Банска-Бистрица (хоккей клубы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Банска-Бистрица
Лигала уйнай Словакия экстралигаһы[d]
Йорт стадионы Banská Bystrica Ice Stadium[d]
Спорт төрө Шайбалы хоккей
Нигеҙләү датаһы 2005
Рәсми сайт hc05.sk
Дәүләт
Категория игроков команды Категория:Игроки ХК «Банска-Бистрица»[d]
Главный тренер
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Банска-Бистрица (словак. HC ’05 Banská Bystrica) — Словакияның профессиональ хоккей клубы, 2005 йылда ойошторола. Илдең экстралигаһында сығыш яһай. Ике тапҡыр Словакия чемпионы (2016/17 һәм 2017/18 миҙгелдәре).

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Банска-Бистрицаның «Славия» хоккей клубы 1922 йылда ойошторола. 1962 йылда клуб исеме «Осҡон» тип үҙгәртелә, һәм ул 2005 йылға тиклем шулай йөрөтөлә. Икенсе донъя һуғышына тиклем команда Словак лигаһында сығыш яһай , өс тапҡыр икенсе урынды биләй — 1930, 1932 һәм 1934 йылдарҙа. 1946 йылда Чехословакияның беренсе чемпионатында команда шайбалы хоккей буйынса ярышта ҡатнаша, ярыщ һөҙөмтәләре буйынса команда элиталы дивизионды ташлап китә. Киләһе йылда команда элитаға кире ҡайта, әммә унда нығына алмай — 1947/48 миҙгеле йомғаҡтары буйынса «Славия» Чехословакия юғары лигаһынан тағы китә, был юлы бөтөнләй[1].

Чехословакия тарҡалғандан һуң «Осҡон» Словакияның беренсе лигаһына индерелә — көсө буйынса икенсе урында торған лигаға. 1995 йылда команда юғары лигаға күтәрелә. 1995/96 йылда командалар араһында 9-сы урынды биләй һәм юғары лигала һаҡланып тороп ҡала, әммә 1996/97 миҙгелендә ҡаҙанышын ҡабатлай алмай.1998/99 миҙгелендә "Осҡон " һуңғы тапҡыр Словакия юғары дивизионl ҡатнаша.

2005 йылда клубтың исеме «05 Банска-Бистрица» тип үҙгәртелә. 2007/08 йыл миҙгелендә команда юғары лигаға эләкмәй. 2010/11 йылдар миҙгелендә команда тәүге миҙал яулай — Словакия чемпионатының бронза миҙалын. 2016/17 миҙгелендә тәүге тапҡыр ил чемпионы була. Ә киләһе йылда үҙенең уңышын ҡабатлай.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Словакияла хоккей буйынса чемпионатта:
    • Еңеүсе (1) Gold medal icon.svg : 2017, 2018
    • Көмөш призер (2) Silver medal icon.svg : 2015, 2016
    • Бронза призер (1) Bronze medal icon.svg : 2011

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйынсы Ил Тотоу тыуыу датаһы Буйы ауырлығы
Ҡапҡасы
29 Ян Лукаш Чехия Һул 2.06.1993 183 см 77 кг
35 Теему Лассила Финляндия Һул 26.03.1983 183 см 84 кг
Һаҡсылар
6 Мартин Купец Словакия Һул 25.05.1991 182 см 89 кг
7 Бранислав Кубка Словакия Уң 15.08.1988 187 см 88 кг
10 Гийом Желина Канада Һул 14.06.1993 178 см 89 кг
16 Адам Седлак Чехия Уң 21.09.1991 191 см 97 кг
19 Ян Брейчак Ҡалып:Травма Словакия Һул 29.06.1989 192 см 96 кг
48 Иван Дятелинка Вице-капитан спорт Словакия Һул 6.03.1983 196 см 100 кг
52 Ник Трекапелли Канада Уң 29.09.1991 188 см 98 кг
53 Клемен Претнар Словения Уң 31.08.1986 180 см 82 кг
56 Владимир Михалик Словакия Һул 29.01.1987 202 см 110 кг
77 Стивен Делайл Канада Уң 30.07.1990 197 см 106 кг
Һул ситке һөжүмселәр
11 Джош Бриттен Канада Һул 3.01.1990 196 см 103 кг
17 Милош Бубела Словакия Уң 25.08.1992 188 см 86 кг
21 Гилберт Габор Словакия Һул 11.09.1995 193 см 93 кг
28 Матей Гиляк Словакия Уң 6.05.1995 178 см 84 кг
Үҙәк форвардтар
8 Павол Скалицкий Словакия Уң 9.10.1995 195 см 94 кг
22 Матей Чешик Словакия Һул 26.06.1988 187 см 91 кг
25 Алекс Тамаши Словакия Һул 25.03.1981 184 см 85 кг
43 Томаш Суровы Капитан спорт Словакия Һул 24.09.1981 186 см 98 кг
72 Михал Кабац Словакия Һул 1.12.1995 193 см 99 кг
80 Томаш Хрнка Словакия һул 11.11.1991 196 см 97 кг
88 Далибор Бортняк Ҡалып:Вице-капитан Словакия Һул 17.02.1991 194 см 92 кг
Уң ситке һөжүмселәр
15 Марио Лунтер Ҡалып:Йәрәхәт Словакия Һул 20.06.1994 182 см 82 кг
27 Эрик Фай Канада Уң 27.07.1989 183 см 81 кг
38 Гийом Аслен Канада Уң 9.09.1992 180 см 88 кг
57 Чейсон Хохман Америка Ҡушма Штаттары Уң 10.01.1993 175 см 79 кг
61 Марек Бартанус Словакия Уң 13.02.1987 190 см 99 кг
Тренерҙар штабы
  • Владимир Орсаг — баш тренер.
  • Рихард Зедник — ассистент
  • Павол Рыбар — ҡапҡасылар тренеры

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Клуб тарихы 2017 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған. (словак.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]