Ботгрос Николай
Биографияһы
Николай (Николае) Ботгрос 1953 йылдың 25 ғинуарында Молдавия ССР-ы (хәҙер Молдова Республикаһы) Кагул районы Бадикул Молдовенеск ауылында[3] музыканттар ғаиләһендә тыуған: уның атаһы скрипкасы була, ике бер туған ағалары ла төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған.
Башта Сороки мәҙәни-ағартыу училищеһында музыкаға өйрәнә. Һуңыраҡ Кишинев консерваторияһын (скрипкасы һәм дирижер) тамамлай.
1970 йылдар башында Единец ҡалаһында «Чокырлия» оркестрында эшләй. 1973—1974 йылдарҙа «Мугурел» оркестрында, 1974—1978 йылдарҙа «Жок» оркестры ансамблендә скрипкасы була. 1978 йылдан алып Николай Ботгрос халыҡ ансамбле «Мугурел» нигеҙендә ойошторолған «Лэутарий» ансамблен етәкләй. СССР-ҙың күп кенә ҡалаларында һәм сит илдәрҙә — Европала һәм Америкала— сығыш яһай. Ансамбль бик күп миҙалдарға һәм дипломдарға лайыҡ булды.
Николай Ботгрос Лидия Беженаруға өйләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1988)
- Республика ордены (2000)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Botgros, Nicolae // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Ботгрос Николае
- ↑ Nicolae Botgros, biografie (молд.