге, өкөнән саҡ ҡына бәләкәйерәк ҡолаҡлы йыртҡыс ҡош; ябалаҡ.
2.Күсм. Ҡыҙғаныс, меҫкен хәлдәге кеше. Мәҡәл.
hari-locana-1. Желтоглазый 2. Сова
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
- «Лесная энциклопедия» том второй. Гл. ред. Воробьев Г. И.; Ред. кол.: Анучин Н. А., Атрохин В. Г., Виноградов В. Н. и др. Издательство «Советская энциклопедия» 1986 г.
- Пукинский Ю. Б. Жизнь сов. Л. Издательство Ленинградского университета. 1977 г.
Һылтанмалар
- База данных «Позвоночные животные России»: мохноногий сыч 2020 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.
- Ленинградский зоопарк 2007 йылдың 8 ноябрь көнөндә архивланған.
- Красная книга Бурятии 2008 йылдың 24 март көнөндә архивланған.