Беспалова Раиса Макаровна
Раиса Макаровна Беспалова (ире буйынса Еремеева; 21 ғинуар 1925, Курил ауылы — 18 декабрь 1993, Саранск ҡалаһы) — совет опера йырсыһы (меццо-сопрано), педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1970).
Биографияһы
Раиса Макаровна Беспалова (Еремеева) 1925 йылдың 21 ғинуарында Саранск өйәҙенең Курил ауылында (хәҙерге Ромодановский районы, Мордовия) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса эрзә. Драма түңәрәге эшендә ҡатнаша.
1944—1949 йылдарҙа Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы янындағы Мордва милли опера студияһында уҡый, һуңынан 1952 йылға тиклем Һарытау консерваторияһында уҡый.
1952 йылдың авгусынан «Умарина» мордва йыр һәм бейеү ансамбле солисы була. 1959 йылдан Мордва АССР-ының Дәүләт музыкаль-драма театры (1969 йылдан Музыкаль комедия театры, хәҙер И. М. Яушев исемендәге музыкаль театр) солисы. Әммә 1973 йылда театрҙан китергә мәжбүр була.
1973—1989 йылдарҙа Л. П. Кирюков исемендәге Саранск музыка училищеһында педагог булып эшләй.
Саранск ҡала советы (1957 йыл) һәм СССР Юғары Советының Милләттәр Советы (1962 йыл) депутаты итеп һайлана.
1993 йылдың 18 декабрендә Саранск ҡалаһында вафат була.
Ғаиләһе
- Атаһы — Макар Фомич Беспалов, эрзә, балалайкала уйнай, йырларға ярата.
- Әсәһе Крестиния Силантьевна Хлопотова.
- Ире — йырсы (тенор) Дмитрий Иванович Еремеев (1927—2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы[1], Мордва АССР-ының халыҡ артисы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (07.03.1960)[2].
- Мордва АССР-ының халыҡ артисы (1964).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (07.02.1966)[3].
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (12.06.1970).
- миҙалдар.
Операларҙа ариялары
- «Пиковая дама», П. Чайковский — Полина
- «Кармен», Ж. Бизе — Кармен
- «Чио-Чио-сан», Дж. Пуччини — Сузуки
- «Литова», Л. П. Кирюков — Литова и Варда
- «Сильва», И. Кальман — Сильва
- «Марица», И. Кальман — Марица
- «Лакме», Л. Делиб — Мәликә
- «Евгений Онегин», П. Чайковский — Ольга
- «Весёлая вдова», ф. Легар — Ганна
- «Нормальня», Л. Кирюков — Важяй
- «Цыганский барон», И. Штраус — Чипра
- «Севастопольский вальс», К. Листов — Нина
- «Вольный ветер», И. Дунаевский — Клементина
- «Русалка», А. Даргомыжский — Княгиня
- «В бурю», Т. Хренников — Аксинья
- «Невеста грома», К. Акимов һәм Ф. Атянин — Царица Туча
Әҙәбиәт
- Беспалова Р. М. Творчество жизни // Театральная жизнь. — 1966. — № 7. — С. 5.
Һылтанмалар
- Беспалова (Еремеева) Раиса Макаровна. Мордовия музыкальная. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2017.
- Беспалова Раиса Макаровна. Личности. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2017.
- Беспалова-Еремеева Раиса Макаровна. finugor.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2017.
- Памятная дата Раисы Беспаловой. Государственный музыкальный театр имени Яушева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2017.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 3 апреля 1958
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета от 7 марта 1960 года «О награждении орденами и медалями СССР женщин-передовиков промышленности и сельского хозяйства, деятелей науки и культуры, работников партийных, советских, профсоюзных, комсомольских и других организаций СССР». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2022. Архивировано 25 май 2019 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 7 февраля 1966
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |