Брянцев Борис Иванович

Брянцев Борис Иванович (1 сентябрь 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, "Башкирэнерго" акционерҙар йәмғиәтенең Бәләбәй электр селтәре директоры. Бәләбәй ҡалаһы 70-се Аксаков һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты[1]

Биографияһы

Борис Иванович Брянцев 1950 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Собханғол ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағас, һөнәри-техник училищела уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда, һөнәри-техник училищены уңышлы тамамлағандан һуң, район кино селтәрендә киномеханик булып башлай.

1969—1972 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, электромонтер булып эшләй һәм Куйбышев политехник институтына уҡырға инә. 1978 йылда ошо институтты уңышлы тамамлай.[2]

Юғары белем алып сыҡҡас, совхоздың баш энергетигы булып эшләй, артабан район электр селтәрендә участка начальнигы вазифаһында була.

1980 йылдан "Башкирэнерго" акционерҙар йәмғиәтенең Бәләбәй электр селтәре («БЕЛЕБЕЕВСКИЕ ЭЛЕКТРОСЕТИ АО БАШКИРЭНЕРГО») директоры итеп тәғәйенләнә.

Бәләбәй ҡалаһы 70-се Аксаков һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланған [3][4]

Ҡарағыҙ

[[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]

Иҫкәрмәләр

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
  2. Брянцев Борис Иванович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. 12 созыв (БАССР)
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN

Һылтанмалар