Береговой (Кәҫле районы)
Береговой | |
Административ-территориаль берәмек | Береговое сельское поселение[d][1] |
---|---|
Дәүләт | |
Урындағы телефон коды | 35149 |
Почта индексы | 456847 |
Административ үҙәге | Береговое сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 227 метр |
Береговой — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы ҡасаба. Береговой ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасабаға 1930 йылда «Бәғәрәк» совхозының 1-се бүлексәһе эргәһендә нигеҙ һалына (1960 йылда «Береговой» совхозы тип үҙгәртелә); тораҡтарҙан тик барактар ғына булған. 1950 йылдарҙа йорттар төҙөлә башлай. 1956 йылда мәктәп асыла, 1963 йылда — Мәҙәниәт Йорто асыла, уның янында һуңғараҡ «Гармунҡай» һәм «Таң» балалар коллективтары ойошторола (Мәскәү «Иртәнге йондоҙ» фестивале лауреаты).
Билдәле кешеләре: совхоз директоры С. П. Бусов (Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләнә); тракторист А. Ф. Ордин һәм 3-сө бүлексә идарасыһы отделением Т. Ф. Вайданов (Хеҙмәт Даны ордены).[3]
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рельефы - урман-дала. Пороховое күленең көньяҡ ярында, район үҙәгенән, Кәҫленән, төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡасаба диңгеҙ кимәленән 227 метр бейеклектә[4]
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[6] |
2136 | ↘1815 |
Халҡы 2136 кеше тәшкил итә (1970 йылда — 2082, 1983 йылда — 2214, 1995 йылда — 2565 кеше).
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда халыҡ һаны ҡасабала 1815 кеше тәшкил иткән (1010 ҡатын-ҡыҙ һәм 805 ир-егет).
Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасабала урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы (МДОУ Д/С «Әкиәт»), мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, участка дауаханаһы[7] һәм элемтә бүлеге эшләй. Ҡасабаны күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә (Кәҫле) тиклем алыҫлыҡ 45 км.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасаба 19 урам урамдан тора[8].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Береговой 2019 йылдың 24 август көнөндә архивланған.
- ↑ Beregovoy (англ.). GeoNames. Дата обращения: 2 апреля 2014.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Каталог организаций посёлка Береговой 2014 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған. // Catalogfactory.ru
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Береговой п.