Банска-Бистрица крайы
Банска-Бистрица крайы[4] (словак. Banskobystrický kraj) — Словакияның һигеҙ крайының береһе, Банска-Бистрица ҡалаһындағы административ үҙәге менән бергә. Банска-Бистрица крайының майҙаны 9455 квадрат километр тәшкил итә, халыҡ һаны — 660 563 кеше (2011). Край Үҙәк Словакияла урынлашҡан..
Банска-Бистрица крайы Словакияның Нитранский, Тренчинский, Жилинский, Прешовский һәм Кошицкий крайҙары, шулай уҡ Пешт, Ноград һәм Боршод-Абауй-Земплен (Венгрия) медьелары менән сиктәш.
Административ бүленеше
Банска-Бистрицкий крайы 13 районға (окресҡа) бүленгән:
- Банска-Бистрица районы
- Банска Штьявница
- Брезно районы
- Детва районы
- Крупина районы
- Лученец районы
- Полтар районы
- Ревуца районы
- Римавска Собота районы
- Вельки Кртиша районы
- Зволен районы
- Жарновица районы
- Жьяр-над-Гроном районы
Статистик мәғлүмәт (2011)
Милли составы[5]
- словактар — 505 528 кеше (76,5 %);
- венгрҙар — 67 596 кеше (10,2 %);
- сиғандар — 15 525 кеше (2,4 %);
- башҡалар — 71 914 кеше (10,9 %)
Конфессиональ составы[6]
- католиктар — 361 774 кеше (54,8 %);
- лютерандар — 69 747 кеше (10,6 %);
- реформаттар — 10 675 кеше (1,6 %);
- атеистар — 109 945 кеше (16,6 %);
- башҡалар — 108 422 кеше (16,4 %)
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://climate-data.org/europe/slovakia/region-of-banska-bystrica-1481/
- ↑ Počet obyvateľov podľa pohlavia vo všetkých krajoch SR k 1. 1. 2021 (словак.) — Bratislava: ŠÚ SR.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Банска-Бистрица // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 14. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
- ↑ Милли составы (2011 йыл) 2012 йылдың 14 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Конфессиональ составы (2011 йыл) 2012 йылдың 14 ноябрь көнөндә архивланған.