Бутурлиновка
Бутурли́новка — Рәсәйҙәге район буйһоноуындағы ҡала, Воронеж өлкәһенең Бутурлиновка районының һәм Бутурлиновка ҡала биләмәһенең административ үҙәге.
Тарихы
1740 йылда граф Александр Борисович Бутурлиндың император Елизавета Петровна бүләк иткән ерҙәрендә Бутурлиновка биҫтәһенә нигеҙ һалына. Халҡын Малороссиянан сығыусылар тәшкил итә. 1779 йылдан алып Бобровский өйәҙе составында була.
Воронеж губернаһының 1829 йылғы генераль картаһында «Петровское, тожь Бутурлиновка» тип билдәләнгән[2].
XIX быуаттың 2-се яртыһынан алып Бутурлиновка сауҙа-һөнәрселек биҫтәһенә әүерелә, Воронеж губернаһында күн етештереү үҙәктәренең береһе була. XIX быуат аҙағында бында йылына миллион парға тиклем итек етештерелә. Бутурлиновка итектәрен шәхси ҡулланыу өсөн күренекле юғары ҡатлам кешеләре заказ итә. XVIII быуаттан башлап бында батша ғаиләһе өсөн дә итектәр тегәләр. 2015 йылда ҡаланың үҙәк паркында революцияға тиклемге бутурлинка итегенә һәйкәл ҡуйыла.
1896 йылдан Кащенко фамилиялы сауҙагәрҙәрҙең пар тирмәне эшләй. 1860-1870 йылдарҙа шарап ҡыуыу заводында Б.С. Познанский эшләй, ул үҙенең тәьҫораттарын "Воронежские хохлы"(Киевская старина. 1885. № 4) очергында яҙып үтә. 1869-1876 йылдарҙа мәктәп уҡытыусыһы булып яҙыусы-мемуарсы В.А. Тихонов эшләй; был осоро "Двадцать пять лет на казенной службе" (СПб, 1912) мемуарҙарында билдәләнеп үтә.
1900 йылда Бутурлиновка биҫтәһендә земство дауаханаһы, ҡарт-ҡоролар йорто, 4 мәктәп, 2 шарап ҡыуыу заводы, 3 кирбес заводы, пар һәм 86 ел тирмәне булған.
1917 йылдың 17 июлендә Бутурлиновкаға ҡала статусы бирелә.
1917 йылдың 9 сентябренән «Бутурлиновская жизнь» гәзите сыға.
Граждандар һуғышы ваҡытында Бутурлиновка янында ҡаты алыштар була. 1919 йылдың 23 ноябрендә Бутурлиновка М.Ф. Блинов дивизияһы тарафынан тулыһынса алына, үҙе ул һуғышта һәләк була (1967 йылда һәләк булған урынында һәйкәл ҡуйыла). Хәрби частар штабы урынлашҡан йортта (Коммунистик урамы, 5) хәрби һәм партия эшмәкәрҙәре М. Н. Тухачевский, И. Э. Якир, Ф. К. Миронов, В. А. Трифонов булып киткәндәр.
1924 йылдың ғинуарында Воронеж епархияһының Бутурлиновка викариатлығы ойошторола, уны 1924 йылда — епископ Митрофан (Поликарпов), 1925 йылда. — епископ Митрофан (Русинов), 1929—1931 йылдарҙа — епископ Василий (Беляев), 1931-1933 йылдарҙа — епископ Мефодий (Абрамкин) етәкләй.
1943 йылдың йәйендә Бутурлиновка ҡалаһында 5-се авиация корпусы штабы урынлаша, уның менән Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Н.П. Каманин етәкселек итә. 1993 йылдан Бутурлиновка ҡалаһы ситендә Ф.Э. Дзержинский исемендәге ике тапҡыр III дәрәжә Суворов орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы 899-сы гвардия штурмлау Оршан авиация полкы урынлашҡан.
Бутурлиновкала Советтар Союзы Геройы (Афған һуғышында ҡатнашыусы) С.В. Игольченко йәшәй[3].
Гербы
Бутурлиновка ҡалаһының гербы ҡала депутаттары Советы башҡарма комитетының 1990 йылдың 30 ғинуарындағы 49-сы ҡарары менән раҫланған. Авторы: Суркова Валентина Тихоновна.
Ҡала гербы геральдик ҡалҡан һүрәтенән тора. Гербтың өҫкө өлөшөндә аҡ фонда Бутурлиновка тигән яҙыу тора. Ҡалҡан уртаһында ерҙең уңдырышлылығын символлаштырған фонда имән япрағы формаһында эшләнгән елкәнле рус кәмәһе һүрәтләнгән. Географик яҡтан ҡала, Дон йылғаһының ҡушылдығы, Осередь йылғаһы ярында урынлашҡан. Йылғаға яҡын урынлашҡан убалар, караптар төҙөү өсөн ҡулланылған, урман менән ҡапланған.
Кәмә аҫтында асылған рәүештә аҡ китап урынлашҡан. Был ҡалала йәштәрҙең күплеген символлаштыра. Ҡалҡандың аҫҡы өлөшөндә урындағы сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын символлаштырған тәгәрмәстәр һәм башаҡтар һүрәтләнгән. Бында уҡ был урындарҙа тәүге тораҡ пункттар барлыҡҡа килгән 1740 датаһы урынлашҡан.
Географияһы
Ҡала Калач ҡалҡыулығының төньяҡ ситендә, Осередь йылғаһы (Дон ҡушылдығы) буйында, Воронеждан көньяҡ-көнсығышҡа табан 180 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Бутурлиновка тимер юл станцияһы Таловая–Павловск-Воронежский һәм Таловая–Калач электрлаштырылмаған тимер юлы линиялары киҫелешендә урынлашҡан. Ҡаланың майҙаны 37,72 км² тәшкил итә.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 577 урында[4] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[5]). XIX быуат уртаһында Бутурлиновкала 22 мең кеше йәшәгән. Халыҡ һаны буйынса Бутурлиновка губернала Воронеждан ҡала икенсе урында торған була[6]. 1877 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Бутурлиновка биҫтәһендә 23 963 кеше иҫәпләнә. 1897 йылда биҫтәлә 23 443 кеше йәшәгән. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Бутурлиновка ҡалаһында 24397 кеше йәшәй.
Мәғариф
Бутурлиновка ҡалаһында 5 мәктәп, 11 балалар баҡсаһы, 1 колледж, медицина училищеһы, педагогия училищеһы, музыка мәктәбе, балалар спорт мәктәбе һәм балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Ижад йорто бар.
Иҡтисады
Бутурлиновкала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте, еңел сәнәғәт, шулай уҡ төҙөлөш индустрияһы предприятиелары бар. Бөтәһе егермегә яҡын була, әммә уларҙың бер өлөшө 1990-сы йылдар иҡтисади көрсөгөн кисерә алмай. Әлеге ваҡытта түбәндәге предприятиелар эшләй:
- тирмән комбинаты, икмәк заводы, ит-ҡош комбинаты
- Бутурлиновка ликер-араҡы заводы
- Бутурлиновка тимер-бетон әйберҙәре заводы
Ҡала урынлашҡан урын аҡбур, балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтарына бай; әлеге ваҡытта улар эшкәртелмәй, сөнки сәнәғәт предприятиелары ябыҡ.
Бутурлиновка районында бойҙай, кукуруз, арыш, арпа, ҡарабойҙай, борсаҡ үҫтерелә, ә иң ҙур күләмде көнбағыш биләй. Сусҡасылыҡ һәм һөт фермалары төҙөлә, унда эре мал, сусҡалар үрсетелә.
2019 йылда 220/110/10 кВ "Бутурлиновка" электр подстанцияһы төҙөлә.
Тарих һәм архитектура ҡомартҡылары
- Спас-Преображенский соборы (1886-1893 йылдарҙа төҙөлгән).
- Кащенко усадьбаһы (Ленин урамы, 28-се йорт адресы буйынса урынлашҡан)
- Мәхәллә училищеһы (XX быуат)
- Земство дауаханаһы (XIX быуат аҙағында төҙөлгән)
- В. И. Ленин Һәйкәле
- 1918-1922 йылдарҙағы Граждандар һуғышында «ҡыҙылдар» яғында ҡатнашҡан М. Ф. Блинов һәйкәле
- 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары мемориалы
- Интернационалистар паркында яугир-интернационалистар һәйкәле
- Покров Пресвятая Богородица ғибәҙәтханаһы (1871 йылда төҙөлгән)
- Феодосий Печерский сиркәүе (1882 йылда төҙөлгән)
- Попков урамындағы Крестовоздвижение ғибәҙәтханаһы (1843 йылда төҙөлгән)
- Самолет-һәйкәл «Су-25»
- Самолет-һәйкәл «Миг-21УМ», Бутурлиновка аэродромына ингән ерҙә ҡуйылған
- Император Александр II һәйкәле.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Generalnaia karta Voronezhskoi gubernii = Carte generale du gouvernement de Woroniege. davidrumsey.georeferencer.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2018. Архивировано 17 июнь 2018 года.
- ↑ О поселении. Официальный сайт Бутурлиновский муниципальный района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2011. Архивировано 16 сентябрь 2013 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
- ↑ Численность населения в Бутурлиновке в середине XIX века. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2019. Архивировано из оригинала 27 октябрь 2007 года.
Әҙәбиәт
- Петухов С. Г. Бутурлиновка // Города Воронежской области / Сост. В. А. Прохоров. — Воронеж : Центрально-Черноземное книжное издательство, 1978. — С. 121-135. — 170 с.
