Буффон Джанлуиджи

Джанлуиджи Буффон Мазокко (итал. Gianluigi Buffon Masocco, Ҡалып:IPA-it; 1978 йылдың 28 ғинуары, Каррара[d], Масса-Каррара[d], Тоскана, Италия) — Италия футболсыһы, «Парма» футбол клубының ҡапҡасыһы һәм капитаны. «Ювентус» клубы ҡапҡасыһы. Барлыҡ ваҡыттарҙың да иң яҡшы ҡапҡасыһы тип һанала[3][4][5]. Италия чемпионатында уйындар һаны, шулай уҡ ошо турнирҙа гол индермәгән минуттар һаны буйынса рекордсмен булып тора. Карьераһы дауамныда бик күп шәхси наградалар яулай. Дөйөм алғанда барлығы 1000 профессиональ матч уҙғара[6].

«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены офицеры.

Өлкәндәр кимәлендә Буффондың беренсе клубы «Парма» клубы була, уның составында ул 1995 йылда Италия чемпионатында дебют яһай. Тиҙҙән Джанлуиджи иң перспективалы итальян ҡапҡасыһы булып китә, ә 1999 йылда клубы менән Италия кубогына, УЕФА кубогына һәм Италияның суперкубогын яулай. 2001 йылда «Ювентус»ҡа күсә, ул ваҡытта ҡапҡасы өсөн рекордлы булған 52 миллион евро түләйҙәр. Турин клубы составында Буффон үҙ позицияһында донъяла иң яҡшы уйынсы булып таныла, 10 тапҡыр Италия чемпионы була[lower-alpha 1], дүрт тапҡыр Италия кубогында еңеү яулай, биш тапҡыр — Суперкубокта. Бынан тыш, 2006/2007 уйын миҙгелендә В серияһында Италия чемпионатында еңә.

Джанлуиджи Италияла иң яҡшы йыл футболисы тип танылған һәм 12 тапҡыр Италияның иң яҡшы йыл ҡапҡасыһы тип танылған беренсе ҡапҡасы. 2017 йылда тарихта беренсе тапҡыр The Best FIFA Goalkeeper наградаһына эйә була. 2018 йылда, "Ювентус"та 17 йыл уйнағандан һуң, Францияның «Пари Сен-Жермен» клубына күсә, унда капитан була һәм командаһы менән Франция суперкубогын, 1-се лигала чемпион титулын яулай, әммә миҙгел тамамланыу менән ҡабаттан «Ювентус»ҡа, һуңынан «Парма»ға кире ҡайта.

Италияның йәштәр милли йыйылма командаларынан үтеп, 1997 йылда Буффон төп команда составында уйнай башлай. Йыйылма команда өсөн ул 176 матч уҙғара һәм уның уйындар һаны буйынса рекордсмены була, шулай уҡ барлыҡ ваҡыттар осоронда милли йыйылма командаларҙа уҙғарған матчтары буйынса 10-сы урын биләй. 2010 йылда команда капитаны була һәм 2018 йылда карьераһын тамамлағанға тиклем шул урында ҡала. Биш донъя чемпионатында (1998, 2002, 2006, 2010, 2014) ҡатнаша. 2006 йылда турнир еңеүсеһе була һәм иң яҡшы ҡапҡасы тип таныла. Бынан тыш, Буффон дүрт Европа чемпионатында (2004, 2008, 2012, 2016), ике тапҡыр Конфедерациялар кубогында (2009, 2013), 1996 йылда Олимпия уйындарында ҡатнаша.

2004 йылда Пеле версияһы буйынса донъяның 125 иң бөйөк уйынсыһы исемлегенә индерелә. 2006 йылда «Алтын туп» өсөн көрәштә Буффон командалашы һәм клубташы Фабио Каннаваронан ғына ҡалышып, икенсе урын ала[7]. 2002/2003 йылдар миҙгелендә Европа клуб миҙгелендә иң яҡшы футболсы тип таныла, 2016 йылда Golden Foot наградаһын алған беренсе ҡапҡасы була. Шулай уҡ Буффон биш тапҡыр МФФИИС версияһы буйынса Икер Касильяс һәм Мануэль Нойер менән бер рәттән донъяның иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла.

2025 йылдың 22 майында Италия йыйылма командаһының элекке ҡапҡасыһының Италия спорты даны аллеяһында шәхси йондоҙо барлыҡҡа килә[8].

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар

  1. Не считая выигранный чемпионат в сезонах 2004/05 и 2005/06, победы в которых были аннулированы в связи с коррупционным скандалом.

Сығанаҡтар

  1. Gianluigi Buffon // Transfermarkt (билдәһеҙ) — 2000.
  2. Gianluigi Buffon // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  3. Bandini, Nicky Leonardo Bonucci in the spotlight as Inter cannot stop remarkable Juventus (ингл.). The Guardian (29 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
  4. Buffon goes from OAP to VIP in Bayern's esteem (ингл.). Eurosport (9 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2021. Архивировано 14 апрель 2021 года.
  5. Graham, Neale The best goalkeepers of all time (ингл.). CNN (9 февраль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2021. Архивировано 4 февраль 2021 года.
  6. Gianluigi Buffon (фр.). footballdatabase.eu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2021. Архивировано 13 май 2021 года.
  7. Cannavaro mister Pallone d’Oro (итал.). La Gazzetta dello Sport (17 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 30 декабрь 2006 года.
  8. Буффон получил памятную звезду на Аллее славы итальянского спорта

Һылтанмалар