Бәширов Рив Миңлехан улы

Бәширов Рив Миңлехан улы (7.11.1936, Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылы) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры (1980), Рәсәй Федерацияның почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Дуҫлыҡ (1997) һәм Салауат Юлаев (2005) ордендары кавалеры. Радик Миңлехан улы Бәшировтың энеһе[1].

Биографияһы

Рив Миңлехан улы Бәширов 1936 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын 1959 йылда тамамлаған. 1963 йылдан алып шунда уҡ эшләй[1].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

Бәширов Рив Миңлехан улы 1967—1980 йылдарҙа һәм 1984—2004 йылдарҙа машина-трактор паркын эксплуатациялау кафедраһы мөдире,

1980—1985 йылдарҙа ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы.

Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығында машина-трактор һәм транспорт парктарының етештереүсәнлеген составтарҙы ҡулайлаштырыу, агрегаттарҙы һәм транспорт сараларын операциялар һәм йөк ташыу линиялары буйынса бүлеү, машиналарҙы файҙаланыуҙың нормативтарын камиллаштырыу юлы менән күтәреүгә арналған. 160-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы[1].

Ғилми хеҙмәте

  • Оптимизация эксплуатационных параметров и распределения машинно-тракторных агрегатов по операциям. Уфа, 1998; Оптимизиция состава машинно-тракторного парка и распределения агрегатов по видам работ. Уфа, 2000; Оптимизация плана использования транспортных средств в сельском хозяйстве. Уфа, 2001[2].