Башҡортостан (сауҙа үҙәге)
«Башҡортостан» сауҙа үҙәге Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан. 1987 йылдың 31 октябрендә асылған[1].
Тарих
Йүнәлеше
Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары (50 меңдән ашыу төр) менән ваҡлап-күмәртәләп сауҙа итеүҙе, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһын етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра, 90-ға яҡын өҫтәмә хеҙмәт күрһәтә. Дөйөм майҙаны 36 мең м² булған бинаны биләй, шул иҫәптән сауҙа залдары — 11,7 мең м², склад бүлмәләре — 5,4 (һыуытылғандары — 0,4).
Составы: 2 универсаль магазин, йәмәғәт туҡланыуы комбинаты (ресторан, кафе, бар, ашхана); 4 мең берәмектән ашыу сауҙа-технологик һәм һыуытыу ҡорамалы, 1000 еңел автомобилгә автотуҡталҡаһы бар. 2010 йылда 400‑ҙән ашыу кеше эшләгән. «Башҡортостан» хеҙмәттәре менән көн һайын 10—20 мең кеше файҙалана.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» сауҙа үҙәге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡортостан халыҡ сауҙа үҙәге