Бельцова Александра Митрофановна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
латыш. Aleksandra Beļcova
Гражданлығы
Хәләл ефете Сута, Роман[d]
Балалары Татьяна Сута[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Латвийский национальный художественный музей[d][1]
Жанр портрет[d], пейзаж[d], натюрморт, истории в картинках[d] и графика[d]
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө художница, художник-график
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][3][4]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Тыуған көнө 17 март 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[5][6]
Эшмәкәрлек төрө Живопись
Заты ҡатын-ҡыҙ
Ерләнгән урыны
Вафат булған көнө 1 февраль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[7][6] (88 йәш)
Сәнғәт йүнәлеше кубизм[d] и реализм[d]
Тыуған урыны

Бельцова Александра Митрофановна (латыш. Aleksandra Beļcova; 17 март 1892 йыл — 1 февраль 1981 йыл) — СССР рәссамы, «Рига рәссамдар төркөмө» һәм «Йәшел ҡарға» берекмәләре ағзаһы, «Балтарс» фарфор изделиеларын биҙәү буйынса оҫтахана рәссамы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александра Митрофановна Бельцова 1892 йылдың 17 мартында ҙур булмаған Сураж ҡалаһында (хәҙер Брянск өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Бельцов Митрофан — ҡаҙаныштары өсөн дворян титулына лайыҡ булған.

Пенза художество мәктәбендә уҡый (1912—1917), рәссам Натан Альтмандың Петроград оҫтаханаһына өҫтәмә дәрестәргә йөрөй (1918—1919). Буласаҡ тормош иптәше Роман Сутаның саҡырыуы буйынса 1919 йылда Латвияға килә.

1920—1924 йылдарҙа «Рига рәссамдар төркөмө» ағзаһы була. 1920 йылдан алып һүрәттәре күргәҙмәләрҙә, шул иҫәптән «Йәшел ҡарға» берекмәһенең төркөм күргәҙмәләрендә ҡуйыла (1927—1931). Шәхси күргәҙмәләре: Рига (1928, Роман Сута менән берлектә, 1962, 1972), Тукумс (1963), Ленинград (1972, 1973), Лиепая (1974), Юрмала (1977). Иҫтәлекле күргәҙмә: Рига (1984), Мадона һәм Лиепая (1985), Валмиера (1986).

1945 йылдан алып СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Май, пастель, акварелдәр техникаһында эшләй. Башлыса натюрморт һәм портрет. Ире менән бергә «Балтарс» фарфор изделиеларын биҙәү буйынса оҫтахана эшендә ҡатнаша (1924—1929)[8].

Иң билдәле эштәре: «Ҡара һәм Аҡ» (1925), «Аустра Озолини-Краузе портреты» (1927), «Теннисист ҡыҙ» (1928).

2008 йылда Ригала Александра Бельцова һәм Роман Сута ижадына арналған музей асыла.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ире, Роман Сута — рәссам; ҡыҙы, Татьяна Сута — сәнғәт белгесе; ейәне, Сута Инга — музыкант.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Pionnières, Artistes dans le Paris des années folles — 2022. — бит 208.
  2. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #126030596 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  3. DACS register
  4. ADAGP directory
  5. Delarge J. Aleksandra BELCOVA // Le Delarge (фр.) — Paris: Gründ, Jean-Pierre Delarge, 2001. — ISBN 978-2-7000-3055-6
  6. 6,0 6,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  7. Aleksandra Beļcova // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  8. Māksla un arhitektūra biogrāfijās / [atb. red. Andris Vilsons, Anita Vanaga; zin. red.: Velta Holcmane … [u.c.]; fotogr.: Aivars Lode, Mārtiņš Salna]. 1. sēj. A-Kal. — Rīga : Latvijas enciklopēdija, 1995 : (Latvijas karte). — 255 lpp. : il. ; 24 cm. — (Latvija un latvieši). ISBN 5-89960-058-6 Grāmata Skata formas Eksemplāri (латыш.)(латыш.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Māksla tēlotāja Latviešu: 1860—1940. Rīga, 1986
  • Siliņš māksla J. Latvijas: I 1915—1940 Stokholma, 1988
  • Unerwartete Begegnung: Avantgarde lettische: 1910—1935. Köln,1990.
  • Бужинска Ирена. Две женщины-художницы в Латвии. Александра Митрофановна Бельцова и Маргарита Лиепине-Скулме // «Амазонки авангарда» / Ответственный редактор Георгий Фёдорович Коваленко; Государственный институт искусствознания. Министерства культуры Российской Федерации. — М.: Наука, 2004. — С. 264—275. — ISBN 5-02-010251-2.
  • Бужинска Ирена. Бельцова Александра Митрофановна // Энциклопедия русского авангарда (2013—2014): Изобразительное искусство. Архитектура / Авторы-составители Василий Иванович Ракитин, Андрей Дмитриевич Сарабьянов; Научный редактор А. Д. Сарабьянов. — М.: RA, Global Expert & Service Team, 2013. — Т. I: Биографии. А—К. — С. 65. — ISBN 978-5-902801-10-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]