Барселона университеты
Барселона университеты (рус. Барселонский университет, кат. Universitat de Barcelona, UB; МФА: [uniβəɾsiˈtad də βəɾsəˈlonə]; исп. Universidad de Barcelona; лат. Universitas Barcinonensis) — Барселонала (Каталония автономиялы берләшмәһе, Испания) урынлашҡан юғары уҡыу йорто.
Донъя университеттарының төрлө рейтингтары Барселона университетын Испанияла иң яҡшыһы тип бер нисә тапҡыр атай:
— 2016 йылда академик өлгәшеү буйынса университет рейтингы[3];
— 2018 йылда иң яҡшы глобаль университеттар рейтингы[4];
— 2018 йылда донъя университеттарының академик рейтингы (Шанхай рейтингы)[5].
Донъя кимәлендә халыҡ-ара университет рейтингылары (шул иҫәптән QS Донъя университеттар рейтингы[6] һәм THE Донъя университеттар рейтингы[7])) университетты тәүге 200, ә ҡайһы бер өлкәләрҙә — тәүге 100 иҫәбенә индерә.
Төрлө халыҡ-ара университеттар берекмәләренә инә: Европа университеттары ассоциацияһы, Коимбр төркөмө, Европа тикшеренеү университеттары лигаһы, Урта диңгеҙ университеттары ассоциацияһы һәм башҡалар[8]
Тарихы
Университет тарихы 1402 йылда Барселона графы һәм Арагон, Валенсия, Сардиния һәм Сицилия короле Мартин I ҡалала медицина һәм сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалғандан һуң башлана. Асылда университет 1450 йылдың 3 ноябрендә король Альфонсо V Великодушный указы менән бирелгән өҫтөнлөктәргә ярашлы нигеҙләнә. 1536 йылда Рамбла урамында университет бинаһы төҙөлә башлай[9].
1714 йылда король Филипп V үҙенең указдары менән испан мираҫы өсөн һуғыш барышында уға ярҙам итеүҙән баш тартҡан төбәктәрҙе үҙидара хоҡуғынан һәм башҡа ҡайһы бер өҫтөнлөктәрҙән мәхрүм итә. Атап әйткәндә, университет Барселонанан Сервераға күсерелә, унда 1837 йылға тиклем була. Каталонияның баш ҡалаһына ул бөтөнләйгә 1842 йылда, королева Изабелла II Беренсе Карлист һуғышында еңгәндән һуң күсә[9].
1863 йылда бөтә факультеттарҙы бер ҡыйыҡ аҫтында урынлаштырыу маҡсатында иҫке ҡала стеналарынан ситтә, Университет майҙанында яңы бина төҙөй башлайҙар. Төҙөлөш 1882 йылда ғына тамамланһа ла, яңы корпустарҙа уҡыуҙар 1870 йылдар башында уҡ башлана. Әммә 1968 йылға тиклем Каталонияла берҙән-бер булған университетта белем алыусы талиптар һанының тиҙ артыуы арҡаһында яңы кампус төҙөү кәрәк була. Төҙөлөш 1950-се йылдарҙа Педральбес районында башлана. 1990-сы йылдарҙа уға тағы ла берәү өҫтәлә — Мундет кампусы[9].
2004 йылда университет Барселона халыҡ-ара тикшеренеүҙәр институтын булдырыуҙа ҡатнаша.
Факультеттар
Университет составына түбәндәге факультеттар инә:[10]
- Нәфис сәнғәт факультеты
- Китапханасылыҡ һәм информатика факультеты
- Биология факультеты
- Ер ғилеме факультеты
- Хоҡуҡ факультеты
- Иҡтисад һәм бизнес факультеты
- Педагогика факультеты
- Фармацевтика факультеты
- Филология факультеты
- Философия факультеты
- Физика факультеты
- География һәм тарих факультеты
- Математика һәм информатика факультеты
- Медицина факультеты
- Шәфҡәт туташтары факультеты
- Стоматология факультеты
- Психология факультеты
- Химия факультеты
Галерея
Билдәле уҡыусылары
В числе выпускников университета немало видных политических деятелей, глав государств и правительств:
- Бартумеу Кассани Жауме — премьер-министр Андорры в 2009—2011.
- Камбо-и-Батле Франсеск — министр экономики Испании в 1918—1919; министр финансов Испании в 1921—1922.
- Компанис Луис — глава женералитета Каталонии в 1933—1940.
- Марагаль Паскуаль — глава правительства Каталонии в 2003—2006.
- Мас Артур — глава правительства Каталонии в 2010—2016.
- Пардо Мануэль — президент Перу в 1872—1876.
- Роблес Маргарита — министр обороны Испании с 2018.
- Чакон Карме — министр обороны Испании в 2008—2011.
Билдәле уҡытыусылары
- Ферраротти Франко — итальян социологы, Италия депутаттары палатаһының (1959—1963) элекке ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Diari Oficial de la Generalitat de Catalunya (кат.) — Entitat Autònoma del Diari Oficial i de Publicacions de la Generalitat de Catalunya, 2020. — сығ. 8307. — ISSN 1988-298X
- ↑ https://web.archive.org/web/20210118203852/https://www.ub.edu/web/portal/ca/la-ub/la-universitat/sobre-la-ub/la-ub-en-xifres/
- ↑ University Ranking by Academic Performance 2016-2017. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано 25 февраль 2019 года.
- ↑ US News Best Global University Rankings. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано 9 апрель 2022 года.
- ↑ Academic Ranking of World Universities 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано из оригинала 16 август 2018 года.
- ↑ QS World University Rankings. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано 25 февраль 2019 года.
- ↑ THE World University Rankings 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано 5 сентябрь 2017 года.
- ↑ International networks and associations to which the UB belongs. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано 25 февраль 2019 года.
- ↑ 1 2 3 The University of Barcelona: 568 years of history. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано 11 апрель 2019 года.
- ↑ Facultats de la Universitat de Barcelona. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано 21 ғинуар 2019 года.
Һылтанмалар
- Universitat de Barcelona (каталан.) (исп.) (инг.)