Буран (Йыһан ҡарабы)
«Бура́н» — совет күп тапҡыр ҡулланыла торған йыһан карабы, уның бурысы космонавтарҙы, йөктәрҙе һәм йыһан аппараттарын орбитаға еткереү һәм уларҙы Ергә ҡайтарыу була[1].
1988 йылдың 15 ноябрендә «Буран» тәүге осош яһай һәм «Гиннесстың рекордтар китабына» индерелә[2].
Совет күп тапҡыр ҡулланыла торған транспорт йыһан системаһы (МТКС) сиктәрендә төҙөлгән карапты орбитаға сығарыу өсөн «Энергия» ракета-йөрөтөүсеһе эшләнә, уның мөмкинлектәре "Буран"ды йыһанға күтәреү бурысынан артығыраҡ та булған — конструкторҙың ниәте буйынса, һығылмалыраҡ ҡулланылышҡа эйә була һәм төрлө йөктәрҙе орбитаға сығарыу өсөн ҡулланыла алған[3]. «Энергия-Буран» проекты совет йыһан тармағында иң масштаблыһы була[4][1].
Программа ныҡлап ябылғанға тиклем ике «Буран» орбиталь карабы тулыһынса төҙөлә, тағы ла өсәүһе етештерелә башлай[5].
Барлыҡҡа килеү тарихы
Күп тапҡыр ҡулланыла торған йыһан карабын төҙөү буйынса проект өҫтөндә эш 1973 йылда башлана, ул саҡта (СССР Министрҙар Советы Президиумының хәрби-сәнәғәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы) СССР-ҙың Хәрби-сәнәғәт комиссияһында (ВПК) баш институттарын (ЦНИИМаш, М. В. Келдыш исемендәге тикшеренеү үҙәге — НИИТП, ЦАГИ, ВИАМ, 50 ЦНИИ, 30 ЦНИИ) йәлеп итеп[6], күп тапҡыр ҡулланыла торған йыһан системаһын булдырыу менән бәйле проблемалар буйынса проект СССР Дөйөм машиналар эшләү министрлығына, СССР Авиация сәнәғәте министрлығына, СССР Оборона министрлығына һәм тағы башҡа бер нисә сиктәш министрлыҡҡа һәм ведомствоға, ҡарап һәм килешеп Хәрби-сәнәғәт комплексының ВПК Ҡарарын сығарыуға ебәрелә[7].
Хөкүмәттең 1973 йылдың 17 майындағы № П137/VII Ҡарарына ярашлы, күп тапҡыр ҡулланыла торған йыһан системаһы өҫтөндә эш планы буйынса тәҡдимдәр әҙерләү өсөн яуаплы итеп С. А. Афанасьева һәм В. П. Глушко тәғәйенләнә. Улар дүрт ай эсендә был йүнәлеш буйынса артабанғы эштәр планы тураһында үҙ тәҡдимдәрен әҙерләргә тейеш була[7].
"Буран"дың үҙен эшләү өсөн тактик-техник задание СССР оборона Министрлығының йыһан саралары Баш идаралығы тарафынан бирелә һәм 1976 йылдың 8 ноябрендә Дмитрий Фёдорович Устинов тарафынан раҫлана. Шул уҡ йылда был мәсьәләне хәл итеү өсөн махсус булдырылған «Молния» ғилми-етештереү берекмәһе системаның баш уйлап табыусыһы була, уның башында 1960 йылдарҙа күп тапҡыр ҡулланыла торған «Спираль» авиация-космос системаһы проекты өҫтөндә эшләгән Глеб Евгеньевич Лозино-Лозинский ҡуйыла. Ракета-йөрөтөүсене эшләү менән «Энергия» ғилми-етештереү берекмәһе (НПО) белгестәре шөғөлләнә[8].
Орбиталь караптар 1980 йылдан Тушин машиналар эшләү заводында етештерелә; 1984 йылға беренсе тулы күләмле экземпляр әҙер була. Заводтан караптар һыу транспорты менән (баржала тент аҫтында) Мәскәү өлкәһендәге Жуковский ҡалаһына, ә унан (Раменское аэродромынан) — һауа транспорты менән (ВМ-Т махсус самолёт-транспортировщигында) Байконур космодромының «Юбилейный» аэродромына килтерелә. Унан старт тормошҡа ашырылырға тейеш була[9].
Проект буйынса эш сиктәрендә "Буран"дың биш орбиталь данаһы эшләнә (ҡайһы берҙәре буйынса эштәрҙе тамамлап өлгөрмәйҙәр)[5]:
— Буран 1.01 (өлгө осош яһаған)
— Буран 1.02 — осошҡа әҙерләнгән, «Мир» станцияһы менән тоташтырылырға тейеш булған, Байконур музейында һаҡланған.
— Буран 2.01 — өлгө 30-50 % әҙер булһа ла, программаның туҡтатылыуы менән бәйле төҙөлөп бөтмәй, музейҙа һаҡлана
— Буран 2.02 — әҙерлек дәрәжәһе −10-20 %-ҡа етә, программа туҡтатылыуы менән бәйле өлгө заводта һүтелә
— Буран 2.03 — башланып ҡуйған эш (задел), программаның туҡтатылыуы менән бәйле, тулыһынса юҡ ителә.
1984—1988 йылдарҙа О. К. Антонов исемендәге тәжрибә-конструктор бюроһында (ОКБ) конструкцияһы төҙөлгән Киев авиация производство берекмәһе тарафынан был программа сиктәрендә махсус эшләнгән ҙур һәм ауыр йөк күтәреүсәнлектәге АН-225, «Мрия» карапты старт урынына һәм запас аэродромдарҙан ултырған осраҡта тейәп килтереү өсөн тәғәйенләнгән «Мрия» самолёты төҙөлә[10].
"Буран"дың үҙе өсөн махсус К-36РБ-катапульт ултырғыстар эшләнә, улар осоусыларға ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта күп тапҡыр ҡулланыла торған карап кабинаһынан хәүефһеҙ сығыуҙы тәьмин итергә тейеш була[11]..
Экипаждарҙы әҙерләү
1984 йылда М. М. Громов исемендәге Осоу-һынау институты (ЛИИ) тәжрибәле һынаусы-осоусылар араһынан «Буран» — БТС-002 ОК-ГЛИ самолётын һынау өсөн экипаждар ойошторола, һынауҙар 1988 йылға тиклем үткәрелә. Шундай әҙерлек үткән экипаждар "Бурана"ды пилотлы осорғанда ла йәлеп ителергә тейеш була[12].
Атмосферала осоусы "Буран"дың аналогында 24 осош башҡарыла, шуларҙың 15-е автомат режимда башҡарыла[13].
1977 йылдың яҙында был бурысты үтәү өсөн һынаусы-осоусыларҙы һайлап алыу осоусы-космонавт, Советтар Союзы Геройы И. П. Волкка йөкмәтелә.[14]
Волк алдына яңы үтә йәшерен программа өсөн яҡшы физик әҙерлеге булған 7 кешене һайлап алыу бурысы ҡуйыла. Һөҙөмтәлә әҙерлек программаһында ҡатнашыу өсөн һынаусы-осоусылар араһынан В. И. Букреев, А. Н. Щукин, Р. А. Станкявичюс, А. С. Левченко, О. Г. Кононенко, А. Лысенко һәм Советтар Союзы Геройы Н. Ф. Садовников һайлап алына[14].
Ахыр сиктә улар араһынан ике экипаж — төп һәм ҡабатлаусы (дубляж) — ойошторола.
Төп экипаж[15]:
- Волк Игорь Петрович — командир.
- Станкявичюс Римантас Антанас — 2-се пилот.
Ҡабатларға тейешле (дублирующий) экипаж:
- Левченко Анатолий Семёнович — командир.
- Щукин Александр Владимирович — 2-се пилот.
Аэродромдар һәм осоу һынауҙары
"Буран"ды ултыртыу өсөн Байконурҙағы дәүмәле 4500×84 м булған «Юбилейный» аэропорты — дромы һыҙаты күпкә көсәйтелгән осоу-ултырыу һыҙаты (ВВП) 4500×84 м ҙурлыҡта була һәм (төп ултырыу аэродромы) йыһан карабын хәүефһеҙ ҡабул итергә тейеш була[15].
Бынан тыш, «Буран» өсөн ике запас аэродром әҙерләнә[16]:
- «Көнбайыш запас аэродром» — Ҡырымда Багерово аэропорты[15] с реконструированной ВПП размерами 3701×60 м (45°02′42″ с. ш. 33°58′37″ в. д.GЯO)[17];
- «Көнсығыш запас аэродром» — Приморье крайындағы 3700×70 м ҙурлығындағы осоу-ултырыу һыҙаты буған Хороль хәрби аэродромы(44°27′04″ с. ш. 132°07′28″ в. д.GЯO)[15].
Был өс аэродромда "Буран"ды (автомат һәм ҡул режимында) мәжбүри ултыртырға тура килгәндә навигация, ултыртыу, траекторияны контролдә тотоу һәм Һауа хәрәкәтен идара итеүҙең радиотехник системалары комплекстары йәйелдерелә[15].
"Буран"ды (ҡул режимында) мәжбүри ултырыуға әҙерлекте тәьмин итеү маҡсатында, тағы ла ун дүрт аэродромда, шул иҫәптән СССР территорияһынан ситтә (Кубала, Ливияла) осоу-ултыртыу һыҙаты төҙөлә йәки көсәйтелә[15][6].
БТС-002 ОК-ГЛИ билдәһе булған «Буран» тулы үлсәмле самолёт-аналогы Ер атмосфераһында осош һынауҙары өсөн эшләнгән. Уның ҡойроҡ өлөшөндә ғәҙәти аэродромдан күтәрелергә мөмкинлек биреүсе дүрт турбореактив двигатель тора. 1985—1988 йылдарҙа уны СССР Авиация сәнәғәте министрлығының (МАП) М. М. Громов исемендәге осоу-һынау институтыында (ЛИИ) идара итеү системаһын һәм автоматик ултыртыу системаһын эшләү, шулай уҡ космосҡа осоу алдынан һынаусы-осоусыларҙы әҙерләү өсөн файҙаланалар[18].
1985 йылдың 10 ноябрендә СССР Авиация сәнәғәте министрлығының ЛИИ-һында "Буран"дың тулы үлсәмле аналогы (002 ГЛИ — горизонталь осош һынауҙары) беренсе атмосфера осошо яһай. Машина менән ЛИИ һынаусы-осоусылары Игорь Петрович Волк һәм Римантас Антанас Станкявичюс идара итә[18].
Осоу
"Буран"ды тәүге тапҡыр осороу 1988 йылдың 29 октябренә планлаштырыла, әммә системаның эшләмәүе арҡаһында уны үтәү мөмкин булмай (күҙәү-төҙәү приборҙары майҙансығының ситкә тайпылыу функцияһы эшләмәгәне асыҡлана — һәм стартҡа 51 секунд ҡалғас туҡтатыла[15].
1988 йылдың 15 ноябренә "Буран"ды ҡабаттан стартҡа сығарыу тәғәйенләнә һәм был юлы уңышлы үтә[15].
Байконур космодромының 110-сы майҙансығынан старт алған «Энергия» ракета-йөрөтөүсеһе (носитель) карапты ер тирәһендәге орбитаға сығара. Ракета-носителдән айырылғандан һуң «Буран» осошо 205 минут дауам итә, был ваҡыт эсендә корабль Ер тирәләй ике әйләнеш яһай, шунан Һуң Байконур космодромының «Юбилейный» аэродромына автоматик режимда төшә. Был осошта осоусылар экипажы булмай[15].
"Буран"дың ергә төшөүе күп тапҡыр ҡулланыла торған йыһан челногының тарихта беренсе тапҡыр автомат режимда ултырыуы була (америка «Спейс шаттлдары» посадканы ҡул режимында ғына башҡара)[15][1].
Осош автомат режимда борт компьютеры һәм борт программа тәьминәте ярҙамында башҡарыла. Тымыҡ океан акваторияһы өҫтөндә "Буран"ды СССР Хәрби-диңгеҙ Флотының «Маршал Неделин Үлсәү комплексы карабы» һәм СССР Фәндәр Академияһының Ғилми-тикшеренеү судноһы «Космонавт Георгий Добровольский» оҙатып йөрөй. Карап осошон дүрт ер өҫтө күҙәтеү станцияһынан, шулай уҡ «Луч» спутнигынан күҙәтәләр[15].
Осоп күтәрелгәндә Һәм ултырғанда "Буран"ды видеооператор Сергей Жадовский менән осоусы Толбоев Магомед Омарович идара иткән Миг-25 истребителе оҙатып йөрөй[19][6].
Ултыртыу этабында ваҡиғаһыҙ булмай, әммә был программаны төҙөүселәрҙең уңышын ғына раҫланы. 11 км бейеклектә «Буран», ер өҫтө станцияһынан ултырған урындағы һауа торошо тураһында мәғлүмәт алып, көтмәгәндә киҫкен манёвр яһай, 180º уңға иҫәпләнгән боролош алдынан һыҙаттан һулға өҫтәмә боролош яһай. Төньяҡ-көнбайыш йүнәлешенән төшөү һыҙатына инеп, карап көньяҡ остан елгә ҡаршы ултыра. Карап автоматикаһы шул ысул менән ултырғанда тиҙлекте һүндерә[20][21].
Башта "Буран"ды ултыртыу барышында ҡул менән идара итеү системаһы эшләйәсәге күҙ уңында тотолмай — был бурысты үтәү өсөн автоматик ултыртыу системаһы эшләнә. Әммә, һынаусы-осоусылар һәм космонавтарҙың талаптары буйынса, идара итеү системаһына ултыртыу барышына ҡул менән идара итеү режимы ла индерелә[7].
«Энергия-Буран» комплексының бурыстары
Күп тапҡыр ҡулланыла торған «Буран-Энергия» йыһан системаһы үтәй[1]:
- орбиталарға сығарыу, уларҙа хеҙмәтләндереүҙе һәм йыһан аппараттарын, космонавтарҙы һәм йөктәрҙе ҡайтарыу эштәрен;
- күптән билдәле һәм яңы өйрәнелгән физик принциптар буйынса ҡорал ҡулланып ҙур йыһан системаларын булдырыуҙы тәьмин итеү буйынса хәрби-ғәмәли тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар үткәреү;
- халыҡ хужалығы, фән һәм оборона мәнфәғәтендә маҡсатлы мәсьәләләрҙе хәл итеү;
- ихтимал булғаан дошмандың хәрби маҡсаттарҙа йыһан киңлеген файҙаланыуҙы киңәйтеү буйынса сараларына комплекслы ҡаршы тороу[22].
Техник характеристикаһы
«Буран» карабының техник характеристикалары түбәндәге мәғәнәләргә эйә[23]:
- оҙонлоғо — 36,4 м:[24];
- ҡанат йәйеме — 24 м:[24];
- шассиҙа торған караптың бейеклеге 16,5 м[24],
- старт массаһы — 105 т, файҙалы йөктең максималь ауырлығы булғанда:[24];
- 4,7 м киңлектәге, 18,55 м оҙонлоҡтағы һәм 350 м³ күләмле йөк бүлеге орбитаға килтереү өсөн 30 т тиклем ауырлыҡтағы файҙалы, кире ҡайтҡанда 20 т тиклем йөктө һыйҙыра:[24].
"Буран"дың алғы яғында орбитала һәм аппаратураның күпселек өлөшө, ракета-космос комплексы составында осоуҙы, орбитала автономлы осоуҙы, төшөүҙе һәм ултырыуҙы тәьмин итеүсе эштәр үткәреүсе (10 кешегә тиклем) экипаж өсөн герметик тоташ иретеп йәбештерелгән кабина ҡоролған. Кабинаның күләме 70 м3[7] ашыу тәшкил итә.
«Буран» ике тапҡыр уҡлы өсмөйөшкә оҡшаған ҡанатлы, шулай уҡ уның атмосфераның тығыҙ ҡатламдарына ҡайтҡанда һәм ергә төшкәндә эшләгән аэродинамик идара итеү — ҡанаттарҙы механикалаштырыу органдары идара итеү руле, элевондары һәм аэродинамик ҡалҡансығы бар[7].
Манёврлау өсөн двигателдәрҙең ике төркөмө ҡойроҡ бүлегенең аҙағында һәм корпустың алғы өлөшөндә урынлаштырылған. Бер уратымлы траекторияға кире ҡайтыу йәки сығыу манёвры башҡарыла[7].
Двигателдәр эшләү практикаһында тәүге тапҡыр окисландырыусы яғыулыҡ багын һәм заправка, яғыулыҡтың яғыулыҡ бактарын, яғыулыҡ тултырыу, термостациялау, ҡыҫылған һауа тултырыу (наддув), ауырлыҡ юғалтыу шыйыҡса алыу сараларын, идара итеү системаһы аппаратураһын һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алған берләштерелгән двигателдәр ҡулайламаһы булдырыла[7].
ЕС ЭВМ 2 компьютеры нигеҙендә эшләгән борт идара итеү комплексы (IBM System/370 архитектураһы) иллегә яҡын программа системаһын үҙ эсенә ала. ЕС ЭВМ 2 система командаларының бер өлөшө тормошҡа ашырылмай, әммә дөйөм тәғәйенләнешле оригиналь командалар өҫтәлә. Карап бортында «Бисер-4» БЦВМ (элемент базаһы — К582 микропроцессоры) дүрт аппарат-параллель компьютер һәм авария һөҙөмтәләре осрағында ике компьютерҙы бер-бер артлы автоматик рәүештә һүндереүгә юл ҡуйған аппарат компараторы (4 төп + 4 резерв) була. Сағыштырыу өсөн, «Space Shuttle» КК (пилотланған космик карап) 1980 йылда IBM System/4 Pi ғаилә иҫәпләүселәре нигеҙендә[7]. өс тапҡыр аппарат ярҙамында резервланыусы квадруплекслы БЦВМ-ға эйә була[25].
Йыһан карабының ер өҫтө системалары өсөн программа тәьминәтен (ПО) эшләгәндә ДИПОЛЬ телен ҡулланып программаларҙы структур проектлау технологияһы ҡулланыла, ә моделдәрҙе эшләү мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ЛАКС теле ҡулланыла. БЦВМ ҺӘМ Операцион система (ОС) (програмлаштырыу теле Пролог мотивтары буйынса) ПРОЛ2 һәм Assembler/370 телдәрендә яҙылған. Программа тәьминәтен эшләүҙә, программалауҙы автоматлаштырыу һәм САПО көйләү системаһын ҡулланып, R-технология концепцияһы (R-машина һәм R-тел) киң ҡулланыла. СССР-ҙа эшләнгән компьютер технологияларын ҡулланыу ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 100 Мб самаһы күләмле программа комплекстарын эшләргә мөмкинлек бирә. Ракета-йөрөтөүсенең беренсе һәм икенсе баҫҡыстары ракета блоктары эшләмәһә, орбиталь караптың идара итеү системаһы уның авария хәлендә автоматик режимда ҡайтыуын тәьмин итә[7].
Атмосфераның тығыҙ ҡатламдарында үткәндә барлыҡҡа килгән гравитация менән бәйле термик һәм пневматик йөкләмәләрҙе уңышлы еңеп сығыу өсөн, караптың һаҡлағыс тышлығы беренсе сираттағы әһәмиәткә эйә. Илдең бер нисә ғилми-тикшеренеү ойошмаһы был экстремаль техник шарттарға сыҙамлыҡ характеристикаһына тап килгән утҡа сыҙамлы материалдар эшләү буйынса задание ала. Был эштәрҙе башҡарған башҡа учреждениелар араһында, Силикаттар химияһы институтына (Ленинград), уларҙы координациялау роле ышанып тапшырыла, ә дөйөм етәкселекте физик-химик М. М. Шульц башҡара[26][27].
"Буран"да йылылыҡты һаҡлау өсөн, кварц сүстәр нигеҙендә яҡынса 40000 аҡ һәм ҡара ҡыуыш эсле плиткалар эшләнә, «Буран» йөҙлөгө шулар менән ҡаплана. «Буран» өҫтөндәге иң ныҡ йылытылған участкаларҙы 1600 ℃ тиклем температураға сыҙаған углерод сүстәре нигеҙендә эшләнгән икенсе яңы материал, Гравимол менән ҡаплайҙар[28]. "Буран"дың йылылыҡ һаҡлау тулы массаһы яҡынса 9 тонна[24].
Йылылыҡты һаҡлаусы япма буйынса күп һанлы белгестәрҙең береһе Сергей Фёдорович Летов (һуңынан музыкант) була[29].
Программаны туҡтатыу һәм артабанғы ваҡиғалар
1990 йылда «Энергия-Буран» программаһы буйынса эштәр туҡтатыла, ә 1993 йылдың 25 майында[30] «Энергия» ғилми-етештереү берекмәһе ҡарамағындағы баш конструкторҙар Советы Ҡарары менән программа тулыһынса ябыла.
2002 йылда космосҡа осоусы берҙән-бер «Буран» (1.01 изделиеһы), Байконурҙағы әҙер экземпляры менән бергә һаҡланған «Энергия» ракета-йөрөтөүсеһе менән бергә, монтаж-һынау корпусының ҡыйығы емерелеү сәбәпле, ҡыйрала[15].
Башҡа илдәрҙә оҡшаш программалар
Советтар Союзы менән бер рәттән күп тапҡыр ҡулланыла торған йыһан системаларын булдырыу буйынса эштәр АҠШ-та ла алып барыла, унда иртәрәк һөҙөмтәләргә өлгәшелә. «Энергия-Буран» комплексын булдырыу АҠШ-ҡа технологик та, сәйәси ҙә яуап була[2].
«Спейс шаттл» системаһы Америка граждандар йыһан ойошмаһы — НАСА программаһы сиктәрендә булдырыла. Вице-президент Спиро Агню етәкселегендәге маҡсатлы йыһан төркөмө, 1969—1970 йылдарҙа Аполлон (Ай) программаһын тамамлағандан һуң, йыһан киңлеген тыныс үҙләштереүҙең перспективалы программаларының бер нисә вариантын эшләй[31]. 1972 йылда АҠШ Конгресы, иҡтисади анализға нигеҙләнеп, бер тапҡыр ҡулланыла торған ракеталар урынына күп тапҡыр ҡулланыла торған челноктар төҙөү проектын хуплай[32].
«Буран» һәм «Спейс шаттл» системаларын сағыштырыу
Ике система ла, «Спейс шаттл» да, «Энергия-Буран» да, бөтә элгәреләренән айырылып тора, шул уҡ ваҡытта үҙ-ара уртаҡлыҡтары ла байтаҡ була. Икеһе лә К. Э. Циолковский әйткән идеяларға һәм хеҙмәттәренә нигеҙләнгән[1].
Системаларҙың дөйөм тасуирламаһы
«Спейс шаттл» комплексы яғыулыҡ багынан, ике ҡаты яғыулыҡ тиҙләткесенән һәм йыһан һоҫаһынан (челнок) тора. Старт мәленә 6,6 секунд ҡалғас (старт өҫтәленән айырылыу), орбиталь ракетопланында (икенсе баҫҡыс) урынлаштырылған өс RS-25 марш шәбәйтеү кислород-водород двигателе, ә һуңынан (старт мәлендә) — ике тиҙләткес тә (беренсе баҫҡыс), нығытыу пироболттарын шартлатыу менән бер үк ваҡытта эшләй башлай[1].
«Шаттл» эшләмәгән двигателдәре менән ултыра. Ул бер нисә тапҡыр ултырыу мөмкинлегенә эйә булмай, шуға күрә АҠШ территорияһында бер нисә ултырыу майҙансығы ҡаралған[1].
«Энергия—Буран» комплексы РД-170 кислород-керосин двигателдәре менән (перспективала уларҙы кире ҡайтарыу һәм күп тапҡыр ҡулланыу ҡаралған) дүрт ҡабырға блогынан торған беренсе баҫҡыстан, комплекстың нигеҙе булған РД-0120 дүрт кислород-водород двигателе менән икенсе баҫҡыстан һәм уға тоташтырылған кире ҡайтарыла торған «Буран» йыһан аппаратынан тора. Старт ваҡытында ике баҫҡыс та эшләй башлай. Беренсе баҫҡысты (4 ҡабырға блогын) төшөргәндән һуң, икенсеһе орбиталь тиҙлектән бер аҙ кәмерәк тиҙлеккә еткәнсе эшләүен дауам итә. "Буран"дың тулы сығыуы үҙ двигателдәре менән башҡарылғанлыҡтан, был орбиталарҙың ракетаның ҡулланылған баҫҡыстары емереклектәре менән бысраныуын булдырмай[1].
Был схема универсаль, сөнки орбитаға «Буран» МТКК-н ғына түгел, ә 100 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы башҡа файҙалы йөктәрҙе лә сығарырға мөмкинлек бирә. «Буран» атмосфераға инә һәм тиҙлекте һүндерә башлай (инеү мөйөшө яҡынса 30°, яйлап инеү мөйөшө кәмегән). Башта атмосферала идара ителеүсе осош өсөн «Буран» киль нигеҙендә аэродинамик күләгә зонаһында ҡуйылған ике турбореактив двигатель (ТРД) менән йыһазландырылырға тейеш була. Әммә беренсе (һәм берҙән-бер) старт мәленә был система осоуға әҙер булмай, шуға күрә атмосфераға ингәндән һуң карап двигателдәрҙең тартыу көсөн ҡулланмайынса руль йөҙҙәре менән генә идара ителә. Ергә төшөү алдынан «Буран» тиҙлекте һүндереүсе көйләү манёврын (түбәнәйгән һигеҙлек буйлап осоу) башҡара, шунан һуң төшөүгә күсә. Ултырғанда тиҙлек сәғәтенә 265 км тәшкил итә, атмосфераға ингән саҡта 25 тауыш тиҙлегенә (30 мең км/сәғәт тиерлек) етә.
"Шаттл"да һәм "Буран"да һынау осороуҙары өсөн ике пилот өсөн катапульт креслолар ҡаралған; экипаж күберәк булған осраҡта катапульт креслолар менән ҡотҡарыу ҡаралмаған[33].
"Буран"да тулы сығыуҙы (аҙаҡҡы сығарыу менән өҫтәмә шәбәйтеүҙе) тәьмин иткән берләштерелгән двигатель ҡоролмаһының (ОДУ) марш тиҙләтеүгә тиклемге двигателдәре була, улар ракета-йөрөтөүсенән айырылғандан һуң карапты иҫәпләнгән эш орбитаһына сығарыуҙы, орбиталь манёврҙарҙы һәм орбитанан төшөү алдынан тормозлауҙы тәьмин итә. Улар өсөн яғыулыҡ һәм окисландырыусы матдә борт яғыулыҡ бактарында һаҡлана[34][35]. "Шаттл"да, шуға оҡшаш шәбәйтеү двигателдәрен төп марш тиҙләтеү двигателдәренә өҫтәп, орбиталь манёврлау системаһы двигателдәре айырым ракетала түгел, ә карапта була[36].
Системалар айырмалығының сәбәптәре һәм эҙемтәләре
1975 йылда «Технические предложения» «Комплексной ракетно-космической программы» 1Б томында барлыҡҡа килгән ОС-120 тәүге варианты Америка «Спейс шаттл»-ының тулыһынса тиерлек күсермәһе була — караптың ҡойроҡ өлөшөндә КБЭМ эшләгән, орбиталь маневрлау двигателдәре өсөн ике сығып торған мотогондола менән, өс марш кислород-водород 11Д122 двигателе (тартыу көсө 250 булған һәм сағыштырма импульсы ерҙә 353 сек, вакуумда 455 сек) урынлаша.
Төп мәсьәлә булып бөтә төп параметрҙары буйынса Америка RS-24(SSME) орбиталь карабының борт двигателдәре һәм МТКК "Спейс шаттл"дың ҡабырға ҡаты яғыулыҡ тиҙләткестәре характеристикаларына тиң йәки унан юғарыраҡ булырға тейешле двигателдәр тора.
Воронеж Химавтоматика КБХА-ла эшләнгән двигателдәр америка аналогы менән сағыштырғанда:
- ауырыраҡ (3117 кг > 3450),
- габариттары буйынса бер аҙ ҙурыраҡ (диаметры һәм бейеклеге:2400 һәм 4240 мм > 2420 һәм 4550),
- двигателдең һөҙөмтәлелеген билдәләүсе импульс буйынса бер аҙ өҫтөнөрәк булһа ла, бер аҙ кәмерәк тартыу көсө менән (диңгеҙ кимәлендә: 181 ҡаршы < 156),
Шул уҡ ваҡытта был двигателдәрҙе күп тапҡыр ҡулланыу мөмкинлеген тәьмин итеү бик мөһим проблема булып тора. Мәҫәлән, двигателдәр башта күп тапҡыр ҡулланыла торған "Спейс шаттл"дыҡы булараҡ эшләнһә лә, нәтижәлә, шул тиклем ҙур күләмдә бик ҡиммәтле регламентлы үҙ-ара эшләтеп ебәреү хәрәкәте талап ителә, хатта килограмм йөктө орбитаға сығарыу хаҡын кәметеү өмөтөн «Шаттл» тулыһынса аҡламай.
Географик сәбәптәр арҡаһында, Байконур космодромынан орбитаға бер үк файҙалы йөкләмәне сығарыу өсөн, Канаверал моронондағы АҠШ Хәрби-Һауа Көстәре космодромы менән сағыштырғанда, күберәк тартыу көсө кәрәк. «Спейс шаттл» системаһын стартҡа сығарыу өсөн һәр береһе 1280 тартыу көсө булған (тарихтағы иң ҡеүәтле ракета двигателдәре) ике ҡаты яғыулыҡлы тиҙләткес ҡулланыла: диңгеҙ кимәлендә дөйөм тартыу көсө — 2560, плюс өс SSME двигателдәренең дөйөм тартыу көсө — 570, шулар бөтәһе бергә старт өҫтәленән айырылғанда — 3130 тартыу көсөн булдыра. Канаверал космодромынан орбитаға 110 тоннаға тиклем, шул иҫәптән челнок (78 тонна), яҡынса 8 астронавт (2 тоннаға тиклем) һәм йөк бүлегендә 29,5 тоннаға тиклем файҙалы йөк сығарыу өсөн етерлек. Шуға ярашлы, Байконур космодромынан 110 тонна файҙалы йөкләмәне орбитаға сығарыу өсөн, башҡа шарттар бер төрлө булһа ла, старт өҫтәленән айырылғанда яҡынса 15 %-ҡа күберәк, йәғни яҡынса 3600 тартыу көсө булдырыу талап ителә.
Совет ОС-120 (ОС «орбиталь самолёт» тигәнде аңлата) орбиталь карабы 120 тонна ауырлыҡҡа (америка челногының ауырлығына атмосферала осоу өсөн ике турбореактив двигатель һәм авария хәлендә ике пилотты катапультлау системаһын өҫтәргә) эйә булырға тейеш була[37]. Ябай иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, орбитаға 120 тонна файҙалы йөк сығарыу өсөн старт өҫтәленән айырылғанда 4000 тоннанан ашыу тартыу талап ителә.
Шул уҡ ваҡытта орбиталь караптың марш двигателдәренең тартыу көсө, әгәр 3 двигателле һоҫаның (челнок) шундай уҡ конфигурацияһын ҡулланһаҡ, Америка карабынан ҡалыша (465 < 570-кә ҡаршы), был икенсе баҫҡыс һәм челнокты орбитаға сығарыу өсөн етерлек түгел. Өс двигатель урынына 4 РД-0120 двигателе ҡуйырға кәрәк тип табыла, әммә орбиталь караптың планер конструкцияһында запас урын һәм ауырлыҡ булмай. Конструкторҙарға челноктың ауырлығын ҡырҡа кәметергә тура килә.
Шулай итеп, ОК-92 орбиталь карабы проекты барлыҡҡа килә, уның ауырлығы криоген үткәргес торбалар системаһы менән бергә марш двигателдәрен урынлаштырыуҙан баш тартыу, тышҡы бакты айырғанда уларҙы бикләү һ.б. иҫәбенә 92 тоннаға тиклем кәметелә. Проектты үҙгәртеп эшләү һөҙөмтәһендә дүрт (өс урынына) РД-0120 двигателе орбиталь карап фюзеляжының ҡойроҡ өлөшөнән яғыулыҡ багының аҫҡы өлөшөнә күсерелә. Шуға ҡарамаҫтан, бындай әүҙем орбиталь манёврҙар яһай алмаған "Шаттл"дан айырмалы рәүештә, «Буран» 16 тонналыҡ манёврлау двигателдәре менән йыһазландырыла, был уға кәрәк булғанда орбитаһын киң сикләнмәләргә үҙгәртергә мөмкинлек бирә.
1976 йылдың 9 ғинуарында «Энергия» ғилми-етештереү берекмәһенең генераль конструкторы Валентин Петрович Глушко «Ок-92» карабының яңы вариантын сағыштырма анализлауҙы үҙ эсенә алған "Техник белешмә"не («Техническая справка») раҫлай.
132-51 һанлы ҡарар сыҡҡандан һуң, орбитер планерын, күп тапҡыр ҡулланыла торған йыһан системаһы элементтарын һауа транспорты сараларын һәм автоматик ултыртыу системаһын эшләүҙе махсус ойошторолған «Молния» ғилми-етештереү берекмәһенә йөкмәтәләр, уны Глеб Евгеньевич Лозино-Лозинский етәкләй.
Үҙгәрештәр ҡабырға тиҙләткестәренә лә ҡағыла. СССР-ҙа «Спейс шаттл» системаһында ҡулланылған һәм стартта 83 % тартыу көсөн тәьмин иткән ҙур һәм ҡеүәтле ҡаты яғыулыҡ тиҙләткесен етештереү өсөн кәрәкле технология һәм ҡорамалдар проектлау тәжрибәһе булмай. Бик ҡырыҫ климат температураһы диапазонында эшләү өсөн ҡатмарлыраҡ химик матдәләр талап итә, ҡаты яғыулыҡ тиҙләткестәре хәүефле вибрациялар тыуҙыра, тартыу көсөнә идара итеүгә юл ҡуймай һәм үҙенең төтөнө менән атмосфераның озон ҡатламын емерә. Бынан тыш, ҡаты яғыулыҡтағы двигателдәр сағыштырма һөҙөмтәлелеге буйынса шыйыҡ двигателдәрҙән ҡалыша — ә СССР-ға, Байконур космодромының географик урыны менән бәйле, Шаттл ТЗ-ға тиң файҙалы йөкләмәне сығарыу өсөн ҙур һөҙөмтәлелек талап ителә. «Энергия» ғилми-етештереү берекмәһе конструкторҙары Глушко етәкселегендә эшләнгән иң ҡеүәтле шыйыҡ реактив двигатель — (эшкәртелгәндән һәм модернизацияланғандан һуң) 740 тартыу көсөн үҫтерә алған дүрт камералы РД-170 двигателен ҡулланырға ҡарар итә.
Әммә 1280 тартыу көсөнә эйә ике ҡабырға тиҙләткес урынына 740-ар тарту көсөнә эйә дүрт тиҙләткес ҡулланырға тура килә. РД-0120 икенсе баҫҡыс двигателдәре менән бергә ҡабырға тиҙләткестәренең дөйөм тартыу көсө старт өҫтәленән айырылғанда 3425 тартыу көсөнә етә, был яҡынса «Сатурн-5» системаһына ҡараған «Аполлон» (3500 так как) караптарының старт тартыу көсөнә тиң.
Дмитрий Фёдорович Устинов йөҙөндә КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Оборона министрлығы йөҙөндә заказсының ультиматив талабы — ҡабырға тиҙләткестәрен ҡабаттан ҡулланыу мөмкинлеге булған. Рәсми рәүештә ҡабырға тиҙләткестәре күп тапҡыр ҡулланыла тип иҫәпләнә, әммә «Энергия» ның ике осошонда ҡабырға тиҙләткестәрен һаҡлау бурысы ҡуйылмай. Америка тиҙләткестәре парашют менән океанға төшә, был двигателдәрҙе һәм тиҙләткес корпустарын һаҡлап ҡалыу өсөн ярайһы уҡ «йомшаҡ» төшөүҙе тәьмин итә. Ҡаҙағстан далаһынан старт шарттарында тиҙләткесте «һыуға төшөрөү» мөмкинлеге юҡ, ә далаға парашют менән ултырыу ракета двигателдәрен һәм корпустарын һаҡлау өсөн етерлек йомшаҡ түгел.
Дары двигателдәре менән, ҡубыуҙы тауышһыҙ башҡарыу өсөн пилоттар йыш ҡына двигателдәрҙе һүндереүе һәм планлаштырылған осош яһауы йәки парашютлы ултыртыу проектта булһа ла, тәүге ике һынау осошонда тормошҡа ашырылмай, ә артабанғы был йүнәлештәге эшләнмәләр, шул иҫәптән беренсе һәм икенсе баҫҡыс блоктарын ҡанаттар ярҙамында ҡотҡарыу, программа ябылыу сәбәпле, тормошҡа ашырылмай.
«Энергия-Буран» системаһының «Спейс шаттл» системаһынан айырмаһы булған үҙгәрештәр түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә була:
- «Энергия-Буран» системаһында беренсе осошта күп тапҡыр ҡулланыла торған элемент булып орбиталь карап үҙе генә тора, ә беренсе баҫҡыс блоктары һәм үҙәк блок осош башланыуы процесында юғала, беренсе һәм икенсе баҫҡыстарҙың бөтә һигеҙ марш двигателдәрен ҡабаттан файҙаланыу мөмкин булмауы старт хаҡын арттыра, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, "Шаттл"да 450 миллион доллар тәшкил итһә, «Энергия-Буран» өсөн 1 миллиард долларҙан ашып китә[38].
- икенсе яҡтан, универсаль транспорт йыһан системаһы булдырыла, ул, американдарҙан айырмалы рәүештә, космосҡа "Буран"ды ғына түгел, ә 100 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы ирекле ауыр йөктәрҙе лә сығарырға мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта АҠШ-та һоҫа (челнок) транспорт системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора һәм йөк 29,5 тонна менән сикләнә, өҫтәүенә орбиталь караптың үҙәкләштереү үҙенсәлектәре арҡаһында, тулы йөк менән бер осош та башҡарылмаған. Орбитаға сығарылған йөктәрҙең классик системаһы, ҡағиҙә булараҡ, өҫкө урынлаштырылышты күҙ уңында тота. АҠШ-та Шаттл (Shuttle-C) базаһында фәҡәт бер тапҡыр ҡулланыла торған йөк системаһын булдырыу планлаштырыла, әммә ул тормошҡа ашырылмай.
Филателияла
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Атмосфераға инеү
- Гипертауышлы тиҙлек
- Гипертауышлы осоу аппараты
- Орбиталь самолёт
- Клипер (космик карап)
- Спейс Шаттл
- Шэньлун (CSSHQ (космик карап))
- Boeing X-37
- Dream Chaser
Әҙәбиәт
- Б. Е. Черток. Ракеты и люди. Лунная гонка Архивная копия от 26 май 2011 на Wayback Machine М.: Машиностроение, 1999. Гл. 20
- Первый полёт. — М.: Авиация и космонавтика, 1990. — 100 000 экз.
- Курочкин А. М., Шардин В. Е. Район, закрытый для плавания. — М.: ООО «Военная книга», 2008. — 72 с. — (Корабли советского флота). — ISBN 978-5-902863-17-5.
- Данилов Е. П. Первый. И единственный… Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine // Обнинск. — № 160—161 (3062-3063), декабрь 2008
- М. Когут. «Бураны» второй серии // «Новости космонавтики» : журнал. — 2018. — Декабрь (№ 12). — С. 64—72.
- Вадим Лукашевич. Буран: факты и мифы. К 20-летию полёта МТКК «Буран» // Космические исследования и технологии : журнал. — Алма-Ата, 2019. — № 1 (18). — С. 38—47. — ISSN 2226-8731.
Һылтанмалар
- «Буран» и другие многоразовые транспортные космические системы Архивная копия от 16 ноябрь 2007 на Wayback Machine // buran.ru — история, документы, технические характеристики, интервью, редкие фотографии, книги
- Проект «Буран-68» Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine // buran.ru
- О создании «Бурана» Архивная копия от 20 июль 2010 на Wayback Machine // Сайт Минавиапрома СССР (история, фотографии, воспоминания и документы)
- buran-energia.com — Английский сайт о корабле «Буран» Архивная копия от 22 декабрь 2015 на Wayback Machine (инг.)
- ЧП на Байконуре 12 мая 2002 Архивная копия от 10 декабрь 2011 на Wayback Machine // buran.ru
- Что же всё-таки случилось на Байконуре? Архивная копия от 15 июль 2011 на Wayback Machine // Новости космонавтики
- Буря вокруг «Бурана» /вебархив/
- Основные понятия и история развития орбитального комплекса «Буран» Балтийский государственный технический университет «Военмех» имени Д. Ф. Устинова, отчёт по первой работе УНИРС /вебархив/
- Глеб Евгеньевич Лозино-Лозинский — возглавлял разработку Архивная копия от 27 ғинуар 2010 на Wayback Machine // НВО НГ
- Гагарин и прообраз «Бурана». Фотография 1965 года
- Пилоты «Бурана» Архивная копия от 21 июль 2010 на Wayback Machine — Сайт ветеранов 12-го Главного управления Минавиапрома СССР
- «Буран». Созвездие Волка(недоступная ссылка) д/ф о команде пилотов Бурана (Первый канал, см. Официальный сайт. Телепроекты Архивная копия от 22 ғинуар 2010 на Wayback Machine)
- Взлёт «Бурана» (видео)
- Последний «Буран» империи Архивная копия от 12 ноябрь 2010 на Wayback Machine — телесюжет студии Роскосмоса (видео) /вебархив/
- Карта парка Горького с хорошо видимым макетом ОК-ТВА
- «Буран 1.02» на площадке хранения на космодроме Байконур (c весны 2007 года находится в 2 км юго-восточнее данного места, в музее истории Байконура)
- Тушинский машиностроительный завод, на котором строился космический челнок «Буран», открестился от своего детища //5-tv.ru /вебархив/
- [2] (видео)
- «Буран» ещё вернется — Программа Русский космос, интервью с О. Д. Баклановым, декабрь 2012 (видео)
- Победил полный автомат Архивная копия от 13 ноябрь 2015 на Wayback Machine // «Коммерсантъ», 9.11.2015
- Буран: разбор полёта Архивная копия от 16 ноябрь 2018 на Wayback Machine — спецпроект ТАСС, 2018-11-15
Видео
- YouTube сайтында Фарватер для «Бурана» (транспортировка Бурана из Тушина в Жуковский)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Буран. Разбор полёта. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ 1 2 Буран — полет, опередивший время. Роскосмос (15 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ 30 лет без «Энергии». Как в СССР разрабатывали первую успешную сверхтяжелую ракету и чем это кончилось. ТАСС (22 ноябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ «Буран»: первый и единственный. Ростех (15 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2023.
- ↑ 1 2 Наталия Ячменникова. "Буран": прерванный полет. Когда вернется на орбиту русский шаттл. Российская газета (15 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 Единственный полет «Бурана»: как испытывали самый сложный космический корабль Архивная копия от 23 декабрь 2018 на Wayback Machine // МК
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 А.Г. Бобылева, Д.А. Гаврин. Создание и эксплуатация космического корабля «Буран»: итоги и значение. КиберЛенинка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ Как «шаттл» Москву «бомбил». https://fb2.top/.+Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ Тушинский машиностроительный завод. buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ Он связал землю, небо и космос. Крылья Родины. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ Катапультирование экипажа. buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ Одно небо на двоих: как авиация помогала космонавтике. Ростех (22 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ БТС-002. В преддверии полёта «Бурана». Центр Космонавтика и авиация (ВДНХ) (2020 год). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ 1 2 Пилоты Бурана. mapsssr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Неизвестные факты о "Буране". Российская газета (15 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2023.
- ↑ Запасные аэродромы для «Бурана» Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine // buran.ru
- ↑ Схема размещения в Крыму объектов Комплекса радиотехнических систем навигации, посадки, контроля траектории и управления воздушным движением «Вымпел» Архивная копия от 26 март 2016 на Wayback Machine // buran.ru
- ↑ 1 2 Летающий самолёт-аналог БТС-002 ГЛИ. buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ Полет орбитального корабля "Буран" 15 ноября 1988 г. buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ Схема полёта на участке посадки "Бурана". buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023.
- ↑ Полёт орбитального корабля 11Ф35 «Буран» Архивная копия от 17 март 2016 на Wayback Machine // buran.ru
- ↑ Применение Бурана Архивная копия от 28 апрель 2010 на Wayback Machine // buran.ru
- ↑ Основные характеристики Многоразовой космической системы "Энергия-Буран" (МКС 1К11К25). buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Губанов Б. «Энергия» — «Буран» — шаг в будущее // Наука и жизнь. — 1989. — № 4. — С. 2—9.
- ↑ Space Shuttle. Система управления. БЦВК Архивная копия от 29 ноябрь 2012 на Wayback Machine // buran.ru
- ↑ Вестник Санкт-Петербургского университета; Серия 4. Выпуск 1. Март 2010. Физика, химия (химический раздел номера посвящён 90-летию М. М. Шульца) 2011 йылдың 1 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Михаил Михайлович Шульц. Материалы к библиографии учёных. РАН. Химические науки. Вып. 108. Издание второе, дополненное. — М.: Наука, 2004. — ISBN 5-02-033186-4
- ↑ Андрей Афанасьев. Многоразовый орбитальный самолёт // Наука и жизнь. — 2018. — № 11. — С. 18—32.
- ↑ Владимир Зобенко. Химия, космос, саксофон. Сергей Летов выступил в Актобе на Суховее. «Диапазон», Казахстан (9 август 2016). — Интервью Сергея Летова. — «Я автор теплозащитного покрытия «Бурана». Это были 87-88 годы.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023. Архивировано 15 ноябрь 2016 года.
- ↑ [1] Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine // buran.ru
- ↑ Agnew, Spiro, chairman. September 1969. The Post-Apollo Space Program: Directions for the Future. Space Task Group. Reprinted in NASA SP-4407, Vol. I, pp. 522—543
- ↑ Robert N. Lindley, The Economics of a New Space Transportation System — 71-806. July 1971
- ↑ Чернятьев Б. В. Космос – моя работа. Записки конструктора. — СУПЕР Издательство, 2018. — С. 209—210. — ISBN 978-5-907040-34-2.
- ↑ Б. СОКОЛОВ, заместитель главного конструктора НПО «Энергия», доктор технических наук; А. САНИН, кандидат технических наук. В одной упряжке мороз и пламя («Авиация и космонавтика» № 1, 1991) // buran.ru Архивная копия от 17 октябрь 2012 на Wayback Machine
- ↑ Объединённая двигательная установка (ОДУ). Сайт Buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2023. Архивировано 23 июль 2022 года.
- ↑ «Буран. Разбор полёта» Архивная копия от 16 ноябрь 2018 на Wayback Machine / Спецпроект ИА «ТАСС».
- ↑ ОС-120 Архивная копия от 28 май 2010 на Wayback Machine // buran.ru
- ↑ Б. Губанов. Центральный блок Ц // Триумф и Трагедия Энергии Архивная копия от 27 октябрь 2010 на Wayback Machine // buran.ru
Ҡалып:Пилотируемые космические полёты
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |