Бағаряҙ (һырт)
Бағаряҙ — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама
Ишембай һәм Ғафури райондары буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 477 м. Рельефында текә битләүҙәр һәм ҡаялы яланғас тау тоҡомдары, тау араһы уйһыулыҡтары өҫтөнлөк итә. Аҫҡы карбондың турней ярусы һәм визе ярусының карбонатлы тоҡомдарынан (ҙур һәм ҡатламлы эзбизташтар, аргиллиттар, һирәгерәк доломиттар һ.б.) ғибәрәт. Карст таралған. Рәүҙәк йылғаһының үрге ағымында ер аҫты аҡмалары бар. Ландшафтар киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә, йыла,саған) тора. Бағаряҙ итәгендә йоҡа ҡатламлы ташлы һәм һоро урман тупраҡтарында имән урмандары үҫә.
Һылтанмалар
- Бағаряҙ (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.