Бетлеми мәмерйәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бетлеми мәмерйәһе
Дәүләт
SEO_index noindex
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Бетлеми (груз. ბეთლემი — Вифлеем мәмерйәһе, Фәләстиндең Вифлеем ҡалаһындағы исеменән — мәмерйә, Казбек тау түбәһендә (груз. მყინვარწვერი), диңгеҙ кимәленән 4100 метр бейеклектә урынлашҡан. мәмерйәгә инеү урыны ҡыҙыл андезит текә ҡаяла нигеҙенән 350-400 метрлыҡ бейеклектә соҡолған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәмерйә тураһында беренсе тапҡыр грузин «Картлис Цховреба» йылъяҙмаһында телгә алына. уға ярашлы, йөҙ йәш яугир-хевсур Тимур-ленгтың ғәскәрҙәренән батшабикә Тамара хазиналары ҡаҙнаһының мәмерйәһендә йәшенә, һәм серҙең асылыуынан ҡурҡып, бер-береһен сәнсеп үлтерә[1]. Казбектың бейек ҡаяларында уйылған мәмерйә тураһында XVIII быуатта грузин ғалимы-тарихсыһы Вахушти Баратиони «Грузия географияһында» телгә ала:

Казбек ҡаяһында мәмерйә уйылған, һәм уны Бетлеми тип йөрөтәләр,менеүе уға ҡыйын, сөнки мәмерйәнән тимер сылбыр төшөрөлгән, һәм шуның буйлап ҡына менәләр. Унда Аллаһтың сәңгелдәге һәм бағаналарҙа тормаған һәм арҡанһыҙ Авраамдың сатыры бар тип һөйләйҙәр. Башҡа мөғжизәләре тураһында ла әйтәләр, әммә мин улар труаһында өндәшмәйем. Уның аҫтында ҡаяла соҡолған монастырь тора[1].


Инеү урынында сынйыр менән мәмерйә Илья Чавчавадзеның «Дәрүиш» поэмаһында һүрәтләнгән [2].

Мәмерйәне асыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альпинист Леван Суджашвили 1947 йылда үҙенең көндәлегендә Казбек түбәһенән көньяҡ-көнсығышта тимер ҡапҡаһы һәм түбән төшөп торған сынйыры менән мәмерйәне күргәнен билдәләй.

1948 йылдың ғинуарында альпинистар төркөмө Александр Джапаридзе етәкселеге аҫтында 5,5 м аҫҡа төшөп торған сынйырлы мәмерйәне өйрәнә. Мәмерйә көмбәҙ түшәмле, стеналары түңәрәк һәм иҙәндәре дүрт мөйөшлө плиталар менән түшәлгән. Унда сиркәү тәхете, урта быуат сиркәү кәрәк-ярағы, X—XI быуат сиркәү байрағы, XV—XVIII быуат тәңкәләре һәм башҡа әйберҙәр табылғаны[3]. Бер төркөм тикшеренеүселәр фекере буйынса, һуңғы килеүселәр мәмерйәне 100 йыл элек ҡалдырып сыҡҡан. Александр Казбеги исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бетлеми мәмерйәһенең ҡапҡалары һаҡлана.

Мәмерйәнән алыҫ түгел ҡаяла монахтарҙың хөжрәләре, ҡәбер ташы, таш тәре һәм бағана табылған. Был табылдыҡтар мәмерйәнең иң боронғо һәм иң бейек таулы христиандар ҡорамы булғанлығы, ә монахтар комплексының VI—VII быуаттар менән даталаныуы тураһында һығымта яһауға килтерә,

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бетлеми — улица в Тбилиси.

Земо Бетлеми — Верхняя Вифлеемская церковь в Тбилиси

Квемо Бетлеми — Нижняя Вифлеемская церковь в Тбилиси

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Алферов В. Казбек — такой близкий и далёкий. mountain.ru. Дата обращения: 23 апрель 2010.
  2. Чавчавадзе И.Г. Поэма «Отшельник». — 1883.
  3. Дахкильгов Ш. Горы есть поэзия природы. Activeclub (23 ноябрь 2006). Дата обращения: 23 апрель 2010. Архивировано 15 апрель 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]