Болгария флагы

Болгария флагы — дәүләт символдарының береһе, яҡтары 3:5 булған дүртмөйөшлө туҡымала өс горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттарҙан тора: өҫкө өлөшө — аҡ, уртаһы — йәшел һәм аҫҡы өлөшө — ҡыҙыл.

Флаг төҫтәре һәм уларҙы мәғәнәһе

Төҫ Аҡ Йәшел Ҡыҙыл
HTML төҫтәре #FFFFFF #00966E #D62612
  •      Аҡ төҫтыныслыҡ һәм азатлыҡ символы;
  •      Йәшел төҫ — урман һәм ауыл хужалығы;
  •      Ҡыҙыл төҫ — иреклек өсөн кәрәштә ҡойолған ҡан.

Тарих

Тәүге тапҡыр аҡ, йәшел һәм ҡыҙыл һыҙатлы флагты Беренсе болгар легионы 1861-1862 йылдарҙа ҡуллана, әммә уларҙың флагында төҫтәр урынлашыу тәртибе хәҙергегә ҡарағанда, башҡаса була: өҫтә — йәшел, уртаһында — аҡ, аҫта — ҡыҙыл. Шундай уҡ флаг, әммә төҫтәр кире тәртиптә урынлаша, Филлип Тотюҙың ирекле отряды Серб-төрөк һуғышында 1876-1877 йылдарҙа файҙаланыла. 1870 йылдарҙа йәшел-аҡ-ҡыҙыл триколоры Болгар революцион үҙәк комитетының флагы булып китә. 1879 йылдың 16 апрелендә беренсе болгар конституцияһының 23 статьяһында аҡ-йәшел-ҡыҙыл триколор Болгарияның флагы итеп раҫлана. 1947 йылдан алып 1990 йылға тиклем флагтың кантонында Болгар халыҡ республикаһының гербы урынлаша. 1990 йылда яңы конституцияһына ярашлы, герб флагтан алып ташланыла. Шулай итеп, флагтың нисбәте лә үҙгәрә: 2:3-тән 3:5-кә.