Энергия (ракета ташыусы)

«Эне́ргия» (индексы ГРАУ — 11К25) — Буран йыһан карабын ер яны арауығына сығарыу өсөн тәғәйенләнгән үтә ауыр класлы совет ракета ташыусыһы.

«Энергия — Буран» йыһан программаһы сиктәрендә эшләнгән. Үҙенең туранан-тура бурысынан тыш, киләсәктә ракета совет ай программаһы сиктәрендә, шулай уҡ Марсҡа йөк һәм экипаж ташыу өсөн ҡулланыласаҡ, тип күҙаллана[5].

Ракетаны эшләү һәм төҙөү менән «Энергия» ғилми-етештереү берекмәһе белгестәре 1976 йылдан алып шөғөлләнә. Проекттың баш конструкторы — Борис Губанов. Бер нисә йыл етәкеһе була, һәм эштәр уның етәкселегендә тамамлана. «Энергия» ракета ташыусыһы беренсе тапҡыр 1987 йылдың 15 майында ебәрелә[6].

«Буран» программаһы буйынса эш туҡтатылыу сәбәпле, проект тулы кимәлдә үҫеш ала алмай, ә был ракета ташыусы тап уны орбитаға сығарыу өсөн төҙөлә[5].

«Энергия» ракетаһының һаҡланып ҡалған өлгөһөн «Энергия» ракета-йыһан коорпорацияһы музейында, ә уның моделдәрен космонавтиканың бер нисә музейында күрергә мөмкин[7].

Эш барышы

Төрлө бурыстарҙы үтәү өсөн күп яҡлы, перспективалы ракета ташыусы булараҡ эшләнә:

— «Буран» күп тапҡыр ҡулланлышлы транспорт йөк карабы өсөн;

Айға һәм Марсҡа пилотлы һәм автоматик экспедицияларҙы тәьмин итеү өсөн;

— яңы быуын орбиталь станцияларын эшләтеп ебәреү;

— үтә ауыр геостационар юлдаш платформаларын осороу өсөн;

— ауыр хәрби йөктәрҙе ебәреү өсөн.

«Энергия — Буран» программаһы буйынса эштәр 1976 йылда, Н-1 программаһы ябылғас та башлана; баш конструкторы — Б. И. Губанов (1982 йылдан). Ракетаның төп эшләүсеһе — Мәскәү янындағы «Энергия» ғилми-тикшеренеү берекмәһе[8]), Куйбышев ҡалаһындағы «Прогресс» заводында етештерелә. Идара итеү системаһының төп эшләүсеһе — Харьковта урынлашҡан «Электроприбор» ғилми-тикшеренеү берекмәһе.

"Энергия"ның үҙәк блогы өлөштәре беренсе тапҡыр Куйбышевтан Жуковскийға һыу юлы менән 1980 йылдың октябрендә ебәрелә. Баржаны Һамар йылғаһы аша тимер юл күпере аҫтынан үткәреү менән Һамар йылға порты начальнигы етәкселек итә, йөк менән күпер араһындағы аралыҡ ни бары 0,5 метр тәшкил итә. Йөк Жуковскийҙағы Кратово пристаненә 1980 йылдың 1 ноябрендә килеп етә. 1981 йылдың ғинуарында уҡ осоу-һынау аэродромында (Раменский) махсус эшләнгән ВМ-Т транспорт самолетының осоу һынауҙары башлана. 1982—1983 йылдарҙа тағы ла бер нисә йөк (Энергияның үҙәк блогы өлөштәре) ошо рәүешле ебәрелә, самолётты һынауҙар дауам итә.

1984 йылдан ракетаның үҙәк блогы өлөштәре ВМ-Т самолетында Куйбышевтың Безымянка аэродромынан Байконур космодромына (Юбилейный аэродромына) туранан-тура килтерелә. Унда 112-се майҙансыҡтағы монтаж-һынау корпусында[8] ракетаны йыйыу һәм осороуға әҙерләү тормошҡа ашырыла.

"Энергия"ның үҙәк блогы өлөштәрен ВМ-Т самолетында килтереү ваҡытлыса вариант була; артабан үҙәк блокты Куйбышевтан Байконурға Ан-225 самолетында йыйылған килеш килтереү планлаштырыла.

Эште башлау мәлендә «Сатурн-5», «Н-1» менән бер рәттән донъяла иң ҡеүәтлеләрҙең береһе була һәм йөк күтәреүсәнлеге буйынса ул ваҡытта донъяла файҙаланылған ракета-ташыусыларҙы күпкә уҙып китә.

Ракета ташыусы совет күп тапҡыр ҡулланыла торған «Энергия-Буран» йыһан транспорты системаһының өлөшө булып тора, әммә, Американың "Спейс Шаттл"ынан айырмалы рәүештә, автономиялы рәүештә Ер тирәһендәге йыһанға, Айға, Ҡояш системаһы планеталарына ҙур ауырлыҡтағы һәм ҙурлыҡтағы йөк ташыу өсөн файҙаланыла, шулай уҡ пилотлы осоштар өсөн дә ҡулланыла ала. Уны булдырыу СССР-ҙың киң күләмле сәнәғәт һәм хәрби-йыһан тикшеренеүҙәре пландары менән бәйле була.

Ике баҫҡыслы пакет схемаһы буйынса башҡарылған: беренсе баҫҡыстың дүрт блогы икенсе баҫҡыстың үҙәк блогы тирәләй урынлашҡан. СССР-ҙа тәүге тапҡыр криоген яғыулыҡ (водород икенсе баҫҡыста) ҡулланыла. Файҙалы йөк икенсе баҫҡыстың ҡабырғаһында урынлаштырыла[5]. Уның конструкцияһы блок-модуль принцибы буйынса эшләнә, ул беренсе һәм икенсе этап блоктары нигеҙендә йөкләнеш ҡеүәте 10 тоннанан 200 тоннаға тиклем булған урта һәм ауыр класлы ташыусыларҙы булдырыу мөмкинлеген бирә. "Энергия"ны пилотлы осоштар өсөн ҡулланыу пландары менән бәйле ракетаның ышаныслылығын, сыҙамлығын һәм хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн төрлө ысулдар ҡулланыла. Мәҫәлән, мөһим системаларҙы 3 һәм 4 тапҡыр ҡабатлау һәм траекторияның теләһә ниндәй өлөшөндә двигателдәрҙең береһе һүнһә лә, осошто идаралы мөмкинлеге[9].Унда хәрби ракетала һыналған яңыртылған БЦВМ М6М ҡулланыла.

Осороуҙар

Был уникаль комплекс ике генә тапҡыр эшләтеп ебәрелә:

— 1987 йылдың 15 майында эксперименталь йөкләнеш менән: «Полюс» спутнигы (орбиталь лазер платформаһының «Скиф-ДМ» масса-габаритлы макеты). Йыһан аппаратының үҙендә йүнәлеш алыу системаһының боҙолоуы арҡаһында орбитаға сығарылмай;

— 1988 йылдың 15 ноябрендә күп тапҡыр ҡулланылышлы «Буран» комплексы составында.

Комплексты осороуға СССР-ҙың төрлө ракета-космос предприятиелары һәм ғәскәр частарының күп кенә вәкилдәре йәлеп ителә.

Программаны туҡтатыу

1990 йылдар башында «Энергия-Буран» программаһы буйынса эштәр туҡтатыла. Программа тулыһынса ябылыу мәлендә (1993) «Байконур» космодромында әҙерлектең төрлө стадияһында булған кәм тигәндә биш «Энергия» ракета ташыусыһы була. Уларҙың икәүһе 2002 йылға тиклем Байконур космодромында һаҡлана һәм Ҡаҙағстандың милке һанала; 2002 йылдың 12 майында 112-се майҙансыҡтағы монтаж-һынау корпусының ҡыйығы емерелеү һөҙөмтәһендә юҡ ителә. Уларҙың өсәүһе «Энергия» ғилми-тикшеренеү (хәҙер «Энергия» ракета-йыһан коорпорацияһы) стапелдәрендә төҙөлөштөң төрлө стадияларында була. Әммә эштәр туҡтатылғандан һуң башланған эш юҡҡа сығарыла, әҙерләнгән ракета корпустары йә киҫелә, йә предприятиеның артҡы ихатаһына ташлана, улар әле лә шунда тора.

Был ташыусының файҙаланыу туҡтатылыуға ҡарамаҫтан, «Энергия» өсөн эшләнгән технологиялар бөгөнгө көндә лә ҡулланыла: «Энергия» ҡабырға модулдәренең РД-170 двигателе (космонавтика тарихында иң ҡеүәтле шыйыҡ яғыулыҡлы двигатель) «Зенит» ракета ташыусыһының беренсе баҫҡысында (РД-171 тамғаһы менән) ҡулланыла (шул иҫәптән «Диңгеҙ старты» проектында) ҡулланыла, ә РД-171 нигеҙендә проектланған ике камералы РД-180 двигателе (ысынында РД-171-ҙең яртыһы) Американың Атлас-5 ракетаһында тора. Иң бәләкәй варианты — бер камералы РД-191 Рәсәйҙең перспективалы яңы «Ангара» ракетаһында ҡулланыла. Беренсе старттың егерме йыллығында, 2007 йылдың 15 майында, киң мәғлүмәт сараларында[10] хәҙерге Рәсәй йыһан сәнәғәте өсөн аҡса һәм теләк булһа, "Энергия"ны тергеҙеү өсөн 5—6 йыл кәрәк булыр ине тигән фекер яңғырай.

2012 йылдың 20 авгусында «Энергия» коорпорацияһы ауыр класлы ракета-носитель эшләү буйынса тендерҙа ҡатнашырға теләк белдерә, был проектҡа 5—7 йыл талап ителергә мөмкин[11]. Әммә «Энергия» тендерҙа ҡатнашыу өсөн ғариза бирмәй, уны Хруничев исемендәге Рәсәй үҙәге еңә[12].

2016 йылдың авгусында киң мәғлүмәт сараларында «Роскосмос» дәүләт корпорацияһында «Энергия-Буран» программаһын, атап әйткәндә, РД-171 двигателдәрен, файҙаланып, үтә ауыр класлы яңы ракета проектлау башланған тигән мәғлүмәт баҫылып сыға[13]. Әммә 2017 йылдың майында «Энергия» ракета-йыһан коорпорацияһы үтә ауыр класлы яңы ракета эшләү "Энергия"ны туранан-тура күсереп алыуға ҡарағанда 1,5 тапҡырға арзаныраҡҡа төшәсәге тураһында белдерә[14].

2018 йылдың 13 декабрендә ракета-космос тармағындағы сығанаҡ киң мәғлүмәт сараларына хәбәр итеүенсә, Роскосмос үтә ауыр ракета төҙөү һәм Ай тирәләй пилотһыҙ осоу буйынса проект әҙерләй. Әммә 30-40 йыл элек эшләнгән «Энергия» ракетаһын етештереүҙе тергеҙеү мөмкин түгел тиерлек, предприятиелар араһындағы хеҙмәттәшлек өҙөлгән, ҡайһы бер техник ҡарарҙар юғалған, ә ҡайһы берҙәре иҫкергән. Шуға ҡарамаҫтан, «Энергия» производствоһын тергеҙеүгә киткән сығымдар хаҡы иҫәпләнәсәк[15].

Конструкцияһы

Ракета икенсе баҫҡыстың «Ц» үҙәк блогы базаһында ике баҫҡыслы пакет схемаһы буйынса эшләнгән, унда 4 РД-0120 кислород-водородлы старт двигателе ҡуйылған. Беренсе баҫҡысты һәр береһендә бер кислород-кәрәсинле дүрт камералы РД-170 двигателе булған дүрт «А» ҡабырға блогы тәшкил итә. «А» блоктары урта класлы «Зенит» ракета ташыусыһының беренсе баҫҡысы менән берләштерелә. Ике этаптың да двигателдәре ябыҡ цикллы — ҡулланылған турбина газы төп яныу камераһында яндырыла. Йөк ташыу машинаһының (орбиталь корабль йәки транспорт контейнеры) файҙалы йөгө үҙәк Ц блогының ҡабырғаһына асимметрик рәүештә беркетелә.

Космодромда ракетаны йыйыу, уны транспортлау, старт өҫтәленә ҡуйыу һәм осороу «Я» күсмә старт-тоташтырыу блогы ярҙамында башҡарыла, ул осороу ҡоролмаһы менән механик, пневмогидравлик һәм электр бәйләнештәрен тәьмин итеүсе көс конструкцияһы булып тора. Я блогын ҡулланыу ракетаны насар һауа шарттарында ла (ел, ямғыр, ҡар һәм саң) осороу комплексы менән тоташтырыу мөмкинлеген бирә. Старт алдынан блок аҫҡы плита булып тора. Ракета уға 1-се баҫҡыс А блоктары өҫтө менән таяна, ул шулай уҡ ракетаны старт ваҡытында ракета двигателдәре ағымы тәьҫиренән һаҡлай. Ракета ебәрелгәндән һуң, Я блогы старт комплексында ҡала һәм уны яңынан ҡулланырға мөмкин.

10 осош өсөн тәғәйенләнгән РД-170 двигателдәренең хеҙмәт итеү мөҙҙәтен арттырыу өсөн А блоктары беренсе баҫҡысты кире ҡайтарыу һәм ҡайтанан ҡулланыу системаһы ҡаралған. Система парашюттарҙан, ТТРД йомшаҡ ултыртыуҙан һәм амортизациялаусы таяуҙарҙан тора. Уларҙы А блогы өҫтөндәге махсус контейнерҙарға урынлаштыралар, әммә проект эштәре барышында тәҡдим ителгән схеманың үтә ҡатмарлы булыуы, ышаныслы булмауы һәм ҡайһы бер хәл ителмәгән техник проблемалар менән бәйле булыуы асыҡлана. Осоу һынауҙары башланғансы кире ҡайтарыу системаһы тормошҡа ашырылмай, әммә ракетаның осоу өлгөләрендә парашюттар һәм үлсәү аппаратураһы урынлаштырыла[16].

Үҙәк агрегат 4 РД-0120 кислород-водород двигателдәре менән йыһазландырылған һәм йөрөтөүсе ҡоролма булып тора. Йөк ҡабырғаға беркетелә һәм тиҙләткестәр ҡулланыла. Икенсе баҫҡыс двигателдәре стартҡа тиклем эшләй башлай һәм беренсе йыһан тиҙлегенә еткәс тамамлана. Икенсе төрлө әйткәндә, ғәмәлдә «Энергия» ике түгел, ә өс баҫҡыслы ракета була, сөнки эш тамамланған мәлдә икенсе баҫҡыс файҙалы йөккә тик суборбиталь тиҙлек (6 км/с) бирә. Берләшкән двигатель ҡулайламаһы, йөрөтөүсе менән айырылғандан һуң, уға тәүге йыһан тиҙлегенә өлгәшергә ярҙам итә[17].

"Энергия"ның старт массаһы — 2400 тоннаға яҡын. Ракета (4 ҡабырға блогы булған вариантта) 100 тонна самаһы файҙалы йөктө орбитаға сығара ала — ул файҙаланылған «Протон»ға ҡарағанда 5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ ике («Энергия-М»), алты һәм һигеҙ («Вулкан») ситке блоктары булған йыйылма варианттар ҙа булыуы мөмкин, әммә уларға һынау үткәрелмәй.

Проектланған варианттары

Төп вариантҡа өҫтәп ракетаның төрлө ауырлыҡтағы файҙалы йөктө сығарыуға иҫәпләнгән 3 төп модификацияһы проектлана.

Энергия-М

«Энергия-М» (217ГК Нейтрон) ғаиләлә иң бәләкәй ракета була, уның йөк күтәреүсәнлеге «Энергия» ракета ташыусыһы менән сағыштырғанда яҡынса 3 тапҡырға кәметелә, йәғни түбән орбитала йөк күтәреүсәнлеге 30—35 тонна тәшкил итә[18].

Ян-яҡтағы блоктарҙың һаны 4-тән 2-гә тиклем кәметелә, 4 РД-0120 двигателе урынына үҙәк блокта берәү генә ҡуйыла. 1989—1991 йылдарҙа комплекслы һынауҙар үтә, сафҡа индереү 1994 йылға планлаштырыла. Әммә 1993 йылда «Энергия-М» яңы ауыр ракета-ташыусыһын эшләүгә дәүләт конкурсында (тендер) еңелә; конкурс йомғаҡтары буйынса «Ангара» ракета йөрөтөүсеһенә өҫтөнлөк бирелә (тәүге осош 2014 йылдың 9 июлендә була)[19]). Байконурҙа ракета тулы үлсәмле макеты (бөтә компоненттары менән) һаҡлана.

Энергия II (Ураган)

«Энергия II» (шулай уҡ «Ураган» тип тә атала) тулыһынса күп тапҡыр ҡулланыла алырлыҡ итеп эшләнә. Күп тапҡыр ҡулланыла торған (Американың Спейс шаттлы кеүек) "Энергия"ның төп модификацияһынан айырмалы рәүештә, "Ураган"дың конструкцияһы «Энергия» — «Буран» системаһының бөтә элементтарын кире ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Ул Space Shuttle концепцияһына оҡшаш. "Ураган"дың үҙәк блогы атмосфераға инергә, ғәҙәти аэродромға ултырырға тейеш була.

Вулкан (Геркулес)

Иң ауыр модификация: уның старт ауырлығы 4747 т тәшкил иткән. 8 ҡабырға блогын һәм «Энергия-М» үҙәк блогын һуңғы баҫҡыс сифатында файҙаланып, «Вулкан» (әйткәндәй, был исем башҡа совет ауыр ракетаһының исеме менән тап килә, уны эшләү бер нисә йыл элек туҡтатыла) йәки «Геркулес» (был РН Н-1 ауыр ракета ташыусыһының проект исеме менән тап килә) ракетаһы 175—200 тоннаға тиклем йөктө ер тирәһендәге түбән орбитаға сығарырға тейеш була[20]. Был ғәйәт ҙур ракета ярҙамында иң грандиоз проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла: Айға кеше күсереү, йыһан ҡалалары төҙөү, Марсҡа осоусы осош һ.б.

Белгестәрҙең баһалауы

undefined

«Энергия-Буран» проекты буйынса Д. И. Козлов: «В. П. Глушко үҙе етәкләгән „Энергия“ ғилми-етештереү берекмәһене баш конструкторы итеп тәғәйенләнгәндән һуң бер нисә ай үткәс, уға яңы ҡеүәтле ракета ташыусыны проектлау бурысы йөкмәтелә, ә министрлыҡ уны әҙерләүгә заказды Куйбышев ҡалаһының „Прогресс“ заводына тапшыра. Күп тә үтмәй Глушко менән совет ракета-йыһан тармағының артабанғы үҫеше юлдары, 3-сө Куйбышев бүлексәһенең эш перспективалары, шулай уҡ „Энергия-Буран“ комплексы тураһында оҙайлы һәм бик ҡатмарлы әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул саҡта мин уға ошо проект урынына Н1 ракетаһы буйынса эште дауам итергә тәҡдим иттем. Глушко иһә яңы ҡеүәтле ташыусыны нулдән булдырыуҙы талап итте һәм Н1-ҙе бер кемгә лә кәрәкмәгән кисәге космонавтика тип атай. Ул ваҡытта ул һәм мин уртаҡ фекергә килә алманыҡ. Һөҙөмтәлә беҙ, мин етәкләгән предприятие һәм „Энергия“ ғилми-етештереү берекмәһе бер юлда түгел, тип ҡарар иттек, сөнки беҙ Ватан космонавтикаһын үҫтереүҙең стратегик йүнәлеше буйынса уртаҡ фекерҙә түгелбеҙ. Беҙҙең был ҡарар ул саҡтағы ил хөкүмәтендә лә аңлау тапты, һәм тиҙҙән 3-сө филиал „Энергия“ ғилми-етештереү берекмәһе ҡарамағынан сығарылды һәм үҙ аллы предприятие итеп үҙгәртелде. 1974 йылдың 30 июленән ул Үҙәк махсус конструкторҙар бюроһы тип атала башлай.

Билдәле булыуынса, „Энергия-Буран“ проекты 1980-се йылдарҙа тормошҡа ашырыла, өҫтәүенә, ул илдән тағы ла ҙур финанс сығымдары талап итә. Тап шуға күрә СССР-ҙың Дөйөм машиналар эшләү министрлығы (уның структураһына беҙҙең предприятие ла инә), „ЦСКБ-Прогресс“ заводы һәм Үҙәк конструкторлығы үҙәге бюджеттарынан элек беҙгә бүленгән аҡсаның байтаҡ өлөшөн бер нисә тапҡыр алырға мәжбүр булды. Шуға күрә конструклыҡ бюроһының ҡайһы бер проекттары финанслау етешмәү арҡаһында тулыһынса тормошҡа ашырылмай, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй ғәмәлгә ашырылмай. „Энергия“ ракетаһы беренсе тапҡыр бортында габарит-ауырлыҡ макеты („Полюс“ объекты) менән, икенсе тапҡыр күп тапҡыр ҡулланылыусы „Буран“ карабы менән оса. Бынан һуң „Энергия“ бер тапҡыр ҙа осоролмай. Иң тәүҙә, ярайһы уҡ ябай сәбәп арҡаһында: әлеге ваҡытта йыһан киңлегендә 100 тоннанан ашыу йөк күтәрә алған был ҙур ракетаның осоштары (әйткәндәй, бик ҡиммәтле) талап ителгән объекттар юҡ», — ти.

Иҫкәрмәләр

  1. Рекорды в науке и технике. Ракеты и космические корабли, космические полеты Архивная копия от 8 август 2010 на Wayback Machine // Наука и техника. 12 апреля 2002.
  2. Ҡалып:Книга:Средства выведения космических аппаратов
  3. Ракета-носитель «Энергия» Архивная копия от 14 июль 2014 на Wayback Machine.
  4. 1 2 Данные по тяге ступеней соответствуют данным по тяге двигателей для вакуума и поверхности моря.
  5. 1 2 3 Лукашевич В. П. Ракета-носитель «Энергия» (11К25). Buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2005. Архивировано 21 октябрь 2014 года.
  6. Губанов Б. И. Триумф и трагедия "Энергии". Размышления главного конструктора. — Нижний Новгород: НИЭР, 1998. — Т. Том 3: "Энергия" - "Буран".
  7. Экскурсия в Музей РКК «Энергия» и в Центр развития технологий имени В.В. Вачнадзе. Лётная Космическая Школа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2023.
  8. 1 2 СОСТАВ ГОСУДАРСТВЕННОЙ КОМИССИИ ПО ИСПЫТАНИЯМ ИЗДЕЛИЯ 11К25. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2014. Архивировано 7 апрель 2014 года.
  9. Губанов Б. И. Ракета для будущих полётов // Наука в СССР. № 2. 1990 г.
  10. Космический гигант стал легендой Архивная копия от 22 июнь 2015 на Wayback Machine НТВ.Ru
  11. Марсианская" ракета появится в России через 5-7 лет (28 август 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2012. Архивировано из оригинала 28 август 2012 года.
  12. Центр Хруничева победил в тендере на создание комплекса на Восточном | РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2012. Архивировано 10 сентябрь 2012 года.
  13. «Роскосмос» приступил к разработке новой сверхтяжёлой ракеты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2018. Архивировано 8 февраль 2018 года.
  14. РКК "Энергия": дешевле создать новую сверхтяжёлую ракету, чем воспроизвести "Энергию" (17 май 2107). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2017. Архивировано 28 июль 2017 года.
  15. Источник: "Роскосмос" оценил создание сверхтяжелой ракеты в 1,5 трлн рублей. ТАСС (13 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2018. Архивировано 13 декабрь 2018 года.
  16. Б. И. Губанов. Триумф и трагедия «Энергии». — Нижний Новгород: НИЭР, 1998. — Т. 3. — ISBN 5-93320-002-6.
  17. Ракета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2005. Архивировано 21 октябрь 2014 года.
  18. Библиография Бурана. buran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2017. Архивировано из оригинала 21 декабрь 2015 года.
  19. Состоялся запуск ракеты-носителя «Ангара-1.2 ПП» Архивная копия от 12 июль 2014 на Wayback Machine // ТВ «Звезда».
  20. Godwin, Robert. Russian Spacecraft (билдәһеҙ). — Apogee Books, 2006. — С. 59. — (Space Pocket Reference Guides). — ISBN 1-894959-39-6.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар