Бөрйән районында телевизион тапшырыуҙар һәм радиотапшырыуҙар ойоштороу 1974 йылда башлана. Телебашняла эшләгән беренсе белгес А. Н. Еремеев, һуңынан В. Н. Быков, П. А. Еремеев була.
1992 йылда Сибай ҡалаһы йүнәлешендә Иҫке Собханғол ауылынан 3 км алыҫлыҡта радио һәм телевидение сигналдарын ҡабул итеү һәм ретрансляциялауҙы тәьмин иткән яңы башня төҙөлә.