Этнография музейы (Будапешт)
Будапештта Этнография музейы (мадьярса Néprajzi Múzeum) — Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта урынлашҡан. Европала иң ҙур этнография музейҙарының береһе тип иҫәпләнә.
Экспозицияһы һәм тарихы
Музей коллекцияһына 200 меңгә яҡын экспонат инә, улар араһында художестволы эштәр, фотоһүрәттәр, кейем-һалым, аксессуарҙар, төрлө дәүерҙәге ҡиммәтле әйберҙәр бар. Музей мадьяр халҡының ғына түгел, Европаның һәм башҡа төбәктәр халыҡтарының да мәҙәниәтенә арналған. Музей экспозициялары һунар, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ һәм көтөүсе хеҙмәте, игенселек, кәсепселек, туҡланыу һәм аш-һыу кәрәк-яраҡтары, милли кейемдәре һәм туҡымалары, торлаҡ, йолалар, дин, уйындар, музыка ҡоралдары тематикаһын үҙ эсенә ала. Музейҙың даими күргәҙмәләре «Мадьяр халҡының боронғо общиналарҙан алып цивилизацияға тиклемге традицион мәҙәниәте», «Венгрияның халыҡ сәнғәте» һәм «Африка, Индонезия, Азия халыҡтарының мәҙәниәте һәм көнкүреше» тип атала.
1927—1944 йылдарҙа Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, этнограф Ғәлимйән Таған этнография музейының хеҙмәткәре була.
1973—2017 йылдарҙа музей элекке Лайош Кошут майҙанындағы Суд һарайында Венгрия парламенты бинаһы ҡаршыһында урынлашҡан. Грюндерлыҡ осоро стилендәге бина проектын архитектор Алайош Хаусман әҙерләгән.
Яңы бинаға күсеү менән бәйле 2017 йылдың 4 декабренән 2020 йылға тиклем музей эшләмәй[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ COURAGE Registry (ингл.)
- ↑ ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
- ↑ Neprajz.hu - Museum is closed. www.neprajz.hu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2021. Архивировано 9 май 2021 года.
Әҙәбиәт
- Венгрия. Издательство «Вокруг света», 2009 ISBN 978-5-98652-226-5
- Михаэль Херл. Будапешт. Издательство Polyglott, 1996 ISBN 5-88395-021-3
Һылтанмалар
Рувики.Медиала Этнографический музей в Будапеште темаһы буйынса медиафайлдар бар.- Официальный сайт 2011 йылдың 21 июль көнөндә архивланған.