Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы

Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы (20 ғинуар 1947 йыл — 26 апрель 2009 йыл) — ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары, халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1986) кавалеры.

Тормошо юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

  • Зиннур Ғизелхаҡ улы Бикбулатов 1947 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Исламғол ауылында тыуған.
  • 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
  • 1970 йылдан алып Мәләүез районы М. Ғафури исемендәге колхозда баш зоотехник, һыйыр малы һимертеү комплексы начальнигы булып эшләй.
  • 1980 йылдан КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары.
  • 1984 йылдан алып халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1990—1992 йылдарҙа БНИПТИЖиК өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1994—1998 йылдарҙа директоры.
  • 1992—1994 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй һуғым малсылығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәтәкре.
  • 2009 йылда Исламғол ауылында вафат була һәм тыуған ауылы зыяратында ерләнә.

Ғилми эшмәкәрлеге

Фәнни хеҙмәттәре республикала һуғым малсылығының үҫеше, һыйыр малының ит биреүсәнлеген арттырыу проблемаларына арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976; 1986).

Хеҙмәттәре

  • Производство говядины в условиях промышленного комплекса при жомовом корме. Оренбург, 1979;
  • Мясное скотоводство и перспективы развития в колхозах и совхозах Башкирской АССР. Уфа, 1990;
  • Обмен веществ у помесных и чистопородных животных. М., 1998.

Һылтанмалар