Башнефтегеофизика

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башнефтегеофизика
Башнефтегеофизика (лого).png
Нигеҙләнгән йыл 1932
Урынлашыуы Башҡортостан Өфө, Башҡортостан, Рәсәй
Төп фигуралар Рөстәм Адиев, генераль директор
Продукция Геофизик тикшеренеүҙәр, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм интерпретациялау, геофизик аппаратураларҙы эшләү һәм етештереү
Төшөм 24,7 млрд һум (2023)
Эшселәр һаны 3327 (2023)
Сайт bngf.ru

«Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәте — Рәсәйҙең нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм ҡулланыу өсөн геофизик тикшеренеүҙәргә махсуслашҡан компаниялар төркөмө. Волга-Урал нефть-газ провинцияһының оло предприятиеларының береһе. Разведка геофизикаһынан алып ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙе күҙәтеүгә тиклем киң хеҙмәт күрһәтәй[1]. Рәсәйҙең система барлыҡҡа килтереүсе ойошмалары исемлегенә (рус.)баш. инә.

Компания 1932 йылда Волга-Урал нефть-газ провинцияһында ятҡылыҡтарҙы әүҙем эшкәртә башлауға бәйле барлыҡҡа килә. Был төбәктә геофизик тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү өсөн беренсе аҙым була[2].

1950 йылда «Башнефтегеофизика» союз дәүләт геофизика тресы ойошторола, ул геологоразведка эштәрен тағы ла һөҙөмтәлерәк үткәреү өсөн тырышлыҡты һәм ресурстраҙы үҙәкләштерергә мөмкинлек бирә[3].

1987 йылда трест производство берекмәһе тип үҙгәртелә. 1993 йылда «Башнефтегеофизика» производство берекмәһе нигеҙендә акционерҙар йәмғиәте ойошторола.

1996 йылда берекмә асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә. Был акционерҙар даирәһен киңәйтергә һәм өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирә[4].

2024 йыл һуңында «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәтендә директорҙар советы рәйесе Йәүҙәт Адиев менән уның улы — генераль директор Рөстәм Адиев араһында корпоратив низағ тыуа. Йәүҙәт Адиев улын генераль директор вазифаһынан алып ташларға тырыша[5].

Рөстәм Адиевтың ҡатыны, акцияларҙың миноритар пакетына эйә Ольга Адиева, Йәүҙәт Адиев контролендә булған «Геоинкон» һәм «Геосейсервис» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәрҙе компания акционерҙары иҫәбенән сығарыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә. Яуап итеп Йәүҙәт Адиев киленен акционерҙар иҫәбенән сығарыу тураһында ғариза бирә[6]. 2025 йылдың 28 февралендә Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды ике мөрәжәғәтте лә ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарта[7].

2025 апрелендә Ольга Адиева директорҙар советының 2025 йылдың 24 мартындағы ҡарарҙарын ғәмәлдә түгел тип таныуҙы һорап, ҡабат судҡа мөрәжәғәт итә, был корпоратив низағтың тамамланымауын күрһәтә[8].

Бынан тыш, 2025 йылдың апрелендә «Башнефтегеофизика»-ның мировой килешеүҙәр төҙөп, «Роснефть» компанияһының ярҙамсы структуралары менән бәхәстәрҙе көйләүе мәғлүм була. Компанияның «Восток Ойл», «Таймырнефтегаз» һәм «НГХ-Недра» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәргә дәғүәһе дөйөм алғанда 8,5 млрд һум суммаға бәйле[9].

«Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәте киң ҡырлы, шул иҫәптән разведка һәм кәсепселек геофизикаһы хеҙмәттәре күрһәтә. Компания мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм интерпретациялау менән шөғөлләнә, был ер төҙөлөшө тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге бирә.

Мөһим эшмәкәрлек йүнәлеше булып геофизика аппаратураларын эшләү һәм етештереү тора. Компания шулай уҡ ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү һәм ятҡылыҡ табыусы һәм уларға газ, йылылыҡ, һыу һәм һауа ҡатнашмаларын тултырыусы скважиналарҙы контролләй, уларҙың эшен күҙәтә.

ЕГРЮЛ мәғлүмәттәре буйынса, компанияның төп эшмәкәрлеге булып «Ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеү һәм минарал-сеймал базаһын киңәйтеү өлкәһендә геология-разведка, геофизик һәм геохимик эштәр» (ОКВЭД 71.12.3) тора. Барлығы компания 34 төр эшмәкәрлек башҡара.

Корпоратив мәғлүмәт

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2021 йылдың 31 декабренән «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры — Рөстәм Адиев. 2023 йылды ойошмала 3327 кеше эшләй[10].

Финанс күрһәткестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2023 йыл йомғаҡтары буйынса финанс күрһәткестәре тотороҡло үҫеш күрһәтә: һатыуҙан килгән аҡса 24,7 млрд һум тәшкил итә, килем 3,2 млрд һумға етә. һатыуҙың үҙҡиммәте 18,1 млрд һум булһа, тулайым килем — 6,7 млрд һум. Барлыҡ операцияларҙан 27,5 млрд һум аҡса килгән[11].

  1. История компании. www.bngf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2025.
  2. Характеристика предприятия ОАО 'Башнефтегеофизика'. www.bibliofond.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2025.
  3. Основные исторические этапы развития геофизических исследований в Республике Башкортостан. КиберЛенинка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2025.
  4. Башнефтегеофизика. 10 июнь 2025 тикшерелгән.
  5. Семейный конфликт входит в корпорацию (24 декабрь 2024). 6 июнь 2025 тикшерелгән.
  6. Нефть, масло, спецодежда? Что приносит миллиарды 20 самым прибыльным компаниям Башкирии. 6 июнь 2025 тикшерелгән.
  7. Акционеры остались при своих (3 март 2025). 6 июнь 2025 тикшерелгән.
  8. Семейная война за геофизический актив: отец и сын Адиевы не поделили компанию с оборотом 26 млрд рублей. abireg.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2025.
  9. Компания "Башнефтегеофизика" урегулировала миллиардные споры с подразделениями "Роснефти". www.tek-all.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2025.
  10. АО "Башнефтегеофизика". Клерк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2025.
  11. АО «Башнефтегеофизика» (билдәһеҙ). РБК Компании. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2025.