Бүҙәнә ҡарсығаһы
Ҡылыҡһырлама
Ҙурлығы күгәрсендәй. Ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло ваҡ ҡарсыға. Түбәһе елкәһенә тиклем, арҡаһы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара һоро төҫтә. Түше, ҡорһағы ҡойроҡ аҫты көрән арҡыры һыҙатлы һарғылт көрән. Тамағы, яурындары, ҡаштары аҡ. Аяҡтары һары. Ҡор ҡарсығаһынан бәләкәй; ваҡ ҡарсығанан кәүҙәһенең аҫ яғы көрән һыҙыҡлы булыуы менән айырыла.
Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «кик-кик-кик» йәки «кийү- кийү- кийү»