Бобер Николай Васильевич

Бобер Николай Васильевич (1 август 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Милләте — украин[2]

Биографияһы

Николай Васильевич Бобер 1947 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Яблуновка ауылында тыуған.

1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.[3]

1966—1969 йылдарҙа —"Востокнефтезаводмонтаж" трестының монтаж идаралығы слесарь-монтажсыһы, 1969—1971 йылдарҙа — трестың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары.

1971—1984 йылдарҙа — «Востокнефтезаводмонтаж» тресының монтаж идаралығы мастеры, монтаж участкаһы етәксеһе, «Бирскмежрайгаз» тресының баш инженеры, идарасыһы.

1984—1987 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1987—1992 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992—1998 йылдарҙа — Бөрө ҡала хакимиәте башлығы, 1998 йылдан Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы.

48-се Иглин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[4][5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ

  • [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
  • [Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары]

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Бобер Николай Васильевич // https://www.biografija.ru/biography/bober-nikolaj-vasilevich.htm
  2. ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  3. ↑ Бобер Николай Васильевич// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  4. ↑ 12 созыв (БАССР)
  5. ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30

Сығанаҡтар

Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар