Бочко Светлана Дамир ҡыҙы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Спорт төрө | пауэрлифтинг[d] |
Тыуған көнө | 12 ғинуар 1963 (62 йәш) |
Һөнәр төрө | спортсменка |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто |
Бочко Светлана Дамир ҡыҙы (12 ғинуар 1963 йыл) — спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999).
Биографияһы
Светлана Дамир ҡыҙы Бочко 1963 йылдың 12 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 1988 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[1].
«Геракл» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С. В. Горшков)[1].
Пауэрлифтинг менән 36 йәшендә шөғөлләнә башлай. Бала саҡтан гимнастика менән мауыҡҡан, һомғол һәм зифа буйлы Светлананан бер кем дә артыҡ ҙур ҡаҙаныштар көтмәй, киреһенсә, бөтәһе лә, шул иҫәптән тормош иптәше лә, уны яңы спорт төрөндә ҡыйынлыҡтарҙан ҡурсаларға тырыша[2]. Әммә көндәлек шөғөлләнеү, ныҡышмалылыҡ үҙенекен итә: Светлана еңеү артынан еңеү яулай башлай. 2001 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[1]
Светлана Бочко Мәскәү дәүләт һыу транспорты академияһының Өфө филиалында физик әҙерләнеү нигеҙҙәренә кадеттарҙы өйрәтә.
Спорт ҡаҙаныштары
- Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2003);
- Рәсәй Кубоктарының бронза призёры (2001, 2003);
- Студенттар араһында донъя чемпионы (2002—2003);
- Донъя чемпионатының көмөш призёры (2001);
- Рәсәйҙең абсолют чемпионы (2001);
- Рәсәй чемпионы (2002—2007);
- Ветерандар араһында Европа чемпионы (2003);
- Студенттар араһында 40 тапҡыр Рәсәй рекордсыһы[1];
- Пауэрлифинг буйынса 14 тапҡыр Башҡортостан чемпионы;
- Волга буйы федераль округы буйынса 9 тапҡыр чемпион;
- Пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан универсиадаһының 5 тапҡыр чемпионы;
- Армспорт буйынса 5 тапҡыр чемпион (Өфө);
- Петербург Асыҡ кубогының 2 тапҡыр чемпионы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Башҡортостан энциклопедияһы — Бочко Светлана Дамир ҡыҙы
- ↑ 1 2 сильная женщина Башкирии стала чемпионкой втайне от мужа(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Бочко Светлана Дамир ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2023)