Булатов Пантелеймон Константинович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Эшмәкәрлек төрө Аллергологияһы[1] и clinical medicine[d][1]
Заты ир-ат
Тыуған көнө 9 август 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған көнө 1975
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө аллерголог, табип

Булатов Пантелеймон Константинович (9 август 1902 йыл1975 йыл) ― совет ғалимы, терапевт, аллерголог, медицина фәндәре докторы, профессор, И. П. Павлов исемендәге Беренсе Ленинград медицина институтының госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире (1957—1975), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Булатов Пантелеймон Константинович1902 йылдың 9 авгусында тыуған.

1925 йылда Ленинград ҡалаһында С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡыуын уңышлы тамамлай. Ҡыҙыл Армия сафында хәрби медик булып хеҙмәт итә. 1934 йылда И. П. Павлов исемендәге беренсе Ленинград медицина институтында Михаил Васильевич Черноруцкий етәкселеге аҫтында эшләй башлай.

Ленинград блокадаһы ваҡытында институттың Урындағы һауа оборонаһы хеҙмәте етәксеһе һәм уның штаб начальнигы була[2].

1957 йылда госпиталь терапияһы кафедраһын етәкләй. Ғүмеренең аҙағына тиклем ошо вазифала эшләй. 1963 йылдан КПСС ағзаһы.

210 фәнни хеҙмәт авторы, улар араһында бронхиаль астма этиологияһына, патогенезына, клиникаһына һәм дауалауға арналған монографиялар. Ул астма ауырыуҙары этиологияһы һәм патогенезының инфекцион-аллергия һәм өҫтөнлөклө теорияһына нигеҙ һалыусы. Профессор Андрей Дмитриевич Адо менән бергә 1969 йылда бронхиаль астма классификацияһы раҫлана, уны СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлай. Бронхиаль астма менән сирләүселәрҙе дауалауҙың бөтөнләй яңы ысулдарының авторы һәм эшләүсеһе булып тора: кире зарядлы һауа иондары, фитонцидтар, новокаин, ганглиоблокаторҙар, электро-йоҡо; гипнотерапия, баротерапия. 1969 йылда астма менән ауырыусыларҙы барокамерала дауалау ысулын асҡан өсөн ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнә. 76 диссертацияның, шул иҫәптән 12 докторлыҡ диссертацияһының етәксеһе була.

Медицина берләшмәләренең әүҙем ҡатнашсыһы. С. П. Боткин исемендәге Ленинград терапевтарының ғилми йәмғиәте рәйесе була. Ҙур медицина энциклопедияһының өсөнсө баҫманың «Аллергология» бүлегенең яуаплы мөхәррире урынбаҫары була.

1975 йылда Ленинградта вафат була. Богословский зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәттәре, монографиялары:

  • Булатов К. П. Бронхиальный астма дауалауға заманса ысулдар, — Ленинград, 1954;
  • Булатов К. П. Чага ҡулланыу һәм уны дауалау, — Ленинград, 1959;
  • Булатов К. П. Бронхиаль астма, — Ленинград, 1964.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Булатов П.К. I ЛМИ в годы Великой Отечественной войны (русский) // Пульс : газета Санкт-Петербургского медицинского института им.акад.И.П.Павлова. — 1992. — № 19 (2230). — С. 2.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Булатов Пантелеймон Константинович (К 70-летию со дня рождения), Клиник медицинала, т. 50, № 6, 1972 йыл, 6 С.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]