Боҙҙа мотоуҙыш

Боҙҙа мотоуҙыш — боҙло овал тректа үткәрелгән мотоуҙыштар.

Finallauf in der Eisspeedway-Weltmeisterschaft 2010 in Innsbruck (01).jpg

Үҙенсәлектәр

Ярыш трассаһы ҡырсынташлы трассаға оҡшаш, бик йыш ярыштар шунда уҡ, әммә боҙ менән ҡапланған тректа үтә. Ҡайһы берҙә ярыштар туңған күлдәрҙә үткәрелә. Уҙышсылар оҙонлоғо 260—425 метр булған трек буйлап сәғәт йөрөшөнә ҡаршы йөрөй. Ярыштарҙың ҡағиҙәһе һәм структураһы классик спидвейҙыҡына оҡшаш.

Мотоциклдарҙың конструкцияһы

undefined

Үткәндә (1995 йылдар тирәһендә) уҙышсылар Чехия проиводствоһы Девиштарҙың «Ява» фирма мотоциклдарыда ярыша, әммә 1990 йылдар уртаһынан 1990 мотоциклдар конструкцияһына һиҙелерлек үҙгәрештар индерелә, тәү сиратта, спортсылар үҙҙәре, һөҙөмтәлә, заводта йыйылмаған мотоциклдар киң тарала. Әммә әлегәсә «Ява» фирмаһы двигателдәре файҙаланыла. Мотоциклдар тулыһынса ҡырсынташта ҡулланылғандарынан айырыла: двигателдең дүрт клапаны урынына икәү генә ҡуйыла (мотлаҡ шарт), тапшырыу коробкаһы ике тапшырыулы — беренсеһендә старт бирелә һәм беренсе метрҙарҙа двигатель әйләнеш туплай, һуңынан сцепление ҡыҫылғансы икенсе тапшырыу (беренсе старт виражына сыҡҡансы), шулай уҡ яҫы түбән рам, бәләкәй яғыулыҡ бпгы (уртаса 2-4 литр), ағымлы аэродинамика юҡ, алғы һәм артҡы подвеска бар. Әммә конструктив үҙенсәлектәр бар: рам оҙонораҡ. Төп айырма булып сөйлө тәгәрмәс тора.

undefined

Заманса сөйҙәр ҡаты ҡойолмаларҙан эшләнгән, эшләпәләре киң. Техник регламентҡа ярашлы, сөйҙәр шинанан 28 миллиметрҙан артыҡ сығып торорға тейеш түгел. Тәгәрмәс сөйҙәренең үҙенсәлеге шунда: сөйҙәр тәгәрмәстең һул яғында урынлашҡан, сөнки хәрәкәт трек буйынса башҡарыла, тәгәрмәстең уң яғында хәрәкәт һәм старттан һуң страховка өсөн 13-15 сөй ҡуйыла. Хәрәкәт ваҡытында боролошта мотоцикл ныҡ кәйелгәндә мотоциклсы көнәркәше менән бәрелешеүе мөмкин. Сөйҙәр бик осло һәм теләһә ниндәй бәрелеш хәүефле. Боҙҙа мотоциклдарҙа уҙыш тарихында үлем осраҡттары ла була. Ғәҙәттә, алғы тәгәрмәстә 120 сөй, артҡыһында 180—200 сөй була.

Шулай уҡ мотоциклдарҙа сөйлө тәгәрмәстәрҙең әйләнгән өлөшөн ҡаплар өсөн пластиктан яһалған алғы «ҡанат» һәм артҡы тәгәрмәстең ҙур өлөшөн ҡаплап торған капот булыуы мотлаҡ.

Двигатель — дүрт тактлы 125, 350 йәки 500 см³ (рәсми ярыштарҙа тап шул күләм ҡулланыла), яғыулыҡ — метанол.

Тарих

undefined

Тарихта беренсе тапҡыр боҙға мотоциклда сыҡҡан кешенең исем-шәрифе һаҡланмаған, әммә был ваҡиғаның 1920 йылдарҙа булыуы фаразлана. Шунда уҡ Скандинавияла боҙҙа уҙыш буйынса беренсе ярыштар үткәрелә. 1930 йылдар урталарына тиклем мотоцтклда боҙҙа ярыш классик спидвей уҙышмылары өсөн мәрәкә генә була. Әммә Европала ҡырсынташ өҫтөндәге спидвейҙың популярлығы боҙҙағы уҙышҡа ҡарашты үҙгәртә — ул айырым төргә айырыла.

СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә боҙҙа уҙыш

СССР-ҙа беренсе тапҡыр халыҡ алдында боҙға Сергей Бучин сыға. Был ваҡиға 1939 йылдың ғинуарында була. 9 ғинуарҙа «Красный спорт» гәзитендә «Мотоцикл на льду» мәҡәләһе баҫыла. Унда конькиҙа йүгереү ярышының тәнәфесендә публиканы аптыратып боҙға мотоцтклтстың сығыуы тураһында, уның үҙен ышаныслы тотоуы һәм боролоштарҙы тиҙлеген кәметмәйенсә тиерлек үтеүе тураһында яҙыла. Мәҡәләлә Сергей Бучиндың боҙҙағы ике фотографияһы ла була.

Бер йылдан һуң, 1940 йылдың 10 мартында Мәскәү ипподромында ВКП(б)-ның XVIII съезына арналған беренсе рәсми ярыштар үтә.

Ярыштар

1960 йылда Халыҡтар дуҫлығы кубогы үткәрелә. Кубок СССР-ҙа уйнатылһа ла, ярышта Чехословакия, Швеция һәм Финляндия уҙышсылары ҡатнаша. Ярыштың, шулай уҡ артабанғы дуҫтарса кубоктарҙың популярлығы Халыҡ-ара мотоциклет спорты федерацияһына (FIM) спорттың ошо төрөнә рәсми статус биреү кәрәклеген күрһәтә.

ФИМ эгидаһы аҫтында беренсе шәхси чемпионат 1966 йылда үтә.

1979 йылдан команда чемпионаттары уҙғарыла. Тәүҙә унда стартҡа һәр заездҡа һәр команданан берәр пар уҙышсылар сыҡһа, 1990 йылдан һәр илдән берәр генә кеше сығарыла[1].

Ярыштарҙа төрлө илдәр вәкилдәре ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, беренсе чемпионаттан алып лидерлыҡты СССР һәм Рәсәй уҙышсылары бер кемгә лә бирмәй. Донъяның 43 шәхси чемпионатының ни бары 7-һендә, команда ярыштарының 29-ының 4-һендә генә башҡа илдәр уҙышсылары чемпион исемен яулай.

Шулай уҡ боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европаның шәхси чемпионаты уҙғарыла. парҙар ярышы рәсми үткәрелмәй.

СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә ярыштар

РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың боҙҙа мотоуҙыш буйынса ярыштары 1959 йылда үткәрелә. Бөтә Союз турниры Мәскәүҙә, Ленин исемендәге Үҙәк стадиондың Ҙур спорт аренаһында уҙғарыла. Унда өс класта: 125 см³, 350 см³ һәм коляскалы мотоциклда 16 ҡаланан 76 спортсы ҡатнаша. 125 кублы класта 10 ҡатын-ҡыҙ-мотоуҙышсы ҡатнаша[2].

Башҡортостанда

Рәсәй трек мотоспортының формаль булмаған баш ҡалаһы булып Өфө тора. 1966 йылдан башлап Боҙҙа мотоуҙыш федерацияһы донъя шәхси чемпионатын үткәрә башлай, уларҙа Рәсәй спортсылары 94 — 34 алтын, 29 көмөш, 31 бронза миҙал яулай. Боҙҙа уҙыш буйынса Донъя шәхси чемпионатында алтын миҙалдар һәм миҙалдарҙың дөйөм һаны буйынса Өфө лидер була — яуланған 15 миҙалдың 10-ы алтын[3].

undefined

Йыл һайын Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионаты этабы үткәрелә. Атап әйткәндә, «Төҙөүсе» стадионы 1966 йылдан башлап ун биш Донъя чемпионатын ҡабул итә (Рәсәйҙә теркәлгән рекорд). Төрлө тарихи дәүерҙә «Хеҙмәт», «Динамо», «Төҙөүсе» һәм «Гастелло» стадиондарында ярыштар үткәрелә. Әлеге ваҡытта «Өфө-Арена» боҙ һарайы эшләй.

Башҡорт мотоуҙышсыһы Ғабдрахман Ҡадиров боҙҙа мотоуҙыш буйынса (1966, 1968, 1969, 1971—1973) алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы (1964) була. Республиканың уңышлы сығыш яһаусы спортсылары: Н. Чернов, Б. Самородов, И. Плеханов, Ф. Шәйнуров, Г. Куриленко, Ю. Дудорин, М. Старостин, Р. Сәйетгәрәев, Н. Красников, Д. Буланкин.

2000 йылда Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса Ғ. Ҡадиров исемендәге спорт клубы ойошторола, 2010 йылда Ғ. Ҡадиров исемендәге спорттың техник төрҙәре үҙәге тип үҙгәртелә[4].

2008 йылда Халыҡ-ара мотоциклет федерацияһы Ғ. Ҡадыров исемендәге спорт клубын донъяла мотоуҙыш буйынса иң яҡшы клуб тип таный[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Сборная СССР по ледовому спидвею чемпион мира. Автомотоспорт, №2, 1990 (ғинуар 1990). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2022.
  2. Б. Конев. Мотоциклы на льду. За рулём, №4, 1959 (апрель 1959). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2022.
  3. Башкортостан — Мировой лидер по мотогонкам на льду 2020 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
  4. 1 2 Центр технических видов спорта имени Г. Кадырова // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Категориялар