Борзенко Валентин Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 12 август 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (88 йәш)
Заты ир-ат
Һөнәр төрө директор
Тыуған урыны
Уҡыу йорто

Борзенко Валентин Иванович (12 август 1936 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, 1980 йылдан "Салауатнефтеоргсинтез" етештереү берекмәһе химия заводының директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986 йыл). Милләте - урыҫ [1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентин Иванович Борзенко 1936 йылдың 12 авгусында БАССР-ҙың Федоровка районы Златоустовка ауылында тыуған.

1973 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң слесарь булып башлаған.

1956 - 1959 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Салауат нефтехимия комбинатының КИП участкаһында слесарь, мастер, участка етәксеһе булып эшләгән.

1964 - 1978 йылдарҙа Салауат химия заводының өлкән инженеры, цех етәксеһе итеп үрләтелә.

1978 йылдан - өлкән инженер урынбаҫары, 1980 йылдан - "Салауатнефтеоргсинтез" етештереү берекмәһе химия заводының директоры вазифаларын башҡара[3]. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 57-се Щербаков һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана [4][5]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
  2. Борзенко Валентин Иванович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. 80 лет со дня рождения Борзенко Валентина Ивановича 2017 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.
  4. 12 созыв (БАССР)
  5. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]