Бодли китапханаһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бодли китапханаһы
ингл. Bodleian Library
Нигеҙләүсе Томас Бодли[d]
Историческое графство Оксфордшир[d]
Страница учреждения на Викискладе Bodleian Library
Вид в ночное время
Хөрмәтенә аталған Томас Бодли[d]
Изображение интерьера
Ойошма ағзаһы Research Libraries UK[d][1], IIIF Consortium[d][2] и Международная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][3]
Рәсем
Рәсми асылған ваҡыты 1602
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Адрес Radclliffe Square[4]
Изображение входа
Рәсми сайт bodleian.ox.ac.uk/… (инг.)
Милке Gough Map[d], Shelley's guitar[d] и Selden Map of China[d]
Географический код Великобритании SP5155006415[4]
Бойһонған ойошма (филиал) UK Web Archive[d]
Менеджер/директор Richard Ovenden[d]
Фолловерҙар һаны 103 102
Урамы Broad Street[d]
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Англия
План помещения
Архивы һаҡлана Bodleian Library Special Collections[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Бодли китапханаһы[d]
Нигеҙләү датаһы 1602
Мираҫ статусы 1 дәрәжәле реестр бинаһы[d][4]
Урынлашыу
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Бодли китапханаһының Баш китапханасыһы[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Радклифф ротондаһы — Бодли китапханаһы биналарының береһе

Бодли китапханаһы[5][сн 1], (ингл. Bodleian Library) — Оксфорд университеты китапханаһы [6]. Китапхана Ватикан китапханаһынан — Европалағы иң боронғо тип һаналыуға хоҡуҡ, Британия китапханаһынан Бөйөк Британиялағы иң ҙур китап йыйылмаһы тигән титулды тартып алыуға дәғүә итә.

Китап йорто тарихы XIV быуатта Вустер епискобы Уильям Кобен (вафаты — 1327 йыл) васыяты буйынса нигеҙләнгән Оксфорд ҡалаһындағы китапхананан башлана. Күп булмаған сынйырлы китаптар тупланмаһы Хай-стритта Оксфорд университеты сиркәүенең төньяҡҡа ҡараған өлөшө өҫтөндә урынлаштырылған була[7][8].

1410 йылда китапхана университет ҡарамағына күсә, артабан Глостер герцогы Хамфри уны киңәйтеүҙе хәстәрләй. Уның тырышлығы менән китапхана 1450 йылда яңы ҙур биналарға күсә, ул биналар бөгөн дә бар. Беренсе Тюдорҙар осоронда университет хәйерселеккә төшә, Эдуард VI уның китап тупланмаларын туҙҙыра, хатта китап шкафтары ла һатыла.

1602 йылда Томас Бодли китапхананы тергеҙә, уны яңы биналар менән тәьмин итә. Ул китапханаға үҙенең китаптар йыйылмаһын тапшыра, Төркиәнән, Ҡытайҙан китаптар ҡайтартыуҙы хәстәрләй. Киләһе быуаттарҙа тағы бер нисә бина төҙөлә, улар араһында — британ палладиолығы шедевры булған Радклиф ротондаһы (1737—1769).

1610 йылдан (рәсми — 1662 йылдан) китапхана илдә нәшер ителгән бөтә баҫмаларҙың бер данаһын мотлаҡ алыу хоҡуғына эйә.

Китапхана манускриптары араһында Борис Годунов хакимлығы осорондағы рус ауыҙ-тел фольклоры ҡомартҡылары тупланмаһы бар.

  1. http://www.rluk.ac.uk/rluk-members/members/
  2. https://iiif.io/community/consortium/#members
  3. https://cdn.ifla.org/wp-content/uploads/ifla-members-and-association-affiliates_2023-01-12.pdf
  4. 1 2 3 National Heritage List for England
  5. ОГИЗ ГИСЭ, 1943
  6. Бодлеянская библиотека // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Philip, Ian (1983) The Bodleian Library in the Seventeenth and Eighteenth Centuries. Oxford: Clarendon Press ISBN 0-19-822484-2; p. 5
  8. The Bodleian Library. London: Jarrold & Sons, 1976 ISBN 0-900177-62-4
  • Британская империя / под. ред. Ф. Н. Петрова, П. И. Лебедева-Полянского, Б. Ю. Сливкера. — ОГИЗ ГИСЭ, 1943. — 464 с. — (Серия справочников по зарубежным странам).