Бикмөхәмәтова Һауа Сафиулла ҡыҙы

Викидата элементы тултырылмаған

Һауа Сафиулла ҡыҙы Бикмөхәмәтова (1.09.1921—26.03.2003) — хирург, ғалим-анатом, медицина фәндәре докторы (1973), профессор (1974). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре(1984), СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (1978)[1].

Биографияһы

Бикмөхәмәтова Һауа Сафиулла ҡыҙы 1921 йылдың 1 сентябрендә Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһында тыуған.

Башҡорт дәүләт медицина институтында белем ала.

1944 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1986 йылдарҙа оператив хирургия һәм топографик анатомия кафедраһы мөдире.

1973 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай,

1974 йылдан — профессор.

Фәнни хеҙмәттәре коронар ҡан әйләнешенең нервы-ҡан тамырҙары регуляцияһы проблемаларына арналған. Бикмөхәмәтова Һ. С. парасимпатик экстракардиаль нервыларҙың новокаин ярҙамында блокадаһы техникаһын эшләй.

120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984),
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978)[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Бикмухаметова Х. С. Хирургическое лечение коронарной болезни. Воронеж, 1972[4].