Бикметов Евгений Юрьевич
Евгений Юрьевич Бикметов (рус. Бикметов Евгений Юрьевич; 1964 йылдың 15 октябре, Өфө) — социолог. Социология фәндәре докторы (2003), профессор (2004).
Биографияһы
Евгений Юрьевич Бикметов 1964 йылдың 15 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 1993—1994 йылдарҙа һәм (ике йыл өҙлөктө иҫәпкә алмағанда) артабан Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта, был арауыҡ эсендә төрлө вазифалар биләп, профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә (ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, социология һәм политология кафедраһы профессоры, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы профессоры). 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты янындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының квалификацияны камиллаштырыу факультеты деканы булып эшләй[1].
Өфө дәүләт авиация техник университеты аспир-нтураһында кандидатлыҡ диссертацияһын (1993) һәм докторлыҡ диссертацияһын (2003) яҡлай. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Теоретико- -методологические проблемы оптимизации управления современным образованием» (22.00.08 — «идара итеү социологияһы» һөнәре буйынса)[2][3].
Профессиональ йәмғиәт эшмәкәрлеге:
Бикметов Е. Ю. социология фәндәре буйынса ӨДАТУ янындағы диссертацион советы ағзаһы булып тора. Рәсәй социологтар союзы ағзаһы[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф социологияһына, социаль коммуникациялар проблемаларына арналған. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Маҡтау грамотаһы (2009)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бикметов Евгений Юрьевич. УГАТУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 Социологи Башкортостана 2018 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Бикметов Евгений Юрьевич. Уфимский университет науки и технологий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- / Бикметов Евгений Юрьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.