Безносов Николай Никитьевич
Безносов Николай Никитьевич (19 декабрь 1924 йыл — 7 ноябрь 2001 йыл) — СССР-ҙың велосипед спорты буйынса тренеры, саңғы буйынса ике төр ярыштың Бөтә союз категориялы судьяһы[1]. СССР-ҙың спорт мастеры (1952), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).
Биографияһы
Николай Никитьевич Безносов 1924 йылдың 19 декабрендә Удмурт АССР-ының Гальянский Починок ауылында тыуған. Урал дәүләт физик культура университетын тамамлай.
СССР кубогының бронза призеры (1952), РСФСР саңғы буйынса ике төр ярыштың көмөш (1950) һәм бронза (1953) призеры.
СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1950-1952), бер үк ваҡытта РСФСР йыйылма командаһы тренеры (1950-1953).
1962 йылдан алып трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса ике төр ярыш буйынса Өфө олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, Өфөлә саңғыла һикереү өсөн трамплин төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе була.
1970—1980-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһының өлкән тренеры.
Уҡыусылары
Тәрбиәләнеүселәре араһында И. И. Ғарифуллин, Ф. Ш. Зәкиров.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР-ҙың спорт мастеры (1952)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)
- СССР кубогының бронза призеры (1952)
- РСФСР саңғы буйынса ике төр ярыштың көмөш (1950) һәм бронза (1953) призеры
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия. В 7 т. / Гл. редактор М. А. Ильгамов. Т.1: А—Б. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.
Һылтанмалар
- Безносов Николай Никитьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)