Бенгаль уты
Бенгаль уты (калька нем. bengalisches Feuer[1]) — пиротехникала ҡулланылған яныусан ҡушылма. Хәҙерге осҡонло бенгаль утында окисландырыусы сифатында азотлы барий, яғыулыҡ өсөн алюмин йәки магний онтағы, елем сифатында декстрин йәки крахмал, шулай уҡ осҡондар барлыҡҡа килһен өсөн оксидланған тимер йәки ҡорос онтағы бар.
Бенгаль уты — байрам кәйефен тыуҙырыусы бәләкәй ҡул фейерверктары, Яңы йыл байрамының төп атрибуттарының береһе. Бөгөнгө көндә формаһы һәм төҫө буйынса айырылып торған төрлө бенгаль уттары бар.[2]
Тарихы
Боронғо Һиндостанда, Бенгалияла — Көньяҡ Азияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге тарихи төбәктә урындағы халыҡ бамбук көпшәләрен (торбаларын) файҙаланған, уларҙа сигналдар биреү өсөн селитра, көкөрт һәм көкөртлө һөрмә ҡатышмаһын яндырғандар. Һуңыраҡ бындай уттар ғибәҙәтханаларҙы йолалар башҡарыу ваҡытында биҙәгән. Сараның маҡсатына ҡарап, был уттан яҡшы һәм яман еҫ килеүе ихтимал, хуш еҫлеһе — «изге ут», яманын «яуызлыҡ еҫе» тип атайҙар. Утҡа хуш еҫ канифоль һәм көкөрттөң төрлө ҡушылмалары ярҙамында бирелә.[2]
VIII быуат башына бенгаль халҡы төҫлө ут (йәшел, зәңгәр һәм һары) алырға һәм яныу ваҡытын арттырырға өйрәнгән. Үҫемлектең ҡоро һабағын йоҡа көпшәгә урап яндырғандар. Был асыш бөтә Азияла әүҙем тарала башлай, уға ошо ут тәүге тапҡыр ҡулланылған провинцияның исеме хөрмәтенә «бенгаль» атамаһы бирелә.[3] Дарыға оҡшаш тәүге бенгаль утын Ҡытайҙа 3000 йыл элек әҙерләгәндәр. Улар хәрби маҡсатта ла, шулай уҡ төҫлө уттар — тәүге фейерверктар яһау өсөн дә файҙаланылған.[4]
Европала бенгаль уты XVI быуатта, Һиндостан менән Европа араһында сауҙа юлдары асылғандан һуң барлыҡҡа килә. Уны күңел асыу өсөн файҙаланғандар, осҡонло декорациялар һәм яҡтыртыу элементтары уйлап тапҡандар. Европала таралғанға тиклем бенгаль уты ялҡынлы булған. Европалылар технологияны үҙгәртә һәм осҡонло ут көслө тәьҫир тыуҙыра, составына тимер көйөгө, онталған суйын һәм магний онтағы өҫтәй.
Ошо уҡ осорҙа фейерверктар Японияла барлыҡҡа килә һәм күңел асыу ғына түгел, фәлсәфәүи мәғәнәгә лә эйә була. Бенгаль утының яныу этаптары («Сенко Ханаби» япон мәғәнәһендә) тормош барышын символлаштыра. Утты күҙәтеү медитация ысулы, тип иҫәпләнгән. Балалар йышыраҡ бенгаль уттарын уйындар өсөн файҙаланған. Пиротехника, шул иҫәптән Европанан бенгаль уттары, Рәсәйгә Петр I дәүерендә килгән. Әммә унан күпкә алдараҡ көнсығыш славяндары, башҡа боронғо халыҡтар кеүек үк, ут тоҡандырыу ысулына эйә булған . Осҡон сатҡыларын ялҡын өҫтөндә сәскәндә ер өҫтөнә түшәлгән үлән (плаун) бирә. Бындай ут бихисап халыҡ йолаларын башҡарғанда ҡулланыла.[4] Бенгаль уты сәхнә тамашаһының аҙағында ҡулланыла башлай, был турала Л. Н. Толстой «Поликушка» (1863) повесында яҙа.[5].
Төҙөлөшө
Бенгаль шәмдәре бенгаль уты менән тимер сым киҫәктәренән тора.
Спин яныу режимы бенгаль шәменең үҙенсәлеге булып тора — яныу шәм күсәре тирәләй спираль буйлап бара. Процесс сымдың йылы үткәреүсәнлеге яғыулыҡ материалына ҡарағанда юғарыраҡ булыуы арҡаһында килеп сыға.[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Аникин А. Е. Русский этимологический словарь. Выпуск 3. (бе — болдыха́ть) / Институт русского языка имени В. В. Виноградова РАН, Институт филологии Сибирского отделения РАН. — М.: Рукописные памятники Древней Руси, 2009. — С. 92. — 800 экз. — ISBN 978-5-9551-0356-3.
- ↑ 1 2 Почему бенгальские огни так называются? Аргументы и факты (31 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
- ↑ Гельман З. Е. В глубины веков за сладостью… // Химия и жизнь. — 1976. — № 2. — С. 116.
- ↑ 1 2 Е. Николаева. Новогодние искры: кто придумал бенгальские огни почему они так называются (9 ғинуар 2024).
- ↑ Л. Н Толстой. Собрание сочинений в двенадцати томах. — М.: Правда, 1987. — Т. 2. — С. 355. — (Библиотека «Огонек». Отечественная классика). — 1 500 000 экз.
- ↑ В. И. Бабушок, В. Я. Симоненко, В. С. Бабкин. Спиновый режим горения бенгальской свечи // Физика горения и взрыва. — 1993 год. — № 5. — С. 103—104. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
Әҙәбиәт
- Бенгальский огонь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бенгальский огонь // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.