Бодхидхарма
Бодхидхарма | |
---|---|
Тыуған көнө | около 483 или 440 |
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | 540 |
Вафат булған урыны | |
Эшмәкәрлеге | бхикшу, фәлсәфәсе, Zen master, монах |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бодхидхарма (Ҡытайҙа Путидамо булараҡ та билдәле (ҡыт. 菩提达摩) йәки ҡыҫҡаса Дамо (ҡыт. 达摩)[1]; 440—528 йәки 536[2][3]) — чань-буддизмдың беренсе патриархы, чань (дзень) тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы, буддизмдың 28-се патриархы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Паллава батшалығының баш ҡалаһы Канчиҙа тыуа һәм шунда белем ала. (Бодхидхарма тормошон тасуирлаған бер хикәйә буйынса, ул көньяҡ һинд брахмандарынан сыҡҡан, махаяна йолаһы буйынса буддизмды ғәмәлгә индергән, ә икенсе һүрәтләү буйынса, Бодхидхарма «Үҙәк Азиянан фарсы сығышлы» булған.)[4]. Риүәйәт буйынса, б. э. яҡынса 475 йылында Бодхидхарма исемле будда монахы, диңгеҙ юлы менән Ҡытайға килә, унда сәйәхәт иткәндә үҙенең тәғлимәтен вәғәзләй башлай. Һуңынан ул быға тиклем Суншань тауында нигеҙләнгән Шаолинь монастырына килеп урынлаша һәм унда тәүге чань-буддизм мәктәбенә нигеҙ һала. Дамо Шаолинь монастырын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, монахтарға күнекмәләр комплексын (һуңыраҡ был цигун Дамо Ицзиньцзин, йәки Бодхидхарма цигуны тип атала) бирә. Уның күп булмаған уҡыусылары араһында икенсе чань-будизм патриархы Хуэйкэ телгә алына.
Бодхидхарма «һаҡаллы вәхши» булараҡ ҙур танылыу яулаған. Тәүҙә бындай ҡушамат Бодхидхармаға ҡарата тура мәғәнәлә ҡулланыла, сөнки ҡытай монахтарынан айырмалы рәүештә, уның һаҡалы булған. Һуңыраҡ Бодхидхарманы шулай тип уның «яратҡан шәкерттәре» мәрәкәләп атай башлай.
Бодхидхарманың тормошо тураһында раҫланған сығанаҡтар һаҡланмаған. Тимәк, бер нисә быуат барлыҡҡа килгән һәм беҙҙең заманға килеп еткән легендаларҙа ысынбарлыҡ һәм уйҙырма бәйләнгән, ә Бодхидхарма күп осраҡта фольклор персонажы тип иҫәпләнеүе мөмкин.[5]
Легендаларға ярашлы, Бодхидхарманы мәғрифәтселектең «ике юл һәм дүрт ысулы» тураһындағы тәғлимәттең авторы тип иҫәпләйҙәр. Беренсе юл («принципҡа инеү» ҡыт. 入理 — жу ли)) барлыҡ тереклек эйәләренең «баштан саф тәбиғәте» бар тигән ҡараштан ғибәрәт, әммә ул билдәһеҙлек менән ҡараңғылана, уны һиҙеү практикаһы аша юҡҡа сығарырға мөмкин. Икенсе юл («ғәмәлгә инеү» (ҡыт. 入实 — жу ши)) дүрт ысулдан тора: 1) бөтә ғазаптарҙы уларҙы килтереүсегә нәфрәтһеҙ ҡабул итеү; 2) яҙмыштың теләһә ниндәй ваҡиғаларын тыныс ҡына ҡабул итергә; 3) ынтылыштарҙан баш тартырға һәм нәфсене бөтөрөргә; 4) дхармик закондарҙы үтәргә. Был тәғлимәт махаяна буддизмына нигеҙләнгән ҡараштарын сағылдыра һәм тәғлимәттә чан-буддизмға хас булған нәмәләр юҡ. Тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, чань-буддизм үҙенсәлеге Бодхидхарманың образына киләһе быуаттарҙа тәғлимәттең үҫә барыуына ҡарап индерелә, шуға күрә Бодхидхарма чань тәғлимәтенең символы була.
Йола буйынса, Бодхидхарма чань-будизмдың асылын сағылдырған дүрт юллы шиғыр яҙған, тип һанала, әммә будизмды өйрәнеүселәрҙең күбеһе, шиғыр күпкә һуңыраҡ яҙылған, тип уйлай[5]:
Тәғлимәттән тыш айырым тапшырыу
Һүҙҙәргә һәм яҙма тамғаларға нигеҙләнмәй
Туранан-тура аңға күрһәтеп,
Ул тәбиғәтте күрергә һәм Будданың торошона ирешергә мөмкинлек бирә.
Бодхидхарманың вафат булған көнө тураһында төрлө мәғлүмәттәр бар: 528, 532 йәки 536 йыл. Уның ҡәберендә йәки монастырь стенаһында Ицзиньцзин трактаты («Мускулдарҙа үҙгәрештәр ҡануны») — гимнастика комплексын, айырым медитатив-тын алыу күнекмәләрен, быуын гимнастикаһын, үҙ-үҙеңде контролдә тотоу ысулдарын, диетологияны һәм аңды көйләү ысулдарын үҙ эсенә алған күп функциялы физик һәм психик һауыҡтырыу системаһы табылыуы тураһында легенда бар. Легенда буйынса, трактат Бодхидхарманың үҙ тарафынан Шаолиньса монахтарына васыят рәүешендә ҡалдырылған тип әйтелә.[6]
Бодхидхарма тураһында легендалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бодхидхарманың Ҡытайға килеүе тураһында Борхес яҙа: «Бодхидхарма Һиндостандан Ҡытайға килә һәм уны, яңы монастырҙар һәм сиркәүҙәр төҙөп, буддизмды хуплаған император ҡабул итә. Ул Бодхидхармаға монах-буддистарҙың артыуы тураһында хәбәр итә. Тегенеһе былай тип яуап бирә: „Донъялағы барлыҡ нәмә — иллюзия, монастырҙар һәм монахтар, һинең һәм минең кеүек үк реаль түгел“. Артабан ул стенаға борола һәм медитация яһай башлай. Аптырап ҡалған император „Ә ул ваҡытта буддизмдың мәғәнәһе нимәлә?“ тип һорағас, Бодхидхарма „Бушлыҡ һәм бер ниндәй мәғәнә юҡ“, тип яуап бирә».
Легендаларҙың береһе буйынса Бодхидхарма юл буйында ултыра, кешеләрҙең ауырыуҙарын күрә һәм йыш ҡына уларға ярҙам тәҡдим итә. Бер көндө ул үтеп барған хәрби начальникты күреп, уның 10 көндән һуң үләсәген әйтә һәм, ҡотҡарырға вәғәҙәләп, ярҙам тәҡдим итә. Хәрби начальниктың асыуы ҡабара, уға Бодхидхарма, полководецҡа хәҙер өс көн генә йәшәргә ҡалды, әммә уны һаман ҡотҡарып ҡалырға мөмкин, тип яуаплай. Ул саҡта ғәскәри начальниктың асыуы тағы ла нығыраҡ ҡабара, ә Бодхидхарма уға көн генә йәшәргә ҡалды, был йәһәттән ярҙам итеп булмай тей. Ярһыған полководец сығып китә һәм шул уҡ көндө вафат була.
Легендаға ярашлы, Бодхидхарма хәҡиҡәтте эҙләп туғыҙ йыл мәмерйәлә медиация яһап йәшәй. Ошо ваҡытта ул дөрөҫ аң-зиһенгә эйә булғансы, үҙен яланғас стенаға ҡарауға бағышлай.
Легендаға сағыу өҫтәмә булып сәйҙең барлыҡҡа килеү тарихы тора. Йоҡо менән көрәш мәлдәренең береһендә медитация яһап ултырыусы Бодхидхарма үҙенең күҙ ҡабаҡтарын һурып алып, уларҙы Ча тауының битләүенә ырғыта. Был урында бөтә донъяға билдәле сәй үҫемлеге үҫеп сыға. Шулай уҡ был урында байхао (ҡыт. 白毫 — «аҡ керпектәр») сәйе үҫә, унан рус телендә «байховый» һүҙе килеп сыға. Чань-буддизмда сәй эсеү йола һы мөһим. «Чань һәм сәйҙең тәме бер» тигән әйтем бар[7].
Бодхидхарманың китеүе тураһында легендалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Суншань Шаолиньсы монастыры эсендә таштан ҡырҡылған барельеф урынлаштырылған, ул ҡулына монах сандалияһын тотоп көнбайыш яғына яланаяҡ китеп барған Бодхидхарманы һынландыра.
Был Бодхидхарманың вафат булған көнө тип рәсми иҫәпләнгән мәлдән һуң имеш-мимештәр бәйән ителгән легенда менән бәйле: уның кәүҙәһе ерләнә, ләкин ошо уҡ ваҡытта Һиндостандан императорҙың Будда әҙәбиәтен йыйыу өсөн Һиндостанға ебәрелгән һарай сановнигы әйләнеп ҡайта. Ҡунаҡханаларҙың береһендә сановник ҡарт һинд монахы менән осраша, ул Бодхидхарма булып сыға. Хушлашҡанда, Бодхидхарма сановникҡа осрашыуы тураһындағы фактты йәшерергә кәңәш итә, әммә сановник һарайға юлында императорға Бодхидхарма менән осрашыуы тураһында хәбәр итә.
Асыуы килгән император сановникҡа Бодхидхарманың осрашыуҙан күпкә алдараҡ вафат булыуы, тимәк, уның оятһыҙ рәүештә алдашыуы, йә үҙен Бодхидхарма итеп ҡуйған кешене осратыуы хаҡында хәбәр итә. Ләкин сановник үҙ сиратында ныҡ тора. Шунан һуң император уны төрмәгә ултыртырға бойора. Шул уҡ ваҡытта император даими рәүештә сановник үҙ күрһәтмәләренә һаман баҫым яһаймы, тип ҡыҙыһына, уға ул үҙ һүҙендә ныҡ тороуы траһында хәбәр итәләр.
Ахырҙа тәьҫораттар алған император кешеләрҙе Суншань Шаолиньсыға ебәрә, һәм улар берҙән-бер Бодхидхарма сандалияһы урынлашҡан ҡәберҙе аса, сандалияны һарайға алып киләләр.
Дарума[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Японияның синкретик мифологияһында Дарума — теләктәрҙе башҡарыусы илаһи зат. Теләк теләгәндә уның һүрәтендә (ҡағыҙ, ағастан һын йәки папье-маше) бер күҙ һүрәтләнә. Әгәр бер йылда теләк тормошҡа ашһа, уның икенсе күҙен эшләп ҡуялар. Теләк үтәлмәй икән, уны яндыралар. Бер күҙле дарума һәр саҡ күҙгә күренеп торорға тейеш (эш урыны, өй кәштәһе һ.б.).
Кино һәм компьютер уйындарында образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Патриарх Дамо» (1994) — Бодхидхарм тураһында Гонконг байопигы, режиссёры Бренди Юня.
- «Седьмое чувство» (7aum Arivu, 2011) — тамиль режиссеры АР Муругадостың ғилми-фантастик боевигы
- Emperor: Rise of the Middle Kingdom — уйында ун ике геройҙың береһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буддизм в Китае
- Почему Бодхидхарма ушел на Восток?
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Мария Анашина. «Бородатый варвар» Бодхидхарма: первый патриарх Чань . anashina.com. сайт «Дорогами Срединного пути». Дата обращения: 17 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ Маслов, 2007
- ↑ Абаев, 1994
- ↑ Мария Анашина. «Бородатый варвар» Бодхидхарма: первый патриарх Чань.anashina.com.сайт «Дорогами Срединного пути».Дата обращения: 17 июня 2021.Архивировано 24 июня 2021 года.
- ↑ 5,0 5,1 Мария Анашина.«Бородатый варвар» Бодхидхарма: первый патриарх Чань.anashina.com.сайт «Дорогами Срединного пути».Дата обращения: 17 июня 2021.Архивировано 24 июня 2021 года.
- ↑ Мария Анашина.«Бородатый варвар» Бодхидхарма: первый патриарх Чань.anashina.com.сайт «Дорогами Срединного пути». Дата обращения: 17 июня 2021.Архивировано 24 июня 2021 года.
- ↑ Мария Анашина. «Бородатый варвар» Бодхидхарма: первый патриарх Чань. anashina.com.сайт «Дорогами Срединного пути».Дата обращения: 17 июня 2021.Архивировано 24 июня 2021года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абаев. Н. В. Бодхидхарма // Китайская философия. Энциклопедический словарь / ред. М. Л. Титаренко. — М.: Мысль, 1994. — 573 с. — ISBN 5-244-00757-2.
- Альбедиль М. Ф. «Бородатый варвар» // Буддизм: религия без бога. — СПб.: Вектор, 2013. — С. 99—102. — 256 с. — ISBN 978-5-9684-2072-5.
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Долин А. А., Попов Г. В. Традиции ушу. — М.: Прометей, 1989. — 144 с.
- Дюмулен Г. История дзэн-буддизма. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2003. — 317 с. — ISBN 5-9524-0208-9.
- Маслов А. А. Афоризмы и тайные речения Бодхидхармы. — Ростов н/Д: Феникс, 2008. — 258 с. — (Китайская коллекция). — ISBN 978-5-222-13801-4.
- Маслов А. А. Путидамо да-ши люэ-бянь да шэн жу-дао сы-син гуань («Общие рассуждения Бодхидхармы о четырех действиях, ведущих на путь Большой колесницы») // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т. Т. 2. Мифология. Религия / Гл. ред. М. Л. Титаренко; Ин-т Дальнего Востока. — М.: Восточная литература, 2007. — С. 552. — 869 с.
- Ши Децянь, Маслов А. А. Гимнастика Бодхидхармы. — Ростов н/Д: Феникс, 2006. — 160 с. — ISBN 5-222-09725-0.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бодхидхарма — первый патриарх Чань-буддизма 2015 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.
- Бодхидхарма в Энциклопедии современной эзотерики