Баһауетдинов Ришат Диас улы

Баһауетдинов Ришат Диас улы — «Волга пароходлығы» суднолар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы, «В. Ф. Танкер», «ВодоходЪ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәр, «Ока суднолар эшләү верфы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте рәйесе. Рәсәй суднолар эшләү палатаһы советы рәйесе урынбаҫары.

Рәсәйҙең Европа өлөшө өсөн төп пароходсылыҡтарҙы — Волга, Төньяҡ-Көнсығыш һәм «В. Ф. Танкер», шулай уҡ Ока судоверфын, Нева суднолар эшләү һәм ремонтлау заводын, суднолар йөрөү һәм суднолар ремонтлауҙың башҡа бик күп активтарын берләштергән Volgo-Balt Transport Holding (VBTH) холдингына (14 мең кеше эшләй, флотта 450 берәмек иҫәпләнә) нигеҙ һалыусы.

VBTH Universal Cargo Logistics Holding (UCL Holding) халыҡ-ара транспорт төркөмө составына ингәндән һуң, T.A. Management идара итеү компанияһында суднолар йөрөү һәм суднолар эшләү эшмәкәрлеген етәкләй. Холдинг флотын яңыртыу буйынса киң ҡоласлы программа башлай.

Заманса RST27 танкеры, йылғаларҙа нефть ташыған иң ҙур Рәсәй танкерын, бейеклеге Санкт-Петербург һәм Дондағы Ростов күперҙәре аҫтынан, уларҙы күтәрмәйенсә лә сығып йөрөй алған яңы быуын RSD44 ҡоро йөк ташыу судноһы проектын эшләүҙә ҡатнаша.

Биографияһы

Ришат Диас улы Баһауетдинов 1966 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа.

1988 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса бүлек начальнигы булып башлай (1991).

2001 йылда «Волга пароходсылығы» суднолар компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы составына инә.

2003—2006 йылдарҙа «Волга-Балтика компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2006—2009 йылдарҙа — генераль директорҙың кәңәшсеһе, 2007 йылдан «Инфотек-Балтика М» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2009 йылдан — «Транспорт активтары менән идара итеү» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең суднолар эшләү һәм суднолар йөрөү эшмәкәрлеге буйынса директор.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Диңгеҙ коллегияһының «Диңгеҙ эшмәкәрлегендәге отличие өсөн» миҙалы (2016).
  • РФ Оборона министрлығының «Хәрби берҙәмлекте нығытыу өсөн» миҙалы (2012).
  • РФ Транспорт министрлығының «Рәсәй транспортының почётлы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе (2016).
  • РФ Транспорт министрлығының «Диңгеҙ флотының почётлы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе (2014).
  • РФ Транспорт министрлығының «Һыу һәм ҡоро ер бәйләнештәре менән идара итеүҙең 200 йыллығы хөрмәтенә» юбилей күкрәк билдәһе (2009).